Эржиес
Эрджиес | |
---|---|
төр. Erciyes | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Вулкан формаһы | стратовулкан |
Һуңғы атылыу | 6880 г. до н.э. ± 40 лет |
Түбәһе бейеклеге | 3864 м [1] |
Түбәһенә беренсе менеү | 1837 йыл (Уильям Джон Гамильтон William John Hamilton). |
Эржиес[2] (төр. Erciyes) йәки Эржия́с[3][4][5] (төр. Erciyas}}) — Төркиәләге ҙур стратовулкан, Кесе Азия таулығының эске өлөшөндә Анатолий яҫы таулығының[5] көньяҡ-көнсығышында, Кайсери ҡалаһынан көньяҡҡа 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Үҙәк Кесе Азияның иң бейек тауы. Ике түбәһе бар. Иң юғары түбәнең бейеклеге — 3864 метр, икенсеһенекенең — 3703 метр. Тауҙың диаметры 72 километр, 3800 квадрат километр территорияны ҡаплай. Битләүҙәрендә 28 конус бар. Боҙлоҡ 3300 метр бейеклеккә тиклем шыуып төшә[6]. Итәгендә һәм битләүҙәренең аҫҡы өлөштәрендә — баҫыуҙар, баҡсалар, виноградлыҡтар[5].
Хетт осоронан алып илаһи Һарһара тауы (хетт Harhara, Hargaia, Harkasos), Аҡ тау (hit. ḫarki — аҡ)[7], Хаззи һәм Намни — Язылыҡая яҙыуҙарына ярашлы, Куррит мифологияһында хөрмәт ителә. Илаһи тауҙың исеме яҙмаларҙа Лувий иероглифтары менән яҙылған һәм б. э. т. VIII быуатҡа ҡарай. Каппадокия әһәмәниҙәр сатрапияһына әйләнгән осорҙан алып Каппадокия батшалығы (Kingdom of Cappadocia) ҡолатылғанға тиклем был культ буйынса археологик һәм эпиграфик мәғлүмәттәрҙә өҙөклөк бар.
Ошо осорҙа Аргей бор. гр. Αργαίος, Ἀργαῖον ὄρος[8], лат. Argaeus[6][9], Аргеос, Аргеус[5]тип йөрөтөлгән, Аргеос, Аргеус (боронғо грек, латин ырыуы) йәки Аргей тауы культы Архелай Филопатор батша ваҡытында тергеҙелгән. Аргей тауын илаһилаштырыу культы III быуат аҙағына тиклем дауам иткән. Илаһи Аргея тауының һүрәте тәңкәләрҙә һуғылған[7] һәм геммаларҙа соҡоп яһалған. Эдуард Гергард[en] и другие учёные пишут о культе Зевса Аргейского[10][11]. Эдуард Гергард һәм башҡа ғалимдарҙың Аргейлы Зевс культы тураһында яҙмалары бар. Гай Юлий Солин әйтеүенсә, каппадокиялылар, Алла Аргеяла йәшәй, тип раҫлай[12]. Максим Тирский былай тип яҙған: «Каппадокийлылар тауҙы илаһ тип һанай, уның менән ант итә һәм изге һын һанап уға баш эйә». («Каппадокийлылар өсөн тау — алла, йыуаныс та, кумир ҙа», бор. грек. Ὄρος Καππαδόκαις καὶ θεὸς καὶ ὅρκος καὶ ἄγαλμα)[13]. Ай планетаһындағы Аргей пигы Mons Argaeus Аргей тауы атамаһынан алынған.
Страбон Аргей тураһында «барлыҡ тауҙарҙан да иң бейек тау» тип яҙған, уның түбәһенән аяҙ көндә Понт диңгеҙен (Ҡара диңгеҙ) һәм Исск (Искәндәрун) ҡултығын, Аргей янындағы урмандарҙы күрергә мөмкин булған[6]. Гай Юлий Солин, Аммиан Марцеллин һәм Өлкән Плиний, Каппадокияны һәм Мазак ҡалаһын (Каппадокия Кесарияһын, хәҙер — Кайсери)[12][14][15]. Клавдий Клавдиан Аргей тураһында «унда ҡанатлы аттар көтөүе утлап йөрөй» тип яҙған[16][17].
Сингармонизм арҡаһында 1940—1960-сы йылдарҙа Эрджияс (Erciyas) Эрджиесҡа үҙгәртелә[18].
Вулкан б. э. т. яҡынса 6880 йылда урғылған[1] О вулканической активности сообщают Страбон[6] и Клавдий Клавдиан[9][16]. Вулкандарҙың әүҙемлеге тураһында Страбон һәм Клавдий Клавдиан хәбәр итә. Янартауҙың һуңғы әүҙемлеге 253 йылда була[1], метан ташландыҡтары Солтан Һаҙлығынан сығаСултан Сазлыгы[en][19][6].
Тәүге тапҡыр 1837 йылда альпинист Уильям Джон Гамильтон William John Hamilton күтәрелә. Артабан 1849 йылда тауға Платон Александрович Чихачёв һәм Генри Фэншейв Тоузер Henry Fanshawe Tozer күтәрелә[20].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Erciyes Dagi (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института (проверено 2 ноябрь 2018)
- ↑ Физическая карта // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 104. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 449.
- ↑ Указатель географических названий // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 254. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Эрджияс // Экслибрис — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 30).
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Страбон. География. XII, 2, 7
- ↑ 7,0 7,1 Виноградов А. Ю. Кесария Каппадокийская // Православная энциклопедия. Том XXXII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2013. — С. 543-547. — 752 с. — 33 000 экз. — ISBN 978-5-89572-035-6
- ↑ Argaeus mons // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 139.
- ↑ 9,0 9,1 Клавдий Клавдиан. Против Евтропия. II, 114 сл.
- ↑ Eduard Gerhard. Griechische Mythologie: Theil 1. Die griechischen Gottheiten. — Berlin: Georg Reimer, 1854. — S. 166.
- ↑ Hakman, Meral Identification of a new cult in Cappadocia: Zeus Argaios (инг.) // The Journal of International Social Research. — 2017. — В. 54. — Т. 10. — С. 463—467. — ISSN 1307-9581. — DOI:10.17719/jisr.20175434610
- ↑ 12,0 12,1 Гай Юлий Солин. Собрание достопамятных сведений. II, 45
- ↑ Максим Тирский. Речь VIII, 8
- ↑ Аммиан Марцеллин. Деяния. XX, 9
- ↑ Плиний Старший. Естественная история. VI, 3
- ↑ 16,0 16,1 Клавдий Клавдиан. Против Руфина. II, 28—30
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;klav3
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Aksu, Ibrahim The Sultan's Journey and other Turkish Placename Stories // Names. — 2003. — Т. 51. — № 3–4. — С. 185. — ISSN 0027-7738. — DOI:10.1179/nam.2003.51.3-4.163
- ↑ John Seach. Erciyes Dagi Volcano (ингл.). Volcano Live. Дата обращения: 3 апрель 2019. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
- ↑ Henry Fanshawe Tozer. Turkish Armenia and Eastern Asia Minor. — London, 1881.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арджиш-даг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Argaeus mons // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 139.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Erciyes Dagi (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- John Seach. Erciyes Dagi Volcano (ингл.). Volcano Live. Дата обращения: 3 апрель 2019. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
- Peakbagger.com 2012 йыл 29 июнь архивланған.
- Peakware.com 2014 йыл 22 март архивланған.