Эстәлеккә күсергә

Шәрәфетдинов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шәрәфетдинов (рус. Шарафутдинов) — төрки сығышлы ир-ат фамилияһы. Башҡорт һәм татарҙарҙа киң таралған. Ул боронғо ғәрәп исеме Шәрәфетдиндән барлыҡҡа килгән. Был исем «диндең бөйөклөгө, даны» тип тәржемә ителә[1].

Шәрәфетдинова — шулай уҡ башҡорт һәм татар ҡатын-ҡыҙҙары фамилияһы.

Билдәле йөрөтөүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы (Дамир Шәрәфи — псевдоним; 29 май 1965 йыл — 21 февраль 2020 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты
  • Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы — (10 сентябрь 1941 йыл) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе. Башҡортостан Республикаһының Почетлы урман белгесе (1996 йыл)
  • Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы (30 сентябрь 2000 йыл) — Рәсәй шашкасыһы. Спорт мастеры.
  • Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы (рус. Шарафутдинов Адгам Ганиевич; 25 декабрь 1928 йыл—24 сентябрь 2016 йыл) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
  • Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (11 июнь 1944 йыл) — рәссам-монументалист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент. 1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).
  • Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (13 май 1947 йыл) — табип-гигиенист, медицина фәндәре докторы ((2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012)
  • Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы (рус. Шарафутдинов Салих Хафизович) (1903—1943) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты
  • Шәрәфетдинов Имил Ирфан улы (1987) — грек-рим стилендә Рәсәй көрәшсеһе.
  • Шәрәфетдинов Максим Рәсим улы (1980) — Рәсәй журналисы, телтапшырыуҙар алып барыусы.
  • Шәрәфетдинов Рәиф Кәшиф улы (1944) — Рәсәй журналисы, прозаик һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Шәрәфетдинов Рәшит Имам улы (1943—2012) — СССР еңел атлеты, 5 һәм 10 мең метрға йүгереүгә биш тапҡыр СССР чемпионы.
  • Шәрәфетдинов Рим Әмир улы (1969) — Рәсәй режиссёры, сценарист, рәссам-ҡуйыусы һәм аниматор.
  • Шәрәфетдинов Фәсхетдин Мөхөтдин улы (1922—2005) — нефть сәнәғәтенең СССР хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы

  • Шәрәфетдинова Сәғирә Сабирйән ҡыҙы — (Сәғирә Тамъяни — псевдоним; 28 март, 1963 йыл) - мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2019)
  • Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы (6 июль 1951 йыл) — уҡытыусы, дәүләт эшмәкәре, III саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.