Эстония муниципалитеттары
Сәйәсәт |
Эстония |
Был мәҡәлә — түбәндәге серия өлөшө: |
|
|
Муниципалитет — йәки урындағы үҙидаралыҡ (эст. kohalik omavalitsus) — Эстонияның конституция тарафынан билдәләнгән иң кескәй административ берәмеге. Илдең бөтә территорияһы үҙидаралыҡтар араһында бүленгән.
Законға ярашлы, урындағы үҙидаралыҡтарҙы булдырыу демократик юл менән формалаштырылған урындағы власть органдарының, нигеҙле мәнфәғәттәрҙән һәм ерле халыҡтың өмөттәренән сығып һәм тәғәйен үҙидаралыҡтың үҫеш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, урындағы тормошҡа закон сиктәрендә үҙаллы етәкселекте ғәмәлгә ашырыуын күҙҙә тота.
Административ структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстонияла үҙидаралыҡтар ике типта була: ҡалалар (эст. linn) һәм улустар (эст. vald).
Һәр үҙидаралыҡта йыйылыш тип аталған вәкиллекле власть органы бар (эст. volikogu), ул даими йәшәгән халыҡ тарафынан ирекле, тура, дөйөм һәм бер рәүешле һайлау барышында йәшерен тауыш биреү юлы менән дүрт йылға бер һайлана. Эстонияла, парламент һайлауҙары менән сағыштырғанда, урындағы һайлауҙарға хас үҙенсәлек булып тауыш биреү хоҡуғына эйә булыуҙың Эстония гражданлығы булыу-булмауға түгел, ә муниципалитет территорияһында даими йәшәүгә бәйлелеге тора. Урындағы үҙидаралыҡта даими йәшәгән һәм 18 йәше тулған бөтә кешеләр (гражданлығы булмаған һәм башҡа дәүләттең гражданы булған кешеләрҙе лә индереп) тауыш биреүҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Әммә кандидатураһын тик Эстония граждандары йә Европа берләшмәһенә ингән башҡа илдәрҙең граждандары ғына күрһәтә ала. Кадрҙағы хәрбиҙәр, шулай уҡ ҡылынған енәйәт өсөн суд хөкөмөнә тарттырылғандар һәм иректән мәхрүм итеү урындарына ебәрелгәндәр (һуңғылары тауыш биреүҙә лә ҡатнаша алмай) һайлана алмай.
Урындағы йыйылыш ағзаларының һаны биләмәлә йәшәгән кешеләр һанына ҡарап билдәләнә. Таллиндың ҡала йыйылышы 79 ағзанан (максимум) тора. Йыйылыш ағзаларының минималь һаны — 7. Урындағы йыйылышҡа етәкселекте уның ағзалары тарафынан һайланған рәйес (эст. volikogu esimees) тормошҡа ашыра, ул ултырыштарҙы алып бара, вәкиллек функцияларын башҡара һәм совет ҡабул иткән норматив акттарға ҡул ҡуя.
Йыйылыш менән бергә, урындағы һәр үҙидаралыҡта башҡарма власть органы — управа (эст. valitsus) бар. Управа башында ҡалаларҙа — мэр (эст. linnapea), улустарҙа улус старейшинаһы (эст. vallavanem) тора, улар йыйылыш тарафынан дүрт йылға тәғәйенләнә (ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу йыйылыш ҡарары нигеҙендә мөмкин). Управа башлығы муниципалитет йыйылышынан управа ағзаһы вазифаһына кандидаттарҙы раҫлата, управа эшен ойоштороа, уның ултырыштарын әҙерләй һәм алып бара, управа эшен һәм уның буйһоноуында булған органдарҙың һәм учреждениеларҙың эшен ойоштороу буйынса приказдар сығара, управаның бойороҡтарына һәм ҡарарҙарына ҡул ҡуя, шулай уҡ вәкиллек функцияларын башҡара. Мэрҙар һәм улус старейшиналарының бер үк ваҡытта башҡа дәүләт йә муниципаль вазифа биләүе йәки муниципалитет ҡатнашлығындағы коммерция компанияһының советына инеүе мөмкин.
Муниципалитет эсенә бер йә бер нисә торама пункт инеүе ихтимал. Эре үҙидаралыҡтар сикләнгән вәкәләтле үҙ управаларына эйә булған ҡала (эст. linnaosa) йәки улус райондарына (эст. osavald) бүленә ала. Бындай район управаһының башлығы вазифаға мэр йә улус старейшинаһы күрһәтеүе буйынса муниципалитет управаһы тарафынан тәғәйенләнә һәм бушатыла. Мәҫәлән, Таллин ҡалаһы 8 ҡала районынан тора: Хааберсти, Кесклинн, Кристийне, Ласнамяэ, Мустамяэ, Нымме, Пирита, Пыхья-Таллинн.
