Элизабет Линней
Элизабет Линней | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 14 июнь 1743[1] |
Тыуған урыны | Швеция |
Вафат булған көнө | 15 апрель 1782[1] (38 йәш) |
Вафат булған урыны | Линнеевское Хаммарбю[d], Уппсала[d], Уппсала[d], Швеция |
Атаһы | Карл Линней |
Әсәһе | Морея Сара Элизабет[d] |
Бер туғандары | Карл Линней младший[d], Sara Christina von Linné[d] һәм Lovisa von Linné[d] |
Нәҫеле | Linné family[d] |
Һөнәр төрө | ботаник |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Элизабет Линней Викимилектә |
Кристина Линней фон Элизабет, атаһы дворянлыҡ алғанға тиклем— Элизабет Кристина Линнея (швед. Elisabeth Christina von Linné, Elisabeth Christina Linnaea, 14 июнь 1743 йыл — 15 апрель 1782 йыл) — швед тәбиғәт фәндәре белгесе һәм билдәле табип Карл Линнейҙың ҡыҙы. Швецияла беренсе ҡатын-ҡыҙ -ботаник булараҡ билдәле. Әҙәбиәттә йыш ҡына уның исеме Лиза Стина (Lisa Stina) тип яҙыла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кристина Элизабет 1743 йылдың 14 июнендә тыуған.
Карл Линней (1707—1778) һәм уның ҡатыны Сара Элизабет Морея (1716—1806) ғаиләһендә икенсе бала була. Уның өлкән ағаһы — Карл Линней-кинйә (1741—1783).
Белемде өйҙәрендә ала. Бер ниндәй ҙә уҡыу йортонда уҡымаған.
Кристина Элизабет беренселәрҙән булып үҫемлектәр донъяһында осраған оптик феномен күренеште һүрәтләй. Күҙәтеүсегә сағыу сәскәләр үҙҙәре нур сәскән һымаҡ күренә. Хатта ваҡыт-ваҡыт ҡыҫҡа ғына нур шәлкеме менән балҡып алыуы күҙәтелә.
1762 йылда күренеш тураһында (19 йәшендә) үҙенең уйланыуҙарын ҡағыҙға төшөрә. уның был мәҡәләһен Швед королелегенең фәндәр академияһы баҫтырып сығара. Унда шулай уҡ, Карл Линнейҙың[2] мәҡәләгә ҡарата үҙе яҙған аңлатмалары индерелгән.
Элизабет настурция сәскәләрендә (настурции большой (Tropaeolum majus)) күҙәтелгән был феномен электр тәбиғәтле булырға тейеш тип фаразлай.
Был мәҡәләгә тәбиғәт фәндәре белгесе һәм билдәле инглиз шағиры Эразм Дарвин (ҡартатаһы Чарльз Дарвин) иғтибар итә.
1789 йылда ул үҙенең The botanic garden, part II, loves of the the containing plants тигән хеҙмәтендә Элизабет Линнейҙың мәҡәләһенә һылтанма яһай. Дарвин, шулай уҡ, был феномен күп кенә ғалимдарҙың хеҙмәттәре менән дә раҫлана тип яҙа. Күп ғалимдар раҫлауынса, башҡа сағыу сәскәле үҫемлектәрҙә лә күҙәтелә. Феномен, бигерәк тә, эңерҙә нығырыҡ дәрәжәлә сағылыш таба.
Дарвиндың был хеҙмәтен йәш саҡтарында, һуңыраҡ киң билдәле булып киткән инглиз шағирҙары Уильям Вордсворт, Кольридж Сэмюэл уҡыған. Уларҙың ижадында феноменды шиғри тасуирлау ҙа урын алған.
Хәҙерге фән феноменды кеше күҙендәге селтәрле ҡатлауҙа (послеобраз) сағыу төҫтән барлыҡҡа килгән ярһыуҙың ҡапыл юҡҡа сыҡмауы, ә яйлап ҡына һүнеүе менән аңлата.
Әҙәбиәттә, йыш ҡына был күренеш « Элизабет (Елизавета) Линней феномены»[3] тип атала.
Элизабет Линней 1782 йылдың 15 апрелендә Линнеевское Хаммарбюла 38 йәшендә вафат була.
Ғаилә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элизабет Линней майор Карл Фредрик Бергенкранцҡа кейәүгә сыға (швед. Carl Fredrik Bergencrantz, 1726—1792). Ул Карл Линнейҙың уҡытыусыларынан береһенең (кесе Улоф Рудбек[4]) ейәне була.
Балалары:
- Карл Фредрик Бергенкранц (швед. Carl Fredrik Bergencrantz, 1765—1765).
- Сара Лиза Бергенкранц (швед. Sara Lisa Bergencrantz, 1766—1846). Ваксхольм коменданты подполковник Пер Мартинға (швед. Per Martin, 1760—1827) кейәүгә сыға. Уларҙың 14 балаһы була[4].
Элизабет Линней әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылда швед яҙыусыһы Кристина Вальдендың Элизабет Линнейҙың яҙмышына арналған (роман Кристины Вальден[sv][5]) Den som jag trodde skulle göra mig lycklig романы баҫыла. Унда Элизабетың, Линнейҙың апостолдарының береһе, Даниэль Соландерға (1733—1782) бәхетһеҙ мөхәббәт тураһында һөйләнелә. Шулай уҡ романда «уның белемгә булған һыуһауы көнкүреш мәшәҡәттәрендә баҫылып ҡалыуы» (её жажда знаний тонет в бытовых заботах"[6]) тураһында бәйән ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title)
- ↑ Das Elisabeth Linné-Phänomen (sogenanntes Blitzen der Blüten) und seine Deutungen // Nature 93, 348 (4 June 1914), doi:10.1038/093348a0
- ↑ Миннарт, 1969
- ↑ 4,0 4,1 Classon, 2007
- ↑ Wahldén, Christina (2013). Den som jag trodde skulle göra mig lycklig. Stockholm: Norstedt. Libris 14751539. ISBN 9789113051802
- ↑ Greve V. «Den som jag trodde skulle göra mig lycklig» av Christina Wahldén // Sveriges Radio, 5 februari 2014. (швед.)(швед.)
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "Elgenstierna" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миннарт М. Явление Елизаветы Линней // Свет и цвет в природе = De natuurkunde van't vrije veld. — М. : Наука, 1969. — С. 143—144. — 360 с. — 40 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Classon R. I spåren av Carl von Linné (швед.). Helsingborgs Dagblad (30 апрель 2007). Дата обращения: 14 март 2016.(швед.). Helsingborgs Dagblad (2007-04-30). 14 март 2016 тикшерелгән.
- L. Vargues in the Twilight Flashes NYBG/the new york баҡсаларында 125 botanical, 2013. (инг.)(инг.)