Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы
Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 10 май 1951 |
Тыуған урыны | Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 ноябрь 2020 (69 йәш) |
Һөнәр төрө | табип |
Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы (Рысбаев Рафик Ражапович; 10 май 1951 йыл — 21 ноябрь 2020 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Милләте — башҡорт[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафиҡ Рәжәп улы Ырыҫбаев 1951 йылдың 10 майында РСФСР-ҙың Чкалов өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы составында) тыуған.
1970—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетында уҡып, «табип-педиатр» һөнәре алған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1976 йылдың 10 авгусында Сибай ҡалаһы ҡала дауаханаһында табип-интерн, педиатр булып башлаған.
1977 йылдың авгусынан — Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһында участка педиатры.
1978 йылдың мартынан — Сибай ҡалаһы балалар дауаханаһының дауалау бүлеге буйынса баш табип урынбаҫары.
1980 йылдың февраленән — Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһында участка педиатры.
1980 йылдың декабренән — Сибай район-ара туберкулезды дауалау диспансерының баш табибы. Тап уның етәкселеге осоронда, уның инициативаһы буйынса Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарының мәктәпкә тиклемге йәштәге балалары өсөн реабилитация бүлеге булдырыла, унда йыл һайын 500-гә яҡын бала, туберкулез йоҡторған йәки туберкулез ауырыулылар менән тығыҙ бәйләнештә булған, шулай уҡ йыш ауырығандар һөҙөмтәле дауалау үтә.
2000 йылдан — Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында янғын хәүефһеҙлеге инженеры булып эшләй[2].
2020 йылдың 21 ноябрендә вафат булған[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдан 2000 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда «Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелгән[5]. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рысбаев Рафик Ражапович//Министерство здравоохранения Республики Башкортостан 2021 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Рысбаев Рафик Ражапович//Министерство здравоохранения Республики Башкортостан 2021 йыл 10 май архивланған.
- ↑ 21 ноября 2020 года на 70-м году жизни ушел из жизни замечательный человек, заслуженный врач Республики Башкортостан Рысбаев Рафик Ражапович//Сибайский межрайонный тубдиспансер 2021 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Члены Центральной избирательной комиссии (1995—2017 годы)
- ↑ Указ Президента РБ от 14.07.1998 N УП-449 «О присвоении почетного звания „Заслуженный врач Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения республики» 2021 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Рысбаев Рафик Ражапович