Ыҡ мәмерйәләре
Ыҡ мәмерйәләре | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Туймазы районы |
Урын | Башҡортостан Республикаhы |
Ыҡ мәмерйәләре— Башҡортостан Республикаһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан берҙән-бер мәмерйәләр, ҡая тоҡомдарына һыуҙың йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары булған. Улар Туймазы районының Мәҡсүт һәм Мәскәү ауылдары араһында Ыҡ йылғаһы үҙәненең уң битләүендә, Төркмән ауылынан Иҫке Туймазы ауылына тиклем килгән асфальт юлдар киҫелешендә урынлашҡан. Карст мәмерйәләре, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. 4 мәмерйәне үҙ эсенә ала.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инеү ярыҡтары карст соҡорҙарының төбөндә урынлашҡан, шуға күрә өҫтәге һыуҙарҙың карст тоҡомдары ҡатламына үткәреүсе ролен үтәй. Һоро, аҡһыл-һоро, ҡатлаулы, селенит ҡаты менән балсыҡлы гипстар башлыса горизонталь рәүештә ята. Өҫкө ҡаттарында алһыу гипстар осрай. Бөтә мәмерйәләр ҙә йөрөү урындарының горизонталь яҫылыҡ менән киҫешкән һыҙығы йүнәлешенә эйә. Барлыҡ мәмерйәләр ҙә Түбәнге Пермдең Көңгөр ярусы гипстары үҫеше зонаһында урынлашҡан, улар әүҙем карстлана. Бында биш мәмерйә билдәле. Тәүге тапҡыр Ыҡ мәмерйәләрен бер нисә быуат элек өйрәнгәндәр. Бына географ Николай Рычковтың 1769 йылғы "Ыҡ йылғаһы яры буйындағы күренекле мәмерйәнең һүрәтләүенән" өҙөктәр килтерелә:
«...был мәмерйәнең эс яғына алып барыусы ярыҡ, төптә түңәрәк, өҫтәүенә тигеҙ урында торған бик текә соҡорҙа йәшеренгән, унда төшкәс, ер аҫты ҡорамдарының ҡапҡаһы булып хеҙмәт иткән тәпәш тишек күренә, артабан ҡаты һыуыҡ башлана, һәм, ниһайәт, минең көслө аптырауыма, мин мәмерйә төбөнөң ҡалын боҙ менән ҡапланыуын күрҙем...»
.
Беҙҙең көндәргә тиклем ер аҫты матурлығы һаҡланмаған. Әммә 2004 йылда тәбиғәттең уникаль емеше энтузиастар көсө менән өлөшләтә тергеҙелә. Әлеге ваҡытта унда өс мәмерйә иҫәпләнә.
"Һыулы" мәмерйәһе 11-метрлыҡ тәрәнлектә урынлашҡан. Уға инеү урыны 0,6х0,9 м киңлегендә, карст соҡоро ситендә урынлашҡан. Мәмерйә ҡойо рәүешендә башлана, аҫҡа табан артабан 3 метрға тиклем киңәйә. Көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай киңлеге 12 метр һәм бейеклеге 2 метр булған тау ҡыуышы асыла. Ҡоҙоҡ төбөнән көньяҡҡа ҡарай түбәнгә 27 моҙонлоҡтағы ауыш юл бара, уның осо күл менән тамамлана. Артабан ишелмә артында 16 метр киңлектә һәм 3 м бейеклектәге зал урынлашҡан, ул өйөм менән тамамланған киң юлға күсә. Мәмерйәлә һауанан нефть еҫе сыға. Йәй температура + 5° күтәрелмәй[1].
"Боҙло" мәмерйәһе "Һыулы" мәмерйәһенән төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Уның оҙонлоғо 61 метр һәм тәрәнлеге 10 метр. Соҡор төбөндәге киң ныҡ ауыш ярығы 40 киңлектәге һәм 5 м бейеклектәге түңәрәк формалағы ҡыуышҡа алып килә. Ҡыуыштың иҙәне 20 см ҡалынлыҡтағы боҙ менән ҡапланған. Нефть ҡыуышы Һыулы мәмерйәнең көньяҡ-көнбайышында ята һәм уның менән берҙәм гидрологик системаны барлыҡҡа килә. Уның оҙонлоғо 24 м, амплитудаһы 6 м һәм бушлыҡ күләме 250 м3. Ҡыуыш түгеү резервуары сифатында ҡулланылған. Нефть күленең майҙаны яҡынса 200 м2.
Яңы мәмерйә көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь залдар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 121 м, киңлеге 13,5 м, уртаса бейеклеге 1,7 м, тәрәнлеге 11 м, майҙаны 640 м2, күләме 2780 м3. Инеү урыны (киңлеге 3 м, бейеклеге 1 м) карст упҡынында урынлашҡан[2] "Яңы" мәмерйәгә карст соҡоронда урынлашҡан бер метр бейеклегендә һәм өс метр киңлектә инеү урыны аша эләгергә мөмкин. "Яңы" мәмерйәлә 5 метрға тиклем бейеклектәге биш зал иҫәпләнә, улар бер-береһе менән тәпәш көмбәҙҙәр һәм тар юлдар менән тоташҡан. 173 метр оҙонлоҡтағы Керәс-Тишек мәмерйәһен 1769 йылда тәүге тапҡыр Н.П. Рычков тасуирлай. Мәмерйәгә инеү урыны тар тишек рәүешендә Мәскәү ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 0,5 км алыҫлыҡта 10 м тәрәнлектәге карст соҡоро төбөндә урынлашҡан. Оҙонлоғо 45 м, киңлеге 12 м, бейеклеге 5 м булған беренсе ҡыуыштан Рычковҡа 8 м аралыҡтағы икенсе ҡыуышҡа боҙ буйлап шыуышып барырға тура килә. Икенсе ҡыуыштың оҙонлоғо 54 метр, киңлеге 21 һәм бейеклеге 4 м. Ҡыуыштан киң, ләкин бик тәпәш юл көнбайышҡа алып бара, уның буйынса тубыҡланып боҙ буйлап тағы 30 м төпкәрәк үтеп инергә була. Мәмерйә урынында гипс карьерында шартлауҙар тарафынан ишелеүҙәр һөҙөмтәһендә, әлеге ваҡытта ике яңы мәмерйә барлыҡҡа килә: Һыулы һәм Боҙло мәмерйәләре. Был мәмерйәләрҙе спелеологтар А.Ф.Рыжков һәм А.П. Панов 1964 йылда һүрәтләй. Ыҡ мәмерйәләре республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенән төшөп ҡала, сөнки улар нефть сығарыу ваҡытында юҡҡа сыға. Боҙло һәм Нефтле ҡыуыш мәмерйәләре күмелгән.
Флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә тирә-яғында типик дала пейзажы. Бында тотош убалы дала, ара-тирә ҡайындар осрай. Мәмерйә тирәләй 30-ға яҡын ҡороға сыҙам үҫемлектәр: меңъяпраҡ, ҡылған, типсәк, мең япраҡлы пиретрум, Исет йөнтәҫбашы, әсе әрем, ябай терпекәй үләне, бишҡалаҡ арыҫлан ҡойроғо, ялан бүәгәһе, ҡылсыҡһыҙ күстерә, сылт-сылт сәскә, дауыл сәскәһе, дала шалфейы, ат ҡуҙғалағы һәм башҡалар. Урыны менән бында ялан селеге һәм һоро терескене үҫентеләре осрай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Икские пещеры 2021 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ [1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ыҡ мәмерйәләре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.