Ыраутау (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ыраутау - (Раутау, урыҫса - Равтау) - Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Аҙау ауылынан йыраҡ булмаған һырт.Ул Белорет районына ла сиктәш.

Һырт аша Өфө-Сибай тимер юлы үтә, станцияға шул тау атамаһы бирелгән. Станцияға туристар йыш килә, сөнки һырттан йыраҡ та түгел матур тәбиғәт күренештәре, Инйәр йылғаһы, билдәле Олотау. Туристарҙың слеттары ла йыш ҡына шунда үткәрелә [1]

Таң. Архангел районы. Алыҫта- тауҙар
Ыраутау янындағы тимер юл күпере

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ололарҙың әйтеүенсә, һырт атамаһы "ырау", йәғни "ырамлы" тигән һүҙ менән тамырҙаш. Уҙған быуаттың тәүге яртыһында һүҙ башында "Ы" хәрефе булмай тигән ҡағиҙә уйлап сығарып, ошо хәрефкә башланған күп кенә исемдәр ҙә киҫелеүгә дусар булған.Атама "урау" тигән һүҙҙән дә килеп сығыуы ихтимал, әйтелештә ул "ырау"ға әйләнеп, шунан инде "Рау" тип кенә ҡалыуы ла ихтимал. Белорет районында Ырау тигән йылға ла бар [1]

Атамаға бәйле фольклор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тау ике районды - Архангел менән Белорет районын ғына сикләп ҡалмай, ҡумырыҡ менән менән ҡатай ырыуының ерҙәрен дә айырып торған. Архангел (Аҫҡын) ерҙәре иген культуралары өсөн яйлы, ә Инйәр-ҡатайҙар тау-таш араһында иген үҫтерә алмай. Шуға ла ике ырыу бер яҡтан баҫыусылыҡ продукцияһы менән, икенсе яҡтан ағас, һунарсылыҡ табыштары менән алыш-биреш итә торған булған.Шул уҡ ваҡытта бер-береһе менән уҫал шаярыша ла торған булғандар. Бер мәл хәҙер Архангел тип аталған Аҫҡын ауылына сабата-арҡан һатырға килгән ҡатай Ыраутау һыртындағы юлда ҡумырыҡ кешеһе менән эләгешеп китеп, һуңғыһының арҡаһына һуҡҡан. Ҡумырыҡ кешеһе ошолай һамаҡлаған, ти:

Ыраутауҙың баштарында

Ҡатай һуҡты арҡаға.

Мин бармамын, ҡатай килер

Тоғон йөкмәп арпаға[2].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Равтау. Маршруты выходного дня
  2. Г. Ситдиҡова Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым. - Өфө,2002.- 144-се бит. - ISBN 5-295-03172-1