Элисса Аалто
Элисса Аалто | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…] |
---|---|
Гражданлыҡ | Финляндия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | фин. Elsa Kaisa Mäkiniemi |
Имя в браке | Elsa Kaisa Aalto |
Псевдоним | Elissa Aalto |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1922[4][5][6] |
Тыуған урыны | Кеми, Лапландия[d], Финляндия |
Вафат булған көнө | 12 апрель 1994[7][4][5] (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Хельсинки, Финляндия[6] |
Ерләнгән урыны | кладбище Хитаниеми[d][8] |
Атаһы | August Mäkiniemi[d] |
Хәләл ефете | Алвар Аалто |
Һөнәр төрө | архитектор, дизайнер |
Эшмәкәрлек төрө | архитектор[d], архитектура[9], дизайн[d][9], декоративно-прикладное искусство[d][9] һәм мебель[d][9] |
Уҡыу йорто | Һелсинки политехника институты[d] |
Тасуирлау биттәре | arch-pavouk.cz/index.php… |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Элисса Аалто Викимилектә |
Эльза Кайса Аалто (фин. Elsa Kaisa Aalto, тыумыштан Мякинеми, фин. Mäkiniemi; 22 ноябрь 1922[4][5][6], Кеми, Лапландия[d] — 12 апрель 1994[7][4][5] (71 йәш), Хельсинки[6]) — фин архитекторы һәм дизайнеры. Алвар Аалтоның икенсе ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элисса Аалто 1922 йылда Кеми ҡалаһында полковник Аугуст Мякинеми ғаиләһендә тыуған. 1949 йылда Хельсинки ҡалаһында Политехник институтта белем ала һәм архитектор Алвар Аалтола эшләй башлай. Аалтоның шул ваҡытта беренсе ҡатыны, шулай уҡ архитектор һәм дизайнсы Айно вафат була. 1952 йылда Элисса һәм Алвар өйләнешә. Ул ваҡытта Алварға 54 йәш, ә Элиссаға 29 йәш була.
Ирле-ҡатынлы Аалто архитектура проекты өҫтөндә берлектә эшләй башлай[10]. Элисса иренең бөтә конкурс эштәрендә ҡатнаша. Ул Алвар һәм Айно ойошторған мебель етештереү буйынса Artek компанияһы өсөн минимализм жанрында обойҙар серияһын эшләй.
1976 йылда Алварҙың вафатынан һуң Элисса Artek компанияһы менән идара итә[11]. Ул иренең проектын, шул иҫәптән Эссенда опера бинаһын, Ольборгта заман сәнғәте музейы, Люцернала торлаҡ комплексын, Лахтиҙа сиркәү эштәрен тамамлау өҫтөндә эшләй[12][13]. Уның шулай уҡ Выборгта китапхана реконструкциялау пландары ла була[14].
Элисса Аалто 1981 йылда Америка архитекторҙары институтының почетлы ағзаһы титулына лайыҡ була[15]. 1994 йылда 72 -се йәшендә яман шештән вафат була. Хиетаниеми зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #95696562 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ http://www.independent.co.uk/news/people/obituary-elissa-aalto-1371866.html
- ↑ http://www.nytimes.com/1994/04/13/arts/elissa-aalto-architect-71.html
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Elissa Aalto (ингл.) — 2008.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Elissa Aalto // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 http://arch-pavouk.cz/index.php/architekti/1499-aalto-elissa
- ↑ 7,0 7,1 Elissa Aalto; Architect, 71 (ингл.) // The New York Times / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1994. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ Hautahaku
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Aalto, Elissa // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Elissa Aalto; Architect, 71 (англ.). The New York Times (13.04.1994). Дата обращения: 22 октября 2020.
- ↑ Virtanen B. Obituary: Elissa Aalto (англ.). The Independent (22.04.1994). Дата обращения: 22 октября 2020.
- ↑ Elissa Aalto; Architect, 71 (англ.)
- ↑ Virtanen B. Obituary: Elissa Aalto (англ.).
- ↑ Virtanen B. Obituary: Elissa Aalto (англ.)
- ↑ Elissa Aalto; Architect, 71 (англ.).