Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы
Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1955 (69 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы (2 ғинуар 1955 йыл) — ғалим-биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльвира Арҡам ҡыҙы Имелбаева 1955 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын һәм 2003 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 1980 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында: 1988—1990 йылдарҙа һәм 1996—1998 йылдарҙа үҙәк ғилми‑тикшеренеү лабораторияһында (1996 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1999 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтында.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре иммунологияның экологик аспекттарына, гинекология, дерматовенерология, стоматология һәм клиник цитологияла иммунопатология проблемаларына арналған. Эльвира Арҡам ҡыҙы ҡатнашлығында республика дауалау практикаһына серологик скрининг һәм йөклөлөктөң 1‑се һәм 2‑се триместрҙарында тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен диагностикалау ысулдары индерелә, гинекологик һәм башҡа ауырыуҙарҙы цитологик диагностикалау үҫтерелә. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сайт-энциклопедия Ермекеевского района 2016 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.)