Элис Манро
Элис Манро | |
ингл. Alice Munro | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…] |
---|---|
Гражданлыҡ | Канада[4][5][6][…] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Alice Ann Laidlaw[7] |
Тыуған көнө | 10 июль 1931[8][9][10][…] |
Тыуған урыны | Уингем[d], Норт-Гурон[d], Гурон[d], Онтарио[d], Канада[11][6][12] |
Вафат булған көнө | 13 май 2024[13] (92 йәш) |
Вафат булған урыны | Порт-Хоуп[d], Нортумберленд[d], Онтарио[d], Канада[14] |
Хәләл ефете | James Munro[d][15] һәм Gerald Fremlin[d] |
Туған тел | инглизсә |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | яҙыусы, сценарий яҙыусы, романист, новеллист, журналист |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәби эшмәкәрлек[d][16], проза[16] һәм хикәйә[16] |
Уҡыу йорто | Университет Западного Онтарио[d][15] |
Әүҙемлек урыны | Клинтон[d][6] һәм Онтарио[d][16] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2024 |
Ойошма ағзаһы | Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Король әҙәби йәмғиәте[d] |
Жанр | хикәйә |
Йоғонто яһаусы | Джон Хойер Апдайк[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Элис Манро Викимилектә |
Элис Энн Манро[17][18] (шулай уҡ Мунро[19], ингл. Alice Ann Munro; 10 июль 1931, Канаданың Онтарио провинцияһы Уингем ҡалаһы)[20] — Канада яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (2013) һәм халыҡ-ара Букер премияһы (2009) лауреаты, Канаданың нәфис әҙәбиәт өлкәһендәге генерал-губернатор премияһы менән өс тапҡыр бүләкләнгән, О.Генри премияһының өс тапҡыр лауреаты һәм Китап тәнҡитселәре милли даирәһе премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манро фермер Роберт Эрик Лейдлоу менән мәктәп уҡытыусыһы Энн Кларк Лейдлоу ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағынан яҙыша башлай. Тәүге хикәйәһен 1950 йылда Көнбайыш Онтарио университетында уҡығанда баҫтыра. Был ваҡытта ул официант булып эшләй. 1951 йылда университетты ташлай (1949 йылдан инглиз теле буйынса махсуслашҡан була), Джеймс Манроға кейәүгә сыға һәм Ванкуверға күсә. Өс ҡыҙҙары тыуа (Шейла, Кэтрин һәм Дженни, 1953, 1955 һәм 1957 йылғылар), әммә Кэтрин донъяға килгәс 15 сәғәттән мәрхүм була. 1963 йылда ғаилә Викторияға күсә, бында улар «Манро китаптары» тигән китап магазины аса. 1966 йылда тағы бер ҡыҙҙары була, уға Андреа тип исем ҡушалар. Элис Манро менән Джеймс 1972 йылда айырылыша. Элис Онтариоға ҡайта. 1976 йылда географ Джеральд Фремлинға бара. Улар Клинтон эргәһендәге фермала йәшәй башлай, һуңыраҡ ҡабат ҡалаға күсәләр.
Элис Манроның «Бәхетле шәүләләр бейеүе» тигән тәүге йыйынтығы (1968) юғары баһа ала, уның өсөн Манро Канаданың иң абруйлы әҙәби бүләге булған генерал-губернатор премияһына лайыҡ була.
1978 йылда «Ә кем һуң әле һин?» тигән йыйынтығын баҫтыра, уның өсөн Элис генерал-губернатор премияһы менән икенсе тапҡыр бүләкләнә. 1979—1982 йылдарҙа Австралия, Ҡытай һәм Скандинавия буйлап ижади сәфәрҙәрҙә йөрөй. 1980 йылда Манро Британ Колумбияһы университетында һәм Кливсленд университетында яҙыусы-резидент вазифаһын биләй. 1980-се һәм 1990-сы йылдарҙа Манро яҡынса дүрт йыл һайын бер йыйынтыҡ сығарып тора. 2002 йылда ҡыҙы Шейла Манро бала сағы һәм әсәһенең тормошо тураһында мемуарҙарын нәшер итә.
2009 йылда яҙыусыға Букер премияһы бирелә.
