Электр конденсаторы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Конденсатор конструкцияһы — ток үткәрә торған ике йөҙлөк, улар араһанда ток үткәрмәй торған диэлектрик.
Монтажлау өсөн төрлө күләмле конденсаторҙар

Конденсатор (лат. condensare — «ҡуйыртылған» йәки баш лат. condensatio — «туплау, йыйыу») — ике полюслы даими йәки үҙгәреүсән һыйҙырышлы[1] электр зарядын йыйыу ҡоролмаһы. Конденсатор пассив электрон компоненты булып тора. Конденсатоҙың иң ябай конструкцияһы ике электр тогын үткәреүсе пластинан һәм улар араһында ток үткәрмәй торған диэлектриктан тора. Диэлектриктың ҡалынлығы пластиналар үлсәме менән сағыштырғанда йоҡараҡ. Ғәмәлдә конденсатор күп ҡатлы итеп уралған электрик һәм диэлектрик таҫманан тора. Конденсаторҙың һыйҙырышлылығы фарадаларҙа үлсәнә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1745 йылда немец кононыгы Эвальд Юрген фон Клейст һәм унан айырмалы эшләгән голланд физигы Питер ван Мушенбрук конденсаторға оҡшаған «лейден банкаһын»[2] уйлап таба. Эпинус конденсаторы тип аталған ток үткәрмәй торған диэлектрик менән айырылып торған ике ток үткәргес сымдан йәки пластинканан эшләнгән ҡорамалдар элегерәк тә билдәле булған.

Конденсаторҙың үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими электр тогында конденсатор электр тогын үткәрмәй, тик электр тогын ҡабыҙғын һәм һүндергән ваҡытта ғына үткәрә. Алмаш ток сылбырында эшләгән конденсатор электр тогы тирбәлеүҙәрен үткәрә. Алмаш токта конденсатор пластинкалары алмашлап зарядлана һәм зарядһыҙлана, даими токта пластинкалар бер тапҡыр ғына зарядлана.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Отсюда возникает разговорное жаргонное наименование конденсатора — ёмкость.
  2. Льоцци М. История физики. — М.: Мир, 1970. — С. 173.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]