Эйр (күл)
Озеро | |
Эйр | |
---|---|
ингл. Kati Thanda-Lake Eyre | |
![]() | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | -15 ÷ -9 м |
Майҙаны | 9500 км² |
Уртаса тәрәнләк | 1,5 м |
Урынлашыуы | |
28°22′00″ ю. ш. 137°22′00″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Территория | Көньяҡ Австралия |
![]() |
{{#if:||
Эйр[1] (ингл. Kati Thanda-Lake Eyre, элегерәк ингл. Lake Eyre[2]) — Австралиялағы иң ҙур күл.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Австралияның үҙәк өоөшөндәге сүлдә, Көньяҡ Австралия штатында урынлашҡан ҡороп барған күл. Майҙаны 9500 км².
Һирәк ваҡытта диңгеҙ кимәленән 9 м түбәнерәк кимәленә тулылана. Ҡороған осраҡта күл төбөнөң иң түбән өлөшө −16 м бейеклегендә була[3], был илдең иң түбән нөктәһе булып тора.
Күл инглиз тикшеренеүсеһе Эдвард Джон Эйр хөрмәтенә атала, ул тәүгеләрҙән булып 1840 йылда күлде таба.
Күлдең бассейны ябыҡ система булып тора. Күл ике өлөштән — ҙур төньяҡ (Эйр-Норт) һәм бәләкәй көньяҡ (Эйр-Саут) өлөштәренән тора, улар тар ғына Гойдер-Ченнел боғаҙы аша тоташа.
Ҡоро осорҙа ла Эйрҙа әҙерәк һыу ҡала, ул бер нисә бәләкәй күлдәргә йыйыла. Ямғырҙар осоронда Квинсленд штатының төньяҡ-көнсығышындағы йылғалар күлгә табан аға. Муссондар менән килтерелгән һыуҙың миҡдары күлгә йылғалар барып етеү-етмәүен билдәләй.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Карта Австралии, масштаб 1:6 000 000, Роскартография, 2003 год.
- ↑ New name adopted for outback Lake Eyre . Australian Broadcasting Corporation (19 December 2012). Дата обращения: 19 декабрь 2012. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
- ↑ Эри на сайте International Lake Environment Committee 2012 йылдың 23 май көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Fluctuations of Lake Eyre, South Australia 2008 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- Lake Eyre, South Australia 2008 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- Lake Eyre Yacht Club website
- Lake Eyre pelican mystery 2006 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
- Floods of Lake Eyre — Dr Vincent Kotwicki’s site 2006 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
![]() |
Был Австралия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |