Эстәлеккә күсергә

Башҡорт дебет шәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт дебет шәле
Рәсем
«Ҙур Урал» Халыҡ-ара туристик форумында башҡорт шәле. Екатеринбург, 7 апрель 2017 йыл

Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура,Күгәрсен, Хәйбулла райондары), Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ һәм Һаҡмар райондарында киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа (нескә, нәҙек) һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ иткәндер. Элек-электән башҡорттар күпләп мал тотҡан. Кәзә-һарыҡты һөт йәки ит өсөн генә түгел, ә йөнөнән, тиреһенән өҫкө кейем тегеү өсөн дә аҫрағандар. Шул ваҡыттан алып шәл бәйләү кәсебе лә барлыҡҡа килгән.

Башҡортостанда шәл бәйләү йолаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда шәл бәйләү XVIII быуаттан уҡ билдәле булған.

Башҡорт шәле өлгөләре. Илнур Хужахмәтов фотолары

Башҡорттарҙың шәл бәйләү оҫталығы тураһында урыҫ ғалимдары ла яҙып ҡалдырған. Шәл бәйләү кәсебе башҡорттар араһында боронғо булыуын билдәле этнограф, «Башҡорттар» монографияһының авторы С. И. Руденконың Көньяҡ Уралда сәйәхәте ваҡытында ҡулдан бәйләнгән, һуғылған дебет шәлдәрҙе һәм ҙур дебет шарфтарҙы табыуы дәлилләй. Бер нисәһен ул Петербургтағы Рус этнографик музей фондына тапшыра. С. И. Руденко 19-сы быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар дебет шәлдәре бәйләп кәсеп иткән, тип яҙа.

Дебет шәл (айырым райондарҙа уны мамыҡ шәл, тип тә йөрөтәләр) һәр башҡорт ҡатынының, бигерәк тә ололарҙың, айырылғыһыҙ кейем төрө. Шәлдең уртаһы һәм ситтәре айырым бәйләнә. Ҡыш ябына торған дебет шәлдәрҙең уртаһы ҡалын һәм ҡабарынҡы була. Ситтәре геометрик биҙәкле. Остары кәкресәкле. Иң оҫта шәл бәйләүселәр генә шәлде уртаһы менән ситтәрен дә бер ыңғай бәйләй ала. Шәл — халҡыбыҙҙың данын ҡитғаларға танытҡан кәсеп. Шулай ҙа дебет шәлдәр¬ҙең тыуған яғы Башҡортостандың көньяғындағы Ейәнсура районы тип ныҡлы дәлилләп була.

Башҡорт шәлен «Ырымбур шәле» тип исемләп йөрөтәләр. Әүәл Ейәнсура яҡтарында ҙур баҙар булмау сәбәпле, башҡорт ҡатындары үҙҙәренең шәлдәрен Ырымбур, Орск яҡтарына алып барып һатҡан.

1857 йылда «Ырымбур шәле» исеме аҫтында башҡорт дебет шәле беренсе мәртәбә Парижда халыҡ-ара күргәҙмәлә күрһәтелә һәм абруй ҡаҙана.

1893 йылда Чикагола ла халыҡ-ара күргәҙмә уҙғарыла. Унда Ырымбур губернаһынан вәкилдәрҙе лә ҡатнаштырыу бурысын Петербург ҡатын-ҡыҙҙары комитеты үҙ өҫтөнә алған. Шулай итеп, башҡорт дебет шәлен ошо күргәҙмәгә алып барып, ҙур ҡаҙаныштар яулап ҡайтҡандар.

Шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.

Осоп барып күрер инем,
Осоп барып күрер инем,
Йәнем күбәләк түгел дә,
Йәнем күбәләк түгел.

Ҡара бәрәс тиреһе лә
Ҡара бәрәс тиреһе лә,
Ҡама булыр тиһеңме лә
Ҡама булыр тиһеңме?

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.

Башҡорт халыҡ йыры"

Хәҙерге көндә лә Ейәнсура шәлдәре Ырымбур өлкәһендә иң сифатлылар рәтендә һанала. Электән телдән-телгә тапшырылып килгән бер риүәйәт бар. Императрица Екатерина II үҙенең Урал тарафтарына оҙайлы сәфәрендә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа бөгөнгө Ейәнсура биләмәһендә туҡталып китә. Башҡорттарҙың тупһаға аяҡ баҫҡан һәр кешегә бүләк биреү йолаһына ярашлы, хөрмәт йөҙөнән батшабикәнең иңенә ҡабарып торған шәл һалалар. Тауарҙың сифатлы икәнен иҫбатлау өсөн батшабикәнең күҙ алдында шәлде балдаҡ аша үткәрәләр.

Әҙер селтәр шәлде балдаҡ аша үткәреү йолаһы әле лә йәшәй.

Борондан ейәнсуралар шәл бәйләү өлкәһендә дан тотҡанға күрә, фәҡәт Иҫәнғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышына тиклем уҡ (30 — сы йылдарҙа)"Свобода" тип аталған артель булдырылған. Был артель Ырымбурҙа ойошторолған 34 кәсепхана араһына ингән. Бәләкәй генә ойошманан ҙур, ҡеүәтле предприятиеға әйләнгән. Артелдә 1200 өйҙә эшләүсе оҫтабикә теркәлгән булған.

60-70 йылдарҙа бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ошондай уҡ дәүләт предприятиелары тергеҙелә башлай. Шәл бәйләү процесы ике этаптан ойошторола: башта бәйләү ҡорамалында шәлдең уртаһы бәйләнгән, ә һуңынан ҡулдан ситтәре селтәрләнгән. Хәҙерге көндә бындай кәсепханалар ябылған, әммә шәл бәйләү әле лә күп ғаиләләргә килем, табыш алып килә. Шәл бәйләү кәсебе дауам итә генә түгел, артабан үҫешә бара. Алда һаналып киткән төбәктәрҙән башҡа, Мәләүез, Салауат, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Миәкә, Ғафури һәм башҡа райондарҙың вәкилдәре лә төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.

Дебет шәленең төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дебет шәленең башҡа төрҙәре лә бар: селтәр шәл һәм һуғылған шәл. Башҡорттарҙың һуғылған шәле — туҡыусылыҡ өлкәһендә башҡа бер халыҡта ла аналогы булмаған күренеш. Бындай шәл туҡыу станогында һуғыла. Оҙон итеп яҫылыҡ һуғылғас, уны ике-өс өлөшкә ҡырҡалар һәм уларҙы ҙур шаҡмаҡ итеп бер-береһенә тегәләр. Ситтәрен оҙон суҡтар менән биҙәйҙәр. Селтәр шәлдең уртаһы ла, ситтәре лә семәрле, биҙәкле була. Бындай шәлде йылы миҙгелдәрҙә ябыналар. Аҙаҡҡы ваҡыт селтәр палантиндар модаға инә башлай. Республикала халыҡ-ара һәм төбәк шәл бәйләү оҫталары конкурстары, күргәҙмәләре үткәрелә. Беренсе күргәҙмә Өфөлә 1992 йылда үтә. Был күргәҙмәлә 100- ашыу дебет шәле, селтәрле шәл һәм палантиндар күрһәтелә. Иң оҫта бәйләүсе тип Ейәнсуранан Хәтифә Исмағилова таныла. Икенсе конкурс Күмертау ҡалаһында 1996 йылда үткәрелә. Төбәк-ара халыҡ ижады фестивале 1998 йылда Ҡурған ҡалаһында үтә һәм унда ла беҙҙең оҫтабикәләр уңышлы ҡатнаша.

Ейәнсура районында «Шәл байрамы» тип ойошторолған сара махсуслаштырылған « Ейәнсура шәле» конкурс-күргәҙмәһенә әүерелеп, хәҙер өр-яңы статуста — «Башҡорт шәле» республика фестивале тип атала. 2015 йылда Гран-прины Иҫәнғол ауылынан Зөлфиә Бикбулатова яулаған. Был конкурсты Республика Халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Ярыш ҡалын шәл, йоҡа шәл һәм селтәр шәл; яҫы һәм оҙонса палантиндар; ҡара һәм аҡ шәл; төҫлө палантиндар номинациялары буйынса үтә.

Йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусылар һәм райондарҙың һаны арта бара.

Видеоматериалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Вечная нежность башкирской шали» Часть 1, Уфа, 2009 г.
  • «Вечная нежность башкирской шали» ч.2(2). г. Уфа. 2008 г.
  • «Башкирская шаль», 2003 г. Стерлибашево.
  • Башкирская народная песня «Шаль вязала»
  • Башкирскую народную традицию «Шаль вязала» показывают самодеятельные артисты Аптракского дома культуры
  • Башкирский народный танец «Шаль вязала» — Фазылитдинова Айсылу, с Уральск
  • Башкирские шали. Зианчуринские шали.
  • Руденко, С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки Текст. / С. И. Руденко. Перепеч. с изд. 1955 г. (М.; Л.) с изм. и доп. — Уфа: Китап, 2006.
  • Лактюнкина Татьяна Эдуардовна. Кустарно-ремесленное производство и промыслы на Южном Урале в конце XIX — начале XX веков[1]
  • К истории пуховязального искусства у башкир (на примере юго-восточных башкир). Источник: Т. Я. Абдулгазина. К истории пуховязального искусства // Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной 70-летию С. Н. Шитовой. — Уфа: Гилем, 2006 [2]
  • Башкирская шаль согреет в любую погоду 08.12.2014, [3] 2016 йыл 27 май архивланған.
  • Илдар Акьюлов. «Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел…». Башҡортостан, 20-11-2015 [4] 2016 йыл 13 ғинуар архивланған.
  • ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ ШАЛИ БАШКИРСКИЕ ПУХОВЫЕ. Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Республиканский фестиваль башкирской шали. «Республика Башкортостан» от 5 ноября 2015 г.
  • А. Г. Янбухтина. В БАШКОРТОСТАНЕ ПРОШЁЛ ФЕСТИВАЛЬ ШАЛИ
  • Родина оренбургского пухового платка — Зианчуринский район Башкортостана, Башинформ. РФ, 23 ноября 2005 года. : Анатолий Пастухов [5]
  • А оренбургский-то платок башкирский! (c интернет-газеты «БАШвестЪ») Пуховый платок / 2010-03-11 [6] 2016 йыл 4 февраль архивланған.