Электр тогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:Электродинамика

Электр тогы — электр зарядын йөрөтөүсе киҫәксә йәки квазикиҫәксәләрәҙең бер тәртиптә (йүнәлештә) хәрәкәт итеүе[1][2][3].

Бындай йөрөтөүселәр: металдарҙа — электрондар, электролиттарҙа — иондар, (катиондар һәм аниондар), газдарҙа — иондар һәм электрондар,ҡайһы бер шарттарҙа вакуумда — электрондар, ярым үткәреүселәрҙә — электрондар, йәки тишектәр (электр-тишекле үткәреүсәнлек). Ҡайһы ваҡыт электр тогы тип күсеү тогын(ток смещения) атайҙар, ул билдәле ваҡытта электр ҡыры үҙгәреүҙән барлыҡҡа килә[4].

Электр тогы ошондай сифаттарға эйә:

  • үткәреүселәр йылыныуы (ныҡ көслө үткәреүселәрҙә булмай);
  • үткәреүселәрҙең химик составы үҙгәрә(мәҫәлән, электролиттарҙың);
  • магнит ҡыры хасил итеү (бөтә үткәреүселәрҙә лә бар)[3].

Классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зарядлы киҫәксәләр макроскопик есем эсендә теге, йә был мөхиткә ҡарата хәрәкәт итһә, был ток үткәреүсәнлек тогы тип атала. Әгәр макроскопик зарядланған есемдәр хәрәкәтләнһә (мәҫәлән, зарядлы ямғыр тамсылары), бындай ток конвекцион тип атала[3].

Даими һәм үҙгәреүсән токтарҙы, бынан тыш үҙгәреүсән токтарың тағы бер нисә төрөн айыралар. Бындай төшөнсәләрҙә «электр» һүҙен ҡулланмайҙар.

  • Даими ток — ваҡыт тарауғында йүнәлеше һәм дәүмәле үҙгәрмәүсән ток.
  • Алмаш ток — ваҡыт тарауғы эсендә үҙгәреүсән электр тогы[5]. Үҙгәреүсән ток тип бөтә даими булмаған токтарҙы атайҙар.
  • Периодлы ток — бер мәл эсендә дәүмәлдәре бер үк төрлө ваҡыт эсендә ҡабатланып торған электр тогы[5].
  • Синусоидалы ток — периодлы электр тогы, ваҡыттың синусоидаль функцияһы[5]. Үҙгәреүсән токтар араһында дәүмәле синусоидаль закон буйынса үҙгәреүсән ток төп ток була[6].
  • Квазистационар ток — «сағышырмаса әкрен башҡаға әйләнеүсе үҙгәреүсән ток, уның мәл дәүмәлдәре өсөн етерлек теүәллек менән даими ток закондары үтәлә» (БСЭ)[7]. Ундай закондар- Ом законы, Кирхгоф ҡағиҙәһе һәм башҡалар. Квазистационар ток, даими ток кеүек, тармаҡланмаған селтәрҙең бөтә киҫелешендә лә бер үк ток көсөнә эйә. Квазистационар токтар- ябай сәнәғәт токтары, алыҫҡа үткәреү линияларынан тыш (уларҙа линия буйлап квазистационарлыҡ шарттары үтәлмәй)[7].
  • Юғары йышлыҡлы ток — үҙгәреүсән ток, унар кГц йышлыҡтан башлана, улар йә файҙалы, йә иһә зыянлы була, шул сәбәпле уларға ҡаршы электромагнит тулҡындар һәм скин-эффект кеүек саралар ҡулланыла. Әгәр үҙгәреүсән токтың нурланыш тулҡын оҙонлоғо электр сынйырының элементтары размерына тигеҙләшһә, квазистационарлыҡ шарттары боҙола, бындай сынйырҙы хисаплауға һәм проектлауға айырым ҡараш талап итә (см. Длинная линия).
  • Пульслаусы ток — ваҡыт тарауығы эсендә уртаса дәүмәле нулдән айырмалы периодлы электр тогы[5].
  • Бер йүнәлешле ток — үҙ йүнәлешен үҙгәртмәүсән электр тогы[5].

Токтың йүнәлеше ыңғай зарядлы киҫәксәләр йүнәлеше менән тап килә тип ҡабул ителгән. Үткәргестә электр ағымын тиҫкәре киҫәксәләр барлыҡҡа килтерһә (мәҫәлән, металдарҙа), ток йүнәлеше электрондар ағымына ҡапма-ҡаршы тип ҡабул ителә.

