Энәле балыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Энәле балыҡ
Ukrainian stickleback (Pungitius platygaster).jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pungitius platygaster Kessler, 1859)

Синонимдар
  • Gasterosteus platygaster Kessler, 1859
  • Gasterosteus platygaster aralensis Kessler, 1877
  • Gasterosteus platygaster caucasicus Kessler, 1877
  • Gasterosteus platygaster danubica Steindachner, 1899
  • Gasterosteus platygaster kessleri Yakovlev, 1870
  • Gasterosteus platygaster niger Yakovlev, 1870
  • Gasterosteus pungitius niger Yakovlev, 1870
  • Pungitius platygaster aralensis (Kessler, 1877)
  • Pygosteus platygaster nuda Berg, 1905
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 18877
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр

ЭНӘЛЕ БАЛЫҠ, ЙӘКИ ТЕРПЕ БАЛЫҠ (урыҫ.Малая южная колюшка, лат. Pungitius platygaster)[1] — нурҡанатлы балыҡтарҙың (Actinopterygii) энәле балыҡтар ғәиләһенең (Gasterosteidae) бер төрө

Фәнни классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Домен: Эукариоттар
  • Батшалыҡ: Хайуандар(лат. Animalia)
  • Тип: Хордалылар (лат. Chordata)
  • Подтип: Умыртҡалыларе (лат. Vertebrata)
  • Төркөм (Инфратип): Ауыҙяңаҡлылар (лат. Gnathostomi)
  • Надкласс: Балыҡтар(лат. Pisces)
  • Класс: Һөйәкле балыҡтар (лат. Osteichthyes)
  • Төркөм: Нурҡанатлы балыҡтар (лат. Actinopterygii, Teleostomi)
  • Отряд: Энәле балыҡ һымаҡтар
  • Ғәиләһе: Энәле балыҡтар
  • Ырыу: Туғыҙ энәле балыҡ
  • Төр: Энәле балыҡ

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ЭНӘЛЕ БАЛЫҠ, ЙӘКИ ТЕРПЕ БАЛЫҠ — бик ваҡ балыҡ ул. Уның оҙонлоғо 4—10 сантиметр ғына (ә ата балыҡтар инә балыҡтарҙан вағыраҡ). Йәшенә килгәндә өс йылдан ары йәшәмәй.

Уның кәүҙәһе өс энәле балыҡҡа ҡарағанда нескәрәк. Был балыҡ яланғас (тәңкәһеҙ) тиерлек, йәки ҡойроҡ яғында бер нисә һөйәктән торған пластиналар була.

Арҡа ҡанаты алдында 9—10 энә тора. Балыҡтың һырты һоро-йәшелдән алып ҡуңыр төҫкә тиклем була.

Ян-яҡтары асығыраҡ, һарыраҡ, йыш ҡына тоноҡ ҡына ҡараңғы таптар менән йә ҡыйыш һыҙаттар менән ҡапланған. Ҡорһағы көмөш төҫтә.

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арал, Каспий, Ҡара диңгеҙ бассейндарында тереклек итәләр. Биләмәләре Дунай бассейнында Белградҡа тиклем, шулай уҡ, Ысыҡ-Күл (Ҡырғыҙстан), Һарыһыу (Үҙәк Каҙаҡстан), Тубыл йылғаһы үренә (Обь йылғаһы бассейны) тиклем барып етә.

Сөсө һәм татыр һыуҙарҙа йәшәй ала. Туғыҙ энәле балыҡ Төньяҡ менән Балтик диңгеҙҙәре һайлыҡтарында татыр һыуҙа ла рәхәтләнеп йәшәй.

Башҡортостанда энәле балыҡтың кесе туғыҙ энәле тип аталған төрө йәшәй. Быныһы иһә төньяҡта ятҡан бар ҡитғаларҙа бар: Евразия менән Америкала ла. Беҙҙә улар Яҡтыкүлдә, Мауыҙҙы күлендә һәм Яйыҡ башында осрай.

Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ыуылдырыҡ сәсер ваҡытҡа ата балыҡтарҙың муйыны менән күкрәге ҡап-ҡара бер төҫкә инә. һирәгерәк иркәк балыҡтар тотошлай ҡараға әйләнә.

