Эдди Мерфи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эдди Мёрфи
Eddie Murphy
Eddie Murphy by David Shankbone.jpg
Эдди Мёрфи 2010 йылда «Трайбека» кинофестивалендә.
Исеме:

Эдвард Риган Мёрфи

Тыуған:

3 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны:

Бруклин, Нью-Йорк, АҠШ

Гражданлығы:

Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары

Һөнәре:
актёр, йырсы, сценарист, кинопродюсер, кинорежиссёр, стендап-комик
Карьера:

1976 йылдан

Йүнәлеше:

комедия

Наградалары:

«Грэмми» (1984),
«Золотой глобус» (2007),
«Сатурн» (1997) кинопремиялары

IMDb:

ID 0000552

Commons-logo.svg Эдди Мёрфи

Эдди Мёрфи (Эдвард Риган Мёрфи, инглизсә Edward Regan «Eddie» Murphy; 3 апрель 1961америка комедия актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы. Билдәлелекте башлыса 1980-се йылдарҙа яулай. Бигерәк тә «Беверли-Хиллз полицейскийы» (русса «Полицейский из Беверли-Хиллз») фильмдары серияһындағы Аксель Фоули роле, шулай уҡ «Урындарҙы алмаштырыу» («Поменяться местами»), «Бумеранг», «Сәйер профессор» («Чокнутый профессор»), «Изге йән» («Святоша»), «Доктор Дулиттл», «Таныш булығыҙ: Дэйв» («Знакомьтесь: Дэйв»), «Плуто Нэш мажаралары» («Приключения Плуто Нэша»), «Америкаға сәфәр» («Поездка в Америку»), «Норбиттың хәйләләре» («Уловки Норбита»), «Хыялдағы ҡыҙҙар» («Девушки мечты»), «Өрәкле йорт» («Особняк с привидениями»), «Небоскребты нисек урларға» («Как украсть небоскрёб») һәм башҡа фильмдарҙағы төп ролдәре менән популярлыҡ ала.

Мёрфи шулай уҡ музыкаль альбомдар яҙҙырған һәм бер-нисә мульт-персонажға, шул иҫәптән, «Шрек» мультфильмындағы Ишәккә «тауыш биргән». Бынан тыш стендап комедия жанрында (тамашасылар алдында үҙ аллы юмористик сығыш) оҙаҡ һәм уңышлы эшләй.

«Алтын глобус» («Золотой глобус») премияһы эйәһе[1], Билл Кондондың «Хыялдағы ҡыҙ» фильмындағы икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскар» премияһына номинант була.

«Comedy Central» телеканалы версияһы буйынса «Бар осорҙоң 100 иң бөйөк стенд-ап комиктары» теҙмәһендә 10-сы урынды яулай[2].

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эдди Риган Мёрфи 1961 йылдың 3 апрелендә }} йылда Нью-Йорктағы Бруклиндың Бушуик районында тыуған[3]. Уның әсәһе Лиллиан телефон операторы, ә атаһы Чарльз Эдвард Мёрфи транспорт полицияһы офицеры, һәүәҫкәр актёр һәм комик була[4][5][6]. Эддиның ағаһы Чарли ла актёр булып таныла.

Эдди бәләкәй саҡта уҡ атаһы һәләк була. Был ҡайғынан әсәһе Лиллиан ауырып китә. Ағалы-энеле туғандарға бер йыл буйына икенсе ғаиләлә йәшәргә тура килә[7]. Һуңыраҡ Эдди менән Чарли Рузвельтта (Нью-Йоркта) әсәһе һәм үгәй аталары — туңдырма заводы мастеры Вернон Линч — менән бергә йәшәй.

Башланғыс синыфтарҙа уҡ беленгән комик һәләттәре өсөн Эддины уҡыусы һәм уҡытыусылар ихтирам итә. Яҡынса 15 йәшлек сағында Мёрфи үҙ аллы номерҙары менән сығыш яһай башлай. Был тамашаларға Билл Косби һәм Ричард Прайор йоғонтоһо көслө була. Бер уҡ ваҡытта Мёрфи Нью-Йорктағы «Roosevelt High School» махсус мәктәбендә шөғөлләнә[8].

