Элени Цалигопулу
Элени Цалигопулу | |
грек. Ελένη Τσαλιγοπούλου | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Греция |
Тыуған көнө | 11 апрель 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Науса[d] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Columbia Records[d] |
Элени Цалигопулу Викимилектә |
Элени Цалигопулу (грек. Ελένη Τσαλιγοπούλου; 11 апрель 1963 йыл; — Греция йырсыһы, 30 йыллыҡ карьераһы дауамында Грецияның иң популяр артистарының береһе була[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элени Цалигопулу 1963 йылдың 11 апрелендә Үҙәк Македонияның Науса ҡалаһында тыуған.
Вокал курсы үтеп, 1985 йылда тәүге тапҡыр Салоникта сығыш яһай, ә һуңыраҡ композитор Джордж Зикас менән таныша, артабан уның йырҙары менән тәүге альбомын сығара[2].
1986 йылдан билдәле грек композиторҙарының (улар араһында — Стаматис Спанудакис, Манос Хадзидакис һәм башҡалар) күптәренең йырҙары менән сығыш яһай, Грециянан тыш Европа һәм Америка илдәре буйлап гастролдә йөрөй. Шул ваҡытта йырсы Йоргос Даларас менән таныша һәм уның менән бергә сығыш яһай башлай.
Йыш ҡына Афинала концерт ҡуя, карьераһының тәүге йылдарында тауышын һәм йырлау стилен йыш ҡына икенсе билдәле грек йырсыһы Элефтерия Арванитакиның тауышы һәм стиленә оҡшатһалар, тиҙҙән ул үҙ стиле менән танылыу ала.
Артабанғы тиҫтә йыллыҡта 10-ға яҡын альбом сығарып, грек музыкаль башҡарыусыларының юғары кимәленә тиклем күтәрелә. 1998—1999 йылдарҙа вокалсы Мелина Кана, һуңыраҡ йырсы Димитрис Басис, «Mode Plagal» һәм «Mikro» төркөмдәре менән берлектә гастролдәрҙә йөрөй.
2000-се йылдар трендтарына адаптациялана һәм XXI быуат башынан Никос Портокалоглу, Джон Коцирас һәм шулай уҡ Йоргос Андреу менән хеҙмәттәшлек итә.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1981 йылда уның улы тыуған, уға Аргирис (грек. Αργύρη) тигән исем ҡушҡандар.
2008 йылғы интервьюһында яҡынса 15 йыл дауамында грек композиторы, лирик һәм музыкаль продюсер Йоргос Андреуға (грек. Γιώργος Αντρεου) кейәүҙә булыуы тураһында белдерә[3], әммә улар аҙаҡ айырылшҡандар.
Дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Τσαλιγοπούλου Ελένη : Mygreek.fm . www.mygreek.fm. Дата обращения: 24 март 2019. 2019 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Ελένη Τσαλιγοπούλου - "Κορίτσι και γυναίκα"... www.musiccorner.gr. Дата обращения: 24 март 2019.
- ↑ Το τραγούδι δεν είναι πρόχειρο μπλουζάκι . www.sigmalive.com. Дата обращения: 24 март 2019.
- ↑ Listing for Eleni Tsaligopoulou’s 2011 album Tarrira 2018 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Eleni Tsaligopoulou discography at AllMusic
Элени Цалигопулу Викимилектә |