Эстәлеккә күсергә

Эрато (Әрмәнстан батшабикәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Эрато
Էրատո
Эрато
Флаг
Флаг
Бөйөк Әрмәнстан батшабикәһе
б.э.т. 8 йыл (йәғни б.э.т. 6 йыл йәғни б.э.т. 12 йыл) — 1 йыл (йәғни б.э.т. 1 йыл)
Алдан килеүсе: Тигран III
Дауамсы: Ариобарзан II
 
Тыуған: беҙҙең эраның 12 йылдан һуң
Үлгән: билдәһеҙ
Нәҫел: Арташесидтар
Атаһы: Тигран III
Ире: Тигран IV

Эрато (әрм. Էրատո) — Бөйөк Әрмәнстан батшабикәһе, Арташесидтар нәҫеленең һуңғы вәкиле. Батша Тигран III ҡыҙы, батша Тигран IV ҡатыны һәм бер туған һеңлеһе.

Эрато үҙенең бер туған ағаһы Тигран IV кейәүгә сыға, ул беҙҙең эраға тиклем 8 йылда Бөйөк Әрмәнстандың батшаһы була.

Беҙҙең эраға тиклем 5 йылда римлеләр Тигран IV һәм Эратоны тәхеттән төшөрә һәм батша итеп уларҙа тотҡонда булған Артавазд III тәғәйенләй, әммә ул тәхеттә тик 3 йыл ғына ултырып өлгөрә. Түңкәрелештән һуң тәхеткә йәнә Тигран IV һәм Эрато ултыра. Ләкин тиҙҙән Тигран IV төньяҡтан Әрмәнстанға һөжүм иткән тау кешеләренә ҡаршы алышта һәләк була, ә Эрато беҙҙең эраның 1 йылда (йәки беҙҙең эраға тиклем 1 йылда) тәхеттән баш тарта.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, Эрато 6—12 (йәки 11) йылдарҙа йәнә Бөйөк Әрмәнстан батшабикәһе була. Эрато киткәс Әрмәнстанда Арташесидтарҙың нәҫеленең хакимлыҡ итеүе тамамлана.

  • Нерсисян М. Противоборство центральных княжеств и нахарарств // История армянского народа. — Ереван: Издательство Ереванского Университета, 1985. — 528 с. (әрм.)
  • R. Naroll, V.L. Bullough & F. Naroll, Military Deterrence in History: A Pilot Cross-Historical Survey, SUNY Press, 1974
  • H. Temporini & W. Haase, Aufstieg und Niedergang der römischen Welt: Geschichte und Kultur Roms im spiegel der neueren Forschung, Walter de Gruyter
  • E. Yarshater, The Cambridge History of Iran, Cambridge University Press, 1983
  • R. Syme & A.R. Birley, Anatolica: studies in Strabo, Oxford University Press, 1995
  • W.G. Sayles, Ancient Coin Collecting IV: Roman Provincial Coins (Google eBook), F+W Media, Inc, 1998
  • P.M. Swan, The Augustan Succession: An Historical Commentary on Cassius Dio’s Roman History, Books 55-56 (9 B.C.-A.D. 14) (Google eBook), Oxford University Press, 2004
  • R.G. Hovannisian, The Armenian People from Ancient to Modern Times, Volume 1: The Dynastic Periods: From Antiquity to the Fourteenth Century, Palgrave Macmillan, 2004
  • V.M. Kurkjian, A History of Armenia, Indo-European Publishing, 2008
  • M.A. Ehrlich, Encyclopedia of the Jewish Diaspora: Origins, Experiences, and Culture, Volume 1 (Google eBook), ABC-CLIO, 2009
  • M. Bunsen, Encyclopedia of the Roman Empire, Infobase Printing, 2009
  • A. Mayor, The Poison King: the life and legend of Mithradates, Rome’s deadliest enemy, Princeton University Press, 2009
  • Tacite, Annales, livre II, Chapitre IV.
  • Cyrille Toumanoff, Les dynasties de la Caucasie chrétienne de l'Antiquité jusqu'au xixe siècle : Tables généalogiques et chronologiques, Rome, 1990, p. 94 et 500
  • Marie-Louise Chaumont, « L'Arménie entre Rome et l'Iran : I de l'avènement d'Auguste à l'avènement de Dioclétien », dans Aufstieg und Niedergang der römischen Welt, II, 9.1, 1976, p. 76.
  • René Grousset, Histoire de l’Arménie des origines à 1071, Paris, Payot, 1947 (réimpr. 1973, 1984, 1995, 2008), 644 p., p. 103-104.
  • Gérard Dédéyan (dir.), Histoire du peuple arménien, Privat, Toulouse, 2007 (ISBN 978-2-7089-6874-5), p. 137.