Щепкин урманы
Щепкин урманы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы |
Майҙаны | 1600 гектар га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | XX быуаттың башы |
Урынлашыуы | |
47°19′50″ с. ш. 39°46′49″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Щепкин урманы Викимилектә |
«Щепкин урманы» дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы"— айырыуса һаҡлана торған тәбиғәт территорияһы, бөгөнгө көндә Дондағы Ростовта иң ҙур ҡурсаулыҡ[1].
Ҡурсаулыҡ үҙе урынлашҡан Щепкин йырынының исеме менән аталған[2]. Бынан тыш, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул яҡында торған Щепкин ауылы исеме менән аталған тип тә аңлатыла. Парктың оҙонлоғо: төньяҡтан көньяҡҡа — 4 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 4-4,5 км.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]20-се быуат башында Ростов өлкәһенең Щепкин ауылы тирәһендә ағас культуралары ултыртырға булалар. Был Щепкин ҡурсаулығына нигеҙ һала. Билдәле булыуынса, заказник уның территорияһында төрлө хайуандар үрсетеү маҡсаты менән булдырыла, тик был эш тормошҡа ашмай ҡала һәм, хужалыҡ эшсәнлеге туҡтатыла[3]. Шул ваҡыттан үҙенең матурлығы менән күҙҙең яуын алып торған урман тороп ҡалған. Уның киңлегендә төрлө үҫемлектәр үҫә.
Бөгөн Щепкин урманы — Дондағы Ростов янында кеше сәсеп үҫтергән иң ҙур урман. Дондағы Ростов ҡалаһы халҡы матур урманда үҙ байрамдарын үткәрергә яраталар. Байрамдарҙа төрлө уйындар һәм ярыштар, шул иҫәптән пейнтбол ойошторола. Урманды шулай уҡ төрлө ролле уйындар үткәреү өсөн файҙаланалар, сөнки бындағы тәбиғәт күренеше әкиәттәр донъяһына оҡшаш.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дондағы Ростовтың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ере аккумулятив-тигеҙлектән тора. Ҡурсаулыҡ территорияһында ике карьербар, уларҙың береһенә һыу йыйылған.. Шулай уҡ үҙәк ыҙандың үҙәк өлөшөндә аҡмай торған һыулы быуа бар. Унда һыу инеү тыйылған. Урмандың көнсығышында яһалма күл. Ул Большая Камышеваха һәм Темерник йылғаларының ҡушылдыҡтарынан барлыҡҡа килгән[4].
Тәбиғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Щепкин ҡурсаулығының тәбиғәтендә йылға һәм урман төрҙәре бар. Һыу күмгән карьерындабашлыса көмөш табан балыҡ, ҡом ташбашы, ҡыҫала бар. Урманында төлкө, ҡоралай, ҡуян, ҡыр сусҡаһы, фазан, ҡыр тауығы һәм Рәсәй көньяғында йәшәүсе хайуан төрҙәре бар. Щепкин ҡурсаулығында һунар итеү тыйылған. Балыҡ тотоуға рөхсәт талап ителмәй[5].