Эстәлеккә күсергә

Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 июнь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (11 июнь 1944 йыл) — рәссам-монументалист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент. 1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).

Виктор Хөсәйен улы Шәрәфетдинов 1944 йылдың 11 июнендә Силәбе ҡалаһында тыуған.

1971 йылда М. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһының монументаль һәм декоратив-ғәмәли факультетының монументаль һынлы сәнғәт бүлексәһен тамамлай

Өфө ҡалаһында йәшәй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 2001 йылдан эшләй. 2008 йылдан — һүрәт кафедраһы мөдире, доцент.

  • Гобелен «Урыҫ ҡунаҡсыллығы» (Орел ҡалаһы, «Шипка» мотеле, 1971—1973)
  • Биҙәү «Һабантуй» (Алабуға, «Прикамнефть» Мәҙәниәт һарайы, 1974—1975); «Акбуҙат, Урал-Батыр» (Лағыр ҡасабаһы, Салауат районы, 2000—2001)
  • Мозаикалы панно: «Урал-Батыр» (Баймаҡ ҡалаһы Мәҙәниәт һарайы, 1987); «Медицина» (Сибай, 1992); «Акбуҙат» (Баймаҡ ҡалаһы Мәҙәниәт һарайы, 1993)
  • Горельефтар: «Төҙөүсе» (Өфө, Өфө нефть институты факультеты, 1980—1981); «Космосты еңеүселәр» (УДАТУ, 1980—1981); «Музыка, театр, әҙәбиәт», «Искусство» (Өфө ҡалаһы «Синтезспирт» Мәҙәниәт һарайы, 1982)
  • Витраждар: «Таш сәскә» (Сибай, 1982); «Ат баштары» (Өфө, ипподром, 1982)
  • Металдан эшләнгән композициялар: «Музалар» (Межгорье, 1995); «Сәнғәт» (Красноусольск, 2000—2001); «Сәнғәт» (Өфө сәнғәт училищеһы, 2000—2001); «Ҡурай йыры» (Күгәрсен районы, Мораҡ, 2001—2002); «Ҡурай» (Юғары Ҡыйғы, Ҡыйғы районы , 2003); «Ҡурай моңо» (Шишмә, 2003); «Нур» театры (2004)
  • 1941-1945 йылдарҙағы яуҙарҙа һәләк булған яугирҙәргә (Тәүәкән ауылы, Күгәрсен районы, 2002).

Виктор Хөсәйен улы Шәрәфетдинов — республика һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә 1985 йылдан алып ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1988).