2013 йылда Элис Манроға «хәҙерге заман хикәйә оҫтаһына» тигән формулировка менән әҙәбиәт буйынса Нобель премияһын тапшыралар. Ул ошо премияны алған беренсе Канада яҙыусыһы була.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Танец счастливых теней (инг.)баш. (инг.)баш. — 1968 (лауреат премии 1968 года генерала-губернатора)
- Жизни девочек и женщин (инг.)баш. (инг.)баш. — 1971
- Что-то я хотел сказать Вам (инг.)баш. (инг.)баш. — 1974
- А кто ты собственно такая? (инг.)баш. (инг.)баш. — 1978 (лауреат премии 1978 года генерала-губернатора)
- Спутники Юпитера (инг.)баш. (инг.)баш. — 1982 (номинирован на премию генерал-губернатора)
- Путь любви (инг.)баш. (инг.)баш. — 1986 (лауреат премии 1986 года генерал-губернатора за художественную литературу)
- Друг моей юности (инг.)баш. (инг.)баш. — 1990 (лауреат книжной премии Trillium)
- Открытые секреты (инг.)баш. (инг.)баш. — 1994 (номинирован на премию генерал-губернатора)
- Избранные рассказы (инг.)баш. (инг.)баш. — 1996
- Любовь хорошей женщины (инг.)баш. (инг.)баш. — 1998 (лауреат премии Гиллер 1998 года)
- Ненависть, дружба, ухаживание, влюбленность, брак (инг.)баш. (инг.)баш. — 2001
- Любовь не теряется (инг.)баш. (инг.)баш. — 2003
- Урожай Манро (инг.)баш. (инг.)баш. — 2004
- Беглянка (инг.)баш. (инг.)баш. — 2004 (победитель премии Гиллер 2004)
- Carried Away: A Selection of Stories — 2006
- Взгляд со скалы Замка (инг.)баш. (инг.)баш. — 2006
- Слишком много счастья (инг.)баш. (инг.)баш. — 2009
- Дорогая жизнь (инг.)баш. (инг.)баш. — 2012
рус телендәге баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Манро Э. Лес : Пер. с англ. О. Кириченко // Лампа, зажжённая в полдень: Рассказы канадских писателей о молодёжи. — М.: Молодая гвардия, 1986. — С. 120—133.
- Манро Э. Настоящая жизнь : Пер. с англ. И. Стам // Иностранная литература. — 1996. — № 1. — С. 11-24.[21][22]
- Манро Э. Жребий : Пер. с англ. М. Карп // Иностранная литература. — 2006. — № 11. — С. 143—166.
- Манро Э. Лицо : Пер. с англ. О. Адаменко // Иностранная литература. — 2010. — № 12. — С. 60-78.
- Манро Э. Беглянка : Пер. с англ. Е. Петрова // СПб.: Азбука. — 2014. — 352 С. — ISBN 978-5-389-07471-2.
- Манро Э. Слишком много счастья : Пер. с англ. А. Степанов // СПб.: Азбука. — 2014. — 352 С. — ISBN 978-5-389-07504-7.
- Манро Э. Танец блаженных теней : Пер. с англ. Е. Калявина // СПб.: Азбука. — 2014. — 256 С. — ISBN 978-5-389-09012-5.
- Манро Э. Любовь хорошей женщины : Пер. с англ. Е. Калявина // СПб.: Азбука. — 2018. — 380 С. — ISBN 978-5-389-14420-0.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Redekop, Magdalene. Mothers and Other Clowns: The Stories of Alice Munro. 1992
- Howells, Coral Ann. Alice Munro. 1998
- The Rest of the Story: Critical Essays on Alice Munro. / Ed. by R. Thacker. 1999.
- Hooper, Brad. The Fiction of Alice Munro: An Appreciation. Greenwood, 2008. 169 p.
- Alice Munro. (Bloom’s Modern Critical Views). 2009. 210 p.
- Карп М. Исследование импульсов // Иностранная литература. — 2006. — № 11 .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Канадской энциклопедии 2013 йыл 12 ноябрь архивланған. (инг.)(инг.)
- Сайт 2019 йыл 6 декабрь архивланған. (инг.)(инг.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.nytimes.com/2009/11/30/books/30book.html
- ↑ Notable Names Database (ингл.) — 2002.
- ↑ Munro Wins International Prize — The New York Times, 2009.
- ↑ Record #68944521 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119036525 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Muere la Premio Nobel canadiense Alice Munro (исп.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119036525 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Alice Munro // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Alice Munro // L'Encyclopédie canadienne, The Canadian Encyclopedia (ингл.)
- ↑ The making of Alice Munro (ингл.) — 2004.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Alice Munro, Canadian author who won Nobel Prize for Literature, dies at 92 (ингл.) — The Globe and Mail, 1936. — ISSN 0319-0714; 1196-2607
- ↑ Alice Munro, Canadian author who mastered the short story, dead at 92 — CBC.ca.
- ↑ 15,0 15,1 Who's who (билдәһеҙ) — (untranslated), 1849. — ISSN 0083-937X
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ BBC: Нобелевская премия по литературе досталась канадке Манро
- ↑ Телеканал Культура: Канадская писательница Элис Энн Манро стала лауреатом Нобелевской премии 2013 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Lenta.ru: Нобелевскую премию по литературе присудили Элис Мунро
- ↑ Биография Элис Мунро . РИА Новости (10 октябрь 2013).
- ↑ Содержание журнала «Иностранная литература» за 1996 г., No 1—12 . Журнальный зал в РЖ, "Русский журнал". Дата обращения: 12 июнь 2014.
- ↑ Иностранная литература - Содержание . Google Книги. Дата обращения: 12 июнь 2014.
- 10 июлдә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Онтариола тыуғандар
- 13 майҙа вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Онтариола вафат булғандар
- Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт француз ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XXI быуат яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар