Эстәлеккә күсергә

Мусин Эмиль Марат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эмиль Маратович Мусин битенән йүнәлтелде)
Эмиль Мусин
Исеме:

Эмиль Марат улы Мусин

Псевдонимдары:

Э. Мартов

Тыуған көнө:

2 март 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны:

Үзбәк ССР-ы, Ҡашҡадаръя өлкәһе, Шахриса́бз ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Ижад йылдары:

1992

Йүнәлеше:

район һәм ҡала гәзиттәре

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2011)

Мусин Эмиль Марат улы (2 март 1968 йыл) — журналист, 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[1], 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре.

Эмиль Марат улы Мусин 1968 йылдың 2 мартында Үзбәк ССР-ының Ҡашҡадаръя өлкәһе Шахриса́бз ҡалаһында тыуған. 1992 йылда «Филолог. Журналист» һөнәрҙәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Краснокама районында нәшер ителгән «Земляки» журналында социаль тормош бүлеге хәбәрсеһе булып башлай. Артабан Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһының берләштерелгән ижтимағи-сәйәси гәзите «Белебеевские известия»ла ижтимағи-сәйәси бүлек хәбәрсеһе була.

1994 йылда Бәләбәйҙә муниципаль телекомпания ойоштора һәп уның менән 1997 йылға тиклем етәкселек итә.

Дүрт йыл (1997—2001) Бәләбәй гимназияһында тарих уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң Туймазы ҡалаһы һәм районының «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзитенә саҡырыла һәм бөгөн дө шунда эшләй, иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе, иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса күҙәтеүсе.

Ҡайһы бер мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылда донъя күргән материалдары менән республика конкурсында ҡатнашып, «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен яң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында 3-сө урын яуланы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]