Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы
Шәһит Хоҙайбирҙин | |||
| |||
---|---|---|---|
1921 — 1922 | |||
Алдан килеүсе: | Мортазин Муса Лот улы | ||
Дауамсы: | Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы | ||
| |||
Тыуған: | 9 октябрь 1896 Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Бесәнсе ауылы | ||
Үлгән: | 21 декабрь 1924 (28 йәш) СССР, Мәскәү | ||
Ерләнгән: | Өфө | ||
Балалары: | Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы (1923-1998) бейеүсе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы | ||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | ||
Белеме: | Хөсәйениә мәҙрәсәһе | ||
Наградалары: | |||
Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (9 октябрь 1896 йыл — 21 декабрь 1924 йыл) — Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бесәнсе ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында) тыуған. 1909 йылда Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәһенә уҡырға бара. 1914 йылда мәҙрәсә администрацияһын тәнҡитләгән өсөн уҡыуҙан ҡыуыла.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. Австрия фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. Февраль революцияһын 144-се уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, «Һалдат теләге» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша.
1918 йылда большевиктар партияһына алына, Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.
1919 йылда совет органдарының етәксеһе булып таныла. РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй.
1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була, Өфөлә ерләнгән.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Партияның 10-се съезы делегаттары менән Кронштадт фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша һәм ауыр яралана, батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Иҫтәлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһит Хоҙайбирҙин исеме менән китапхана, Баймаҡ машиналар төҙөү заводы, колхоздар, тыуған ауылы, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа урамдар атала.
- Өфөлә һәйкәл һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[1].
- Журналистар өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы булдырылған.
-
Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле, Өфө, Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге урам, 13-сө йорт янында
-
Шәһит Хоҙайбирҙин урамындағы йорт
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Избранные произведения. Публицистика, воспоминания, рассказы и очерки, стихи. Предисл. Р. У. Кузеев. Уфа, 1958.
- Избранное. Публицистика, воспоминания, художественные произведения. Предисл. Р. У. Кузеева. Пер. С башкирского М. Гафурова. Уфа, 1968. (рус.)
- На ветрах революции. Публицистика, воспоминания. Уфа, 1986. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 129-131 с. ISBN 5-295-02294-3.
Памятник Худайбердину Ш. А. Ленина В. И. имени, парк.
- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1896 йылда тыуғандар
- 21 декабрҙә вафат булғандар
- 1924 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Күгәрсен районында тыуғандар
- Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзалары
- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары
- Шәһит Хоҙайбирҙин
- Башҡорт АССР-ының эске эштәр министрҙары