Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто — Өфө ҡалаһында урынлашҡан 1-се №-лы дәүләт уҡытыу‑тәрбиә учреждениеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ата‑әсәһе революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булған башҡорт балалары өсөн Үҙәк мәктәпкәсә балалар йорто булараҡ Өфөлә 1921 йылда Ш.Ә.Хоҙайбирҙин башланғысы менән асыла; 1924 йылдан алып Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1‑се мәктәпкәсә башҡорт балалар йорто, 3‑сө һәм 8‑се балалар йорттары менән ҡушылғандан һуң 1989 йылдан алып Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡорт республика 1‑се балалар йорто.

Балалар йортоноң төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йоҡо, уйын һәм көнкүреш бүлмәләре, спорт һәм тамаша залдары, мед. кабинеты, китапхана, ашхана, уҡытыу оҫтаханалары, бассейн менән саунаһы, кер йыуыу бүлмәһе, гаражы бар.

Тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балалар йортонда 3—18 йәшлек 118 бала тәрбиәләнә (2011). Балалар йорто менән Һ. Л. Дәүләтшинаның эшмәкәрлегенә бәйле. Асылғандан алып 6 мең тирәһе тәрбиәләнеүсе сығарған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар йортонда Мәскәү, Ленинград, Белоруссия, Украинанан эвакуацияланған балалар йәшәгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.