Элин Вагнер
Элин Матильда Элизабет Вагнер (швед. Elin Wägner, 16 май 1882 йыл — 7 ғинуар 1949 йыл, Берг, Крунуберг, Швеция) — швед яҙыусыһы, журналист, педагог, эколог. Йәмәғәт эшмәкәре, балаларҙы яҡлау һәм ҡотҡарыу буйынса хәрәкәт ойоштороусы, феминистик һәм пацифист хәрәкәте активискаһы.
1944 йылдан башлап Швед академияһы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элина Вагнер Лунд ҡалаһы мәктәбе директоры ғаиләһендә тыуған. Өс йәшендә әсәһенән мәхрүм ҡала. Фогельстадта ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1910 йылда әҙәби тәнҡитсе Джон Ландквистҡа кейәүгә сыға.
Вагнер ашҡаҙан рагы ауырыуынан вафат була. Лунд Төньяҡ зыяратында ерләнгән.
Уның һеңлеһенә Грегор Паульсон өйләнгән була.
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң билдәле суфражисткаларҙың, Швецияла ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғын биреү хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе, ҡатын-ҡыҙҙырҙың тиң хоҡуҡлылығы өсөн Швед йәмғиәтен ойоштороу инициаторы.
Фредрика Бремер менән бер рәттән Э.Вагнер Швецияла феминистик хәрәкәтенең инициаторы, иң мөһим һәм абруйылы эшмәкәре булып тора.
1919 йылдың ноябрендә Элин Вагнер, Элен Пальмшерна и Герда Марку Швецияла балаларҙы яҡлау һәм ҡотҡарыу буйынса илдә иң тәүге «Рада-Барнен» ("Балаларға ярҙам Халыҡ-ара союзы"ның швед бүлексәһе) исемле ойошма төҙөй.
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Романдар, гәзит һәм журнал мәҡәләләре, 4 фильм сценарийы авторы. Э.Вагнерҙың популяр романдары араһында: Norrtullsligan («Ир-егеттәр һәм башҡа бәхетһеҙлектәр», 1908), Pennskaftet («Тотҡа», 1910), Åsa-Hanna крәҫтиәндәре тормошонан халыҡ традициялары рухындағы повесы (1918). Ижади псевдонимы — Девинез (Devinez).
Э. Вагнерҙың китаптары һәм бик күп һанлы мәҡәләләре ҡатын-ҡыҙҙар эмансипация проблемаларына, граждандарҙың хоҡуҡтарына, тыныслыҡ өсөн хәрәкәткә, кешеләрҙең тормош хәлен яҡшыртыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған.
Һайланған библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Från det jordiska museet (1907)
- Norrtullsligan (1908)
- Pennskaftet (1910)
- Helga Wisbeck (1913)
- Mannen och körsbären (1914)
- Camillas äktenskap (1915)
- Släkten Jerneploogs framgång (1916)
- Åsa-Hanna (1918)
- Kvarteret Oron (1919)
- Den befriade kärleken (1919)
- Den förödda vingården (1920)
- Nyckelknippan (1921)
- Den namnlösa (1922)
- Från Seine, Rhen och Ruhr (1923)
- Silverforsen (1924)
- Natten till söndag (1926)
- De fem pärlorna (1927)
- Den odödliga gärningen (1928)
- Svalorna flyga högt (1929)
- Korpungen och jag (1930)
- Gammalrödja (1931)
- Dialogen fortsätter (1932)
- Mannen vid min sida (1933)
- Vändkorset (1934)
- Genomskådad (1937)
- Hemlighetsfull (1938)
- Tusen år i Småland (1939)
- Fred med jorden (1940)
- Väckarklocka (1941)
- Selma Lagerlöf I (1942)
- Selma Lagerlöf II (1943)
- Hans Larsson (1944)
- Vinden vände bladen (1947)
- Spinnerskan (1948)
- Fredrika Bremer (1949)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #59210949 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Elin Matilda Elisabeth Wägner // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 Elin Mathilda Elisabeth Wägner
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Lunds domkyrkoförsamlings kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/LLA/13254/C I/14 (1881-1892), bildid: 00106227_00062, sida 58
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Elin Mathilda Elisabeth, f. 1882 i Lund Malmöhus län (швед.) — Riksarkivet.
- ↑ 7,0 7,1 Bergs kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/VALA/00028/C/4 (1920-1949), bildid: 80007270_00183
- ↑ Wägner, Elin Matilda Elisabet // https://www.svenskagravar.se/gravsatt/cc4504e4-5b7b-4784-bde7-1ad3c8f4c5d7 — Svenskagravar.se.
- ↑ 12) Elin Wägner // Norra kyrkogården i Lund
- ↑ http://www.svenskaakademien.se/svenska-akademien/ledamotsregister/wagner-elin (швед.)
- ↑ http://www.samfundetdenio.se/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вагнер, Элин (1882—1949)(недоступная ссылка) (инг.)