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
19801984 с Субботним вечером в прямом эфире Saturday Night Live в роли самого себя
1982 ф Сорок восемь часов 48 Hrs. Реджи Хэммонд
1983 ф Поменяться местами Trading Places Билли Рей Велентайн
1983 ф Эдди Мёрфи: В бреду Eddie Murphy Delirious в роли самого себя
1984 ф Полицейский из Беверли-Хиллз Beverly Hills Cop Аксель Фоули
1984 ф Лучший способ защиты Best Defense лейтенант Т. М. Лэндри
1986 ф Золотой ребёнок Golden Child Чендлер Джерелл
1987 ф Полицейский из Беверли-Хиллз 2 Beverly Hills Cop II Аксель Фоули
1987 ф Эдди Мёрфи «Как есть» Eddie Murphy Raw в роли самого себя
1988 ф Поездка в Америку Coming to America принц Аким Джоффер / Кларенс / Ренди Ватсон / Соул
1989 ф Ночи Гарлема Harlem Nights Вернест «Шустрик» Браун
1990 ф Другие сорок восемь часов Another 48 Hrs. Реджи Хэммонд
1992 ф Бумеранг (фильм, 1992) Бумеранг Boomerang / Маркус Грэхэм
1992 ф Достопочтенный джентльмен Distinguished Gentleman Томас Джефферсон
1994 ф Полицейский из Беверли-Хиллз 3 Beverly Hills Cop III Аксель Фоули
1995 ф Вампир в Бруклине Vampire in Brooklyn Максимиллиан / проповедник Поли / Гвидо
1996 ф Чокнутый профессор Nutty Professor Шерман Кламп / Бадди Лав
1997 ф Городская полиция Metro инспектор Скотт Ропер
1998 ф Доктор Дулиттл Doctor Dolittle доктор Джон Дулиттл
1998 ф Святоша Holy Man Джи

Ҡалып:ВмФильме Ҡалып:ВмСериале

1999 ф Пожизненно Life Рэй Гибсон
1999 ф Клёвый парень Bowfinger Кит Рэмси / Джефферсон Рэмси
2000 ф Чокнутый профессор 2: Семья Клампов Nutty Professor II: The Klumps Шерман Кламп / Бадди Лав

Ҡалып:ВмФильме

2001 ф Доктор Дулиттл 2 Dr. Dolittle 2 доктор Джон Дулиттл
2002 ф Обмануть всех I Spy Келли Робинсон
2002 ф Шоу начинается Showtime офицер Трей Селларс
2002 ф Приключения Плуто Нэша Adventures of Pluto Nash Плуто Нэш
2003 ф Особняк с привидениями Haunted Mansion Джим Эверс
2003 ф Дежурный папа Daddy Day Care Чарли Хинтон

Ҡалып:ВмФильме

2006 ф Девушки мечты Dreamgirls Джеймс «Гром» Эрли
2007 ф Уловки Норбита Norbit Норбит / Распутия / мистер Вонг

Ҡалып:ВмФильме

2007 ҡыҫҡ Шрек мороз, зелёный нос Shrek the Halls Осёл
2008 ф Знакомьтесь: Дэйв Meet Dave Дэйв / Капитан
2009 ф Представь себе Imagine That Эван Дэниелсон

Ҡалып:ВмФильме

2011 ф Как украсть небоскрёб[9] Tower Heist Слайд
2012 ф Тысяча слов A Thousand Words Джек Макколл
2015 ф Повар Cook Генри Чёрч
2016 тф Полицейский из Беверли-Хиллз 4 Beverly Hills Cop 4 Аксель Фоули

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Kilday, Gregg 'Dreamgirls' Snares Multiple Golden Globe Nods. The Hollywood Reporter (December 14, 2006). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 июль 2012. 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  2. Comedy Central 100 Greatest Standups of all Time. Listology (May 19, 2005). Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2012. 29 август 2010 тикшерелгән.
  3. Lovece, Frank. «'Beverly Hills Cop 3 — Eddie Murphy Is Back». Calhoun Times. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 июль 2012. 11 июль 2012 тикшерелгән.
  4. Eddie Murphy: The Dreamgirls Interview. DallasBlack.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 июль 2012. 29 август 2010 тикшерелгән.
  5. Eddie Murphy Biography (1961–). Filmreference.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 июль 2012. 29 август 2010 тикшерелгән.
  6. Eddie Murphy Biography — Yahoo! Movies. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 13 июль 2012 тикшерелгән.
  7. Eddie Murphy. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 февраль 2012. 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  8. Eddie Murphy, a BIG Star!. African American Registry. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 сентябрь 2012. 1 август 2012 тикшерелгән.
  9. ‘Tower Heist’ continues filming at Trump International Hotel & Tower. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 февраль 2012. 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]