Күләме буйынса муниципалитеттар 400 000 кешегә тиклем халыҡ йәшәгән Таллиндан на бары 60 кеше йәшәгән Рухнуға тиклем айырыла. Үҙидаралыҡтарҙың 80 проценттан ашыуында 5 000 кеше йәшәй, шунлыҡтан уларҙың күбеһе административ йәки хужалыҡ функцияларын үтәү маҡсатында хеҙмәттәшлек итә. 2016 йылда Рийгикогула административ реформа тураһында закон проекты ҡабул ителә[1], унда үҙидаралыҡтың минималь күләме 5 000 кеше тип билдәләнә һәм үҙидаралыҡтарҙы 11 000 кешенән дә кәм булмаған минималь һанлы итеп ойошторорға тәҡдим ителә, әлбиттә, иҫкәрмәләргә лә юл ҡуйыла. Реформа, ике этапта үтеп, 2017 йылдың 1 октябренә тамамланырға тейеш.
Муниципалитеттарҙың вәкәләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конституцияға ярашлы, урындағы үҙидаралыҡтар урындағы тормошҡа ҡағылышлы бөтә һорауҙарҙы закон сиктәрендә автономлы хәл итә. Уларҙың компетенцияларына, атап әйткәндә, түбәндәгеләр инә:
- муниципалитет территорияһында социаль ярҙам, социаль хеҙмәттәр, ҡарттарҙы ҡарауҙы, йәштәр менән эште ойоштороу;
- торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ;
- һыу тәьминәте һәм канализация, территорияны йыйыштырыу, тәртиптә тотоу, таҙартыу, сүп-сарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы сығарыу;
- урындағы йәмәғәт транспорты;
- ҡаланы планлаштырыу (дөйөм һәм ентекле планлаштырыуҙар), юлдарҙы тәртиптә тотоу.
Үрҙә һаналған вәкәләттәр закон менән башҡа органдарҙың хакимиәт даирәһенә тапшырылмаған күләмдә тормошҡа ашырыла.
Үҙидаралыҡтар бурыстарына шулай уҡ уларҙың милкендәге мәктәпкәсә балалар учреждениеларын, мәктәптәрҙе, гимназияларҙы, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса түңәрәктәрҙе, китапханаларҙы, музейҙарҙы, спорт базаларын, хәйриәлек йорттарын һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын аҫрау, йорт бесәйҙәрен һәм эттәрен тотоу ҡағиҙәләрен булдырыу, йәмәғәт урындарында тәртип ҡағиҙәләрен булдырыу инә.
Урындағы үҙидаралыҡтар йәмәғәт тәртибен һәм урындағы үҙидаралыҡтың норматив акттары үтәлешенә контролде тормошҡа ашыра торған структураларҙы төҙөй ала.
Эстониялағы муниципалитеттар үҙ бюджетына эйә һәм ҡайһы бер урындағы һалымдар һәм йыйымдарҙы тәғәйенләргә хоҡуҡлы (мәҫәлән, рекламаға, урамдарҙы һәм юлдарҙы ябыуға, йорт хайуандарына, күңел асыу ойошмаларына һалым, парковка өсөн түләү һ. б.).
Урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре шулай уҡ Республика Президентын һайлауҙа һайлаусылар коллегияһы ағзаһы сифатында ҡатнаша ала.
Урындағы үҙидаралыҡтарҙың автономияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт судының суд ғәмәлиәтенә ярашлы[2], муниципалитеттарҙың дәүләт власына ҡарата автономлылығы бөтәһенән элек урындағы барлыҡ мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеү хоҡуғын аңлата (йәғни «урындағы үҙидаралыҡтарҙың үҙойошоу хоҡуғы»). Был, атап әйткәндә, урындағы үҙидаралыҡтарҙың үҙ функцияларын башҡара алырлыҡ кимәлдә аҡса менән тәьмин ителергә тейешлеген һәм урындағы йыйылыштар ағзаларының, иң элек урындағы община мәнфәғәттәрен алға ҡуйып (кәрәк булғанда хатта дәүләт власы органдарына ҡаршы барып), үҙәк дәүләт власынан бойондороҡһоҙ рәүештә үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге булырға тейешлеген аңлата. Урындағы автономия принцибынан сығып, суд 2005 йылда урындағы һайлау берләшмәләрен ойоштороуға дәүләт индергән тыйыуҙы юҡҡа сығарҙы[3].
Эстонияның ҡануниәте шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡтарҙың автономияһын яҡлау механизмын да эшләгән — әгәр, муниципалитет фекере буйынса, берәй закон йәки министрҙың йә хөкүмәттең ҡарары урындағы үҙидараның конституция биргән гарантияларын боҙһа, был муниципалитет, ошо акттың конституцияға ярашлы булмауын таныуҙы юллап, туранан-тура Дәүләт судына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.[4]. Конституция шулай уҡ, муниципалитеттың фекерен тыңламай тороп, уның сиктәрен үҙгәртеүҙе лә тыя[5].
