Шәмсиев Рим Фәтих улы
Уҡыу көйләүҙәре
Шәмсиев Рим Фәтих улы (1927—26.09.1999) — табип, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1967).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим Фәтих улы Шәмсиев 1927 йылда Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫәнбай ауылында тыуған.
Башҡорт медицина институтын тамамлаған.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылдан хәҙерге Краснокама районы Николо-Берёзовка ауыл дауаханаһы хирургы, 1950 йылдан — мөдире;
1966 йылдан Кушнаренко районы дауаханалары табибы,
1973—1991 йылдарҙа Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы невропатологы, психиатры һәм наркологы.
Дүртөйлө ҡалаһында вафат булған.