Ыштыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ыштыр
Рәсем
 Ыштыр Викимилектә

Ыштыр (сылғау[1], аяҡ урауы[2]; рус. онуча) — аяҡ кейеменең бер өлөшө, аяҡҡа урай торған, ойоҡто алмаштырыусы туҡыма. Итек һәм сабата эсенән кейелә[2].

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аяҡҡа урау өсөн аҡ, ҡара йәки көрән төҫтәге (киндер, йөн), оҙон, киң (30 сантиметрға яҡын) туҡыма һыҙаты ҡулланыла.

Йылы, буҫтау ыштырҙар урыҫ телендә скуты тип атала[3]..

Урыҫ һәм фин кейеме элементы тип яҙһалар ҙа, был төр сылғау башҡа халыҡтарҙа ла, шул иҫәптән, башҡорттарҙа ла бар. Ыштыр — сылғауҙың сабата эсенән кейә торған төрө, тип аңлатыла 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә[4]

Бындай туҡыма киҫәге менән тотош табанды һәм сираҡты урайҙар. Урап бөткәс, әгәр аяҡ кейеме ҡыҫҡа ҡуныслы булһа йәки ғөмүмән ҡунысы булмаһа, баулап ҡуйғандар. Ғәҙәттә йәйгеһен холст (етен йәки киндер туҡыма), ҡыш көнө — буҫтау һәм киндер туҡыманы бергә урағандар.

Армияла ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урама (рус. Обмотки) — ХХ быуат башында һалдат ботинкалары эсенән тубыҡҡа тиклем аяҡҡа уралған туҡыма киҫәктәре. Донъяның күп армияларында штаттағы аяҡ кейеме итеп ҡулланылған йәки итекте алмаштырған монаят. Киңлеге 10-12 сантиметр, оҙонлоғо 2,5 метрға тиклем еткән. Тәүгеләрҙән булып урамаларҙы Гималай таусыларының аяҡ кейеменең был элементын күреп ҡалған инглиздәр тотона башлай. Урамаларҙың инглизсә атамаһы — ингл. puttee, санскр. patta («таҫма») тигәндән килеп сыҡҡан[5]. Һалдат кейемендә сылғауҙың (ҡара: Хәрби кейем) ҡулланылыуы тураһындағы мәҡәләне ҡарағыҙ.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шангина, 2003
  2. 2,0 2,1 Ҡалып:ВТ-ТСД2
  3. Скутывать // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 704-се бит
  5. Алексей Волынец. Война без сапог. rusplt.ru (16 ғинуар 2015). Дата обращения: 3 июнь 2017. Архивировано 12 май 2017 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андреева Р. П. Онучи // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 264. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Онуча // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  • Скутывать // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  • Шангина И. И. Онучи (завой, портянки, суконки) // Русский традиционный быт: Энциклопедический словарь. — СПб.: Азбука-Классика, 2003. — С. 558—559. — 688 с. — 5000 экз. — ISBN 5-352-00337-X</nowiki>.
  • Рабинович М. Г. Древнерусская одежда IX—XIII вв. // Древняя одежда народов Восточной Европы. М., 1986
  • Сабурова М. А. Древнерусский костюм // Археология. Древняя Русь. Быт и культура. М., 1997