Муниципалитеттар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың октябренән Эстонияла 215 үҙидаралыҡ эшләй, уларҙың 30-ы — ҡалаларҙа һәм 185-е — ауылдарҙа. Өйәҙҙәр буйынса муниципалитеттарҙың исемлеге түбәндә бирелә:
Валгаама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
Улустары:
- Карула (эст. Karula vald)
- Отепя (эст. Otepää vald); Отепя (эст. Otepää) ҡалаһын да индереп
- Палупера (эст. Palupera vald)
- Пука (эст. Puka vald)
- Пыдрала (эст. Põdrala vald)
- Сангасте (эст. Sangaste vald)
- Тахева (эст. Taheva vald)
- Тыллисте (эст. Tõlliste vald)
- Хельме (эст. Helme vald)
- Хуммули (эст. Hummuli vald)
- Ыру (эст. Õru vald)
Вильяндимаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
Улустары:
- Абья (эст. Abja vald); Абья-Палуоя (эст. Abja-Paluoja) ҡалаһын да индереп
- Вильянди (эст.)баш.Ҡалып:Ref-etбаш. (эст. Viljandi vald)
- Каркси (эст. Karksi vald); Каркси-Нуйа (эст. Karksi-Nuia) ҡалаһын да индереп
- Колга-Яани (эст. Kolga-Jaani vald)
- Кыо (эст. Kõo vald)
- Кыпу (эст. Kõpu vald)
- Сууре-Яани (эст. Suure-Jaani vald); Сууре-Яани (эст. Suure-Jaani) ҡалаһын да индереп
- Тарвасту (эст. Tarvastu vald)
- Халлисте (эст. Halliste vald)
Вырумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
- Выру (эст. Võru)
Улустары:
- Антсла (эст. Antsla vald); Антсла (эст. Antsla) ҡалаһын да индереп
- Варсту (эст. Varstu vald)
- Вастселийна (эст. Vastseliina vald)
- Выру (эст. Võru vald)
- Ласва (эст. Lasva vald)
- Меремяэ (эст. Meremäe vald)
- Миссо (эст. Misso vald)
- Мынисте (эст. Mõniste vald)
- Рыуге (эст. Rõuge vald)
- Сымерпалу (эст. Sõmerpalu vald)
- Урвасте (эст. Urvaste vald)
- Хаанья (эст. Haanja vald)
Ида-Вирумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
- Кивиыли (эст. Kiviõli)
- Кохтла-Ярве (эст. Kohtla-Järve)
- Нарва (эст. Narva)
- Нарва-Йыэсуу (эст. Narva-Jõesuu)
- Силламяэ (эст. Sillamäe)
Улустары:
- Авинурме (эст. Avinurme vald)
- Азери (эст. Aseri vald)
- Алайыэ (эст. Alajõe vald)
- Вайвара (эст. Vaivara vald)
- Ийзаку (эст. Iisaku vald)
- Иллука (эст. Illuka vald)
- Йыхви (эст. Jõhvi vald); Йыхви (эст. Jõhvi) ҡалаһын да индереп
- Кохтла (эст. Kohtla vald)
- Кохтла-Нымме (эст. Kohtla-Nõmme)
- Лохусуу (эст. Lohusuu vald)
- Люганузе (эст. Lüganuse vald); Пюсси (эст. Püssi) ҡалаһын да индереп
- Мяэтагузе (эст. Mäetaguse vald)
- Сонда (эст. Sonda vald)
- Тойла (эст. Toila vald)
- Тудулинна (эст. Tudulinna vald)
Йыгевамаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
Улустары:
- Йыгева (эст. Jõgeva vald)
- Касепяя (эст. Kasepää vald)
- Пала (эст. Pala vald)
- Паламусе (эст. Palamuse vald)
- Паюси (эст. Pajusi vald)
- Пуурмани (эст. Puurmani vald)
- Пыльтсамаа (эст. Põltsamaa vald)
- Сааре (эст. Saare vald)
- Табивере (эст. Tabivere vald)
- Торма (эст. Torma vald)
Ляэне-Вирумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
Улустары:
- Винни (эст. Vinni vald)
- Виру-Нигула (эст. Viru-Nigula vald)
- Вихула (эст. Vihula vald)
- Вяйке-Маарья (эст. Väike-Maarja vald)
- Кадрина (эст. Kadrina vald)
- Лаеквере (эст. Laekvere vald)
- Раквере (эст. Rakvere vald)
- Ракке (эст. Rakke vald)
- Рягавере (эст. Rägavere vald)
- Сымеру (эст. Sõmeru vald)
- Тамсалу (эст. Tamsalu vald); Тамсалу (эст. Tamsalu) ҡалаһын да индереп
- Тапа (эст. Tapa vald); Тапа (эст. Tapa) ҡалаһын да индереп
- Хальяла (эст. Haljala vald)
Ляэнемаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
- Хаапсалу (эