Эрзя Википедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Favicon Википедии Эрзя Википедияһы
Эрзянь Википедия
Бүлек логотибы
URL:myv.wikipedia.org
Коммерция:Шәфҡәтлелек
Сайт тибы:Селтәрҙәге
энциклопедия
Теркәлеү:Мәжбүри түгел
Тел:Эрзя теле
Мөлкәтсе:Викимедиа фонды
Эшләй башлаған дата:26 май 2008
Мәҡәләләр һаны:7877 (184-се урын)
Биттәр һаны:29 891
Төҙәтеүҙәр һаны:149 456
Теркәлгән ҡатнашыусылар:13 261
Әүҙем ҡатнашыусылар:16
Хакимдәр:4
Тәрәнлек:39,1

Эрзя Википедияһы (эрзя Эрзянь Википедия) — Википедияның эрзя телендәге бүлеге. 2008 йылдың 26 майында эшләй башлай (быға тиклем инкубаторҙа була)[1].

2007 йылдың июлендә Википедияның урыҫ бүлеге ирекмәне, Мәскәүҙә йәшәүсе Андрей Суриков проект төҙөү инициативаһы менән сығыш яһай. Шулай уҡ инициатив төркөмгә Финляндияла эрзя теле уҡытыусыһы, америка тел белгесе Джек Рютер, Санкт-Петербургтан журналист Петрянь Андю (Андрей Петров) һәм Ульяновскиҙан инженер-программист Михаил Степченко инә[2][3].

2008 йылдың 19 февралендә Википедияның тел комитеты «Эрзя Википедияһы» ҡабул ителгән талаптарға тура килеүен һәм әҙерлеген раҫлай һәм уны уңышлы проект тип таный[4]. Бынан һуң 4 ай дауамында белгестәр мәғлүмәттәрҙе инкубаторҙан күсереү өсөн платформа әҙерләй, мәҡәләләрҙең дөрөҫлөгөн тикшерә[1].

Тәүге ярты йыл эсендә эрзя бүлегенең администраторҙары итеп Петрянь Андю, Андрей Суриков һәм Джек Рютер һайлана[1]. 2015 йылдың 16 майында бүлектәге мәҡәләләр һаны 2000 үтеп китә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]