Электр тогын үткәргестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диэлектриктарҙан айырмалы буларыҡ үткәргестәрҙә ирекле зарядтар бар, электр потенциалы көсө тәҫьирендә зарядтар хәрәкәткә килеп электр тогын барлыҡҡа килтерә. Ток көсөнөнөң көсөргәнешлеккә бәйлелеге төп характеристика булып тора. Металл үткәргестәр өсөн ул тура пропорциональ (Ом законы).

Металдарҙа ирекле электрондар электр ағымын барлыҡҡа килтереүсе булып торалар. Ирекле электрондар электрон газы тип күҙҙаллана.

Плазма — ионлашҡан газ. Йылытҡанда, ультафиолет, рентген һәм башҡа нурланыш тәҫьирендә барлыҡҡа килгән ыңғай һәм тиҫкәре иондар һәм электрондар электр зарядын ташыусы булып торалар.

Электролиттар — электр тогын үткәрергә булышлыҡ иткән иондары булған ҡаты һәм шыйыҡ матдәләр. Электролит диссоциацияһы нәтижәһендә ирекле иондар барлыҡҡа килә[8]. Йылытҡан ваҡытта тарғалған молекулалар иҫәбе арта, һәм электролиттың электр тогына ҡаршылығы кәмей. Электролит аша ток үткәндә иондар электродҡа ҡушылып нейтраллашып электродҡа ултыра. Электродҡа ултырған матдәнең массаһын Фарадейҙың электролиз законы буйынса иҫәпләргә була.

Шулай уҡ электр тогы вакуумда ла була, был күренеш электрон-вакуум приборҙарында ҡулланыла.

Тәбиғәттә электр тогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атмосфера электры — һауала булған электр. Электрҙың һауала булыуын беренсе тапҡыр Бенджамин Франклин аса һәм йәшен-күк күкрәү кеүек күренештәргә аңлатма бирә. Һуңыраҡ атмосфераның үрге ҡатламында электр зарядтары йыйылыуы асыҡлана.

Йәшен тәбиғи электр разряды булып тора. Төньяҡ һаҙағайының да тәбиғәте электр менән бәйле. Изге Эмма уттарынаң да тәбиғәте таж һымаҡ зарядһыҙланыу менән бәйле. Биоток — иондарҙың һәм электрондарҙың хәрәкәт итеүе йәшәү процессы өсөн мәһим роль уйнай. Электрохимик сигналдар нерв импульстарын тапшыра. Электр скаты, йыланбалыҡ кеүек хайуандар үҙ-үҙҙәрен һаҡлак өсөн бер нисә йөҙ вольт электр потенциалы йыйырға һәләтле.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Электр тогын өйрәнгән ваҡытта уның кеше эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтарында файҙалы ҡулланыу мөмкинлеге асыла, хатта электр тогынан башҡа булыуы мөмкин булмаған яңы тармаҡтар барлыҡҡа килә. Электр тогын ҡуллана башлағас, электр тогын төрлө ысулдар менән ала торған электороэнергетика тигән яңы тармаҡ барлыҡҡа килә.

Төрлө өлкәлә һәм төрлө ҡатмарлыҡтағы проборҙарҙа электр тогы сигнал тапшырыусы булараҡ файҙаланыла (телефон, радио, идара итеү пульты, ишек ҡыңғырауы һәм башҡалар).

Электр тогын энергия алыу өсөн ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Электрдвигателдәрендә механик энергия алыу,
  • йылытыу ҡоролмаларында, электр мейестәрендә, иретеп йәбештереүҙә йылылыҡ энергияһын алыу,

яҡтыртыу һәм сигнал йыһаздарында яҡтылыҡ энергияһын алыу,

  • юғары йышлыҡтағы тулҡындар һәм радиотулҡындар алау өсөн,

тауыш сигналы өсөн,

  • электролиз ысулы менән төрлө матдәләр алыу өсөн, аккумуляторҙарҙы зарядлау өсөн. Был осраҡта электромагнит энергияһы химик энергияға күсә.
  • магнит ҡыры булдырыу өсөн ( электромагнит).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ковалёв Н. Ф., Миллер М. А. Электрический ток // Физическая энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров — М.: Большая Российская энциклопедия, 1998. — Т. 5. — Б. 515. — 760 б. — ISBN 5-85270-101-7.
  2. Ҡалып:Книга:Сивухин Д.В.: Электричество
  3. 3,0 3,1 3,2 Электрический ток // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. ГОСТ Р 52002-2003 Электротехника. Термины и определения основных понятий
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 ГОСТ Р 52002-2003. Электротехника. Термины и определения основных понятий http://www.gosthelp.ru/gost/gost2416.html
  6. Радиотехнические цепи и сигналы — Понятие спектра
  7. 7,0 7,1 Квазистационарный ток // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  8. Электролиты // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]