Эстәлеккә күсергә

Эйр (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эйр күле битенән йүнәлтелде)
Озеро
Эйр
ингл. Kati Thanda-Lake Eyre
Морфометрия
Абсолют бейеклеге-15 ÷ -9 м
Майҙаны9500 км²
Уртаса тәрәнләк1,5 м
Урынлашыуы
28°22′00″ ю. ш. 137°22′00″ в. д.HGЯO
Ил
ТерриторияКөньяҡ Австралия
Австралия
Точка
Эйр
Австралия Көньяҡ Австралия
Точка
Эйр
 Эйр Викимилектә

Эйр[1] (ингл. Kati Thanda-Lake Eyre, элегерәк ингл. Lake Eyre[2]) — Австралиялағы иң ҙур күл.

Австралияның үҙәк өоөшөндәге сүлдә, Көньяҡ Австралия штатында урынлашҡан ҡороп барған күл. Майҙаны 9500 км².

Һирәк ваҡытта диңгеҙ кимәленән 9 м түбәнерәк кимәленә тулылана. Ҡороған осраҡта күл төбөнөң иң түбән өлөшө −16 м бейеклегендә була[3], был илдең иң түбән нөктәһе булып тора.

Күл инглиз тикшеренеүсеһе Эдвард Джон Эйр хөрмәтенә атала, ул тәүгеләрҙән булып 1840 йылда күлде таба.

Күлдең бассейны ябыҡ система булып тора. Күл ике өлөштән — ҙур төньяҡ (Эйр-Норт) һәм бәләкәй көньяҡ (Эйр-Саут) өлөштәренән тора, улар тар ғына Гойдер-Ченнел боғаҙы аша тоташа.

Ҡоро осорҙа ла Эйрҙа әҙерәк һыу ҡала, ул бер нисә бәләкәй күлдәргә йыйыла. Ямғырҙар осоронда Квинсленд штатының төньяҡ-көнсығышындағы йылғалар күлгә табан аға. Муссондар менән килтерелгән һыуҙың миҡдары күлгә йылғалар барып етеү-етмәүен билдәләй.

  1. Карта Австралии, масштаб 1:6 000 000, Роскартография, 2003 год.
  2. New name adopted for outback Lake Eyre. Australian Broadcasting Corporation (19 декабрь 2012). Дата обращения: 19 декабрь 2012. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
  3. Эри на сайте International Lake Environment Committee 2012 йыл 23 май архивланған.