Эмма Шенсон
Эмма Шенсон | |
швед. Emma Sofia Perpetua Schenson | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1827[1][2] |
Тыуған урыны | Уппсала[d], Швеция[1][2] |
Вафат булған көнө | 17 март 1913[1][3] (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Уппсала[d], Швеция[1][3] |
Ерләнгән урыны | Уппсаланың иҫке зыяраты[d][4][5] |
Әсәһе | Maria Magdalena Schenson[d][2] |
Һөнәр төрө | фотограф, рәссам |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Эмма Шенсон Викимилектә |
Эмма Шенсон (швед. Emma Sofia Perpetua Schenson; 21 сентябрь 1827 йыл — 17 март 1913 йыл) — швед рәссамы, жанр һәм портрет һынлы сәнғәте белгесе, фотограф. Швецияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге профессиональ фотографтарҙың береһе[6].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1827 йылдың 21 сентябрендә Упсала ҡалаһында, урындағы академия казначейы Джон Шенсон һәм мәктәп администраторы Марии Магадлины Хар ғаиләһендә тыуған.
Уның фотоһүрәттәр сәнғәте менән нисек танышҡаны тураһында мәғлүмәттәрҙе тарих һаҡлап ҡалмаған. Әммә сәйәхәт итеүсе фотографтарҙан өйрәнеп ҡалыу ихтималлығы бик юғары.
1864 йылда ул Упсала ҡалаһында студия аса. Швецияның тәүге профессиональ фотографтарының береһе булып китә. Уға ҡәҙәр ҡатын-ҡыҙҙар үҙаллы фотография менән шөғөлләнмәгән була.
Ә ир-егеттәргә ярҙамсы сифатында ғына сығыш яһай. Упсала студияһы асылғанға тиклем ҡалала фотоһүрәттәр менән профессиональ шөғөлләнеүсе бер кем дә булмаған. Сөнки быға тиклем был эште сәйәхәтсе фотографтар һөнәре тип ҡарағандар.
Шулай уҡ, Эмма Шенсон уның менән шөғөлләнеп акварель һынлы сәнғәте менән дә шөғәлләнә, пейзаж һәм портреттар яҙа.
Уның ҡайһы бер эштәре Упсала ҡалаһының художество музейына (Upplandsmuseet) ҡуйылған.
Рәссамдәргә тәғәйенләнгән бер нисә әсбап баҫтырып сығара: «Lätta nybegynnare teckningar för» (Башлап һүрәт төшөрөүселәр өсөн яҡтылыҡ һүрәттәре, 1877—1878)[7] һәм «Träsniderimönste» йыйынтығы (ағас һырлау өлгөһө буйынса, 1876)[8].
1880 һәм 90-сы йылдарҙа Упсала кафедраль соборын реставрациялауға арналған фотоһүрәттәр серияһын әҙерләй. Ул һүрәттәр техник оҫталыҡты ғына түгел, ә төшөрөп алыу позицияһын һайлау һәләтен дә күрһәтеп торалар.
Швецияла уны иң тәүге фотограф һәм рәссам булараҡ, Стокгольмдан Вильгельмина Лагерхольм һәм Розаля Семан (Sjöman Rosalie)[9], Мальменан Хильда Cёлин (Hilda Sjölin) менән бер рәттән ололап иҫкә алалар.
Кейәүгә сыҡмаған. 1913 йылдың 17 мартында Упсала ҡалаһында вафат була.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Упсала кафедраль соборы. 1889 йыл
-
Упсала кафедраль соборы. 1860 йылда
-
Линнейҙың Йоҡо бүлмәһе. 1864 йыл
-
Ҡурғандар. 1985 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Wigh L. Emma S P Schenson — Б. 531.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Uppsala domkyrkoförsamling (C) Ca:6 (1813-1854) Bild 1370 (AID: v126698a.b1370, NAD: SE/ULA/11632)
- ↑ 3,0 3,1 Uppsala domkyrkoförsamlings kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/ULA/11632/F/12 (1910-1918), bildid: 00150929_00167, sida 164
- ↑ Schenson, Emma Sofia Perputa // https://www.svenskagravar.se/search?query=Emma+Schenson+Sofia+Perputa&parishId=&cemeteryId=&graveNumber=&birthDate=&deathDate=&burialDate= — Svenskagravar.se.
- ↑ Emma Schenson 1827-1913. Fotograf, akvarellmålare — (untranslated).
- ↑ Emma Schenson / Swedish photographer and painter
- ↑ Lätta teckningar för nybegynnare. Schenson, Emma (författare) [Upsala, [1877-1878] Svenska.]
- ↑ Träsniderimönster: Utg. af Emma Schenson. Titeln och inneh-fört. äfven på tyska, franska o. engelska. Schenson, Emma (författare) Upsala, 1876 Svenska.
- ↑ Dahlman, Eva. Kvinnliga pionjärer osynliga i fotohistorien (билдәһеҙ). Tidskrift för genusvetenskap: University of Gothenburg. Дата обращения: 2016.