Яҙ көнө энәле балыҡ үҙенең ыуылдырыҡтарын һыуға һипмәй, ә улар өсөн оя яһай. Барыһы ла эшкә бара: һыу аҫтындағы ваҡ (бер бөртөк) үләндәр ҙә, төптән сүпләнгән бәләкәс кенә ағас киҫәге лә.

Бөтәһен дә энәле балыҡ йомро ояға ҡушып үрә. Ояһы үтә сыҡмалы була. Һыу үҫемлектәрендә эленеп тора.

Унан һуң, энәле балыҡ берсә оя әйләнәһендә йөҙөп йөрөй. Уға ҡабырғаһы менән ышҡылып ала, ныҡ микән тип һынап ҡарай! Берәй балыҡ яҡын килә башлаһа, энәләрен ҡапыл тырпайтып уға ташлана.

Оя әҙер булғас, энәле инә балыҡ уға ни бары иллеләп ыуылдырыҡ һала. Ләкин ата энәле балыҡ ояла бер генә ыуылдырыҡ бөртөгө, бер селбәрә лә һәләк булмаһын тип, уны ҡарауыллай.

Оя әҙер булыу менән ата балыҡ вертикаль йүнәлештә тулғын кеүек төрлө хәрәкәттәр яһап йөрөй башлай. Берәй энәле инә балыҡ уға эйәрһә, ояһына алып ҡайта. Үҙе аша үтеп китә. Артынан килгән инә балыҡ ояға ыуылдырығын һалып сыға. Ни бары иллеләп ыуылдырыҡ һала. Ошолай ҡылыҡтары менән ата балыҡ бер нисә инә балыҡты алып ҡайтырға мөмкин. Етерлек ыуылдырыҡ йыйып алғас, ата балыҡ ояла бер генә ыуылдырыҡ бөртөгө, бер селбәрә лә һәләк булмаһын тип, уны ҡарауыллай.

Төньяҡ диңгеҙҙәрҙә, сөсө һыуҙарҙа ла ваҡ ҡына өс энәле терпе балыҡтар (сәнскеле балыҡтар) йәшәй. Ата терпе әкәмәт һуғышсан балыҡ. Башҡа ата терпеләр менән ыҙғышып ваҡытын үткәрә. Инә терпеләргә лә бик яғымлы түгел ул.

Үрсей торған саҡ еттеме, ата терпе балыҡ ҡапыл үҙгәрә лә ҡуя. Унан да тыныс, аҡыллы балыҡты осратырмын тимә. Унан эшкә сума. Үлән тамырҙарын һәм бүлбеләрен таҙа ҡомло, тымыҡ урынға ташый йә оя яһарға тотона.

Оя әҙер булыу менән ата балыҡ вертикаль йүнәлештә тулғын кеүек төрлө хәрәкәттәр яһап йөрөй башлай. Берәй энәле инә балыҡ уға эйәрһә, ояһына алып ҡайта. Үҙе аша үтеп китә. Артынан килгән инә балыҡ ояға ыуылдырығын һалып сыға.

Ошолай ҡылыҡтары менән ата балыҡ бер нисә инә балыҡты алып ҡайтырға мөмкин. Етерлек ыуылдырыҡ йыйып алғас, уларҙы аталандыра һәм башҡаса инә сәнскеле балыҡтарҙы ояға яҡын ебәрмәй. Сөнки, инә балыҡтар әсәлек тигән нәмәне белмәйҙәр, үҙ ыуылдырыҡтарын ашайҙар.

Инде хәҙер ата өсөн яңы хәстәрлектәр арта. Ояны әленән-әле ул төҙәтеп тора. Оя эсенә инеп, йөҙгөстәре менән тонсоған һыуҙы, аҡрын ғына тулҡынландырып, саф ағым менән алмаштыра.

Ун-ун ике көндән ояла кескәй балыҡтар тыуа. Ата уларға кислородлы, саф һыу хәстәрләй. Бының өсөн ул ояның түбәһен аса.

Берәй балаһы оянан ситкә сыҡһа, хәстәрлекле ата уны шунда уҡ ауыҙына ҡабып кире алып инә һәм ояға ебәрә. Бына шулай ата иркәләүендә селбәрәләр үҫеп етә. Шунан һуң ғына ваҡ терпе балыҡтар ирекле көн итә башлай…

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., 1989. — Б. 225. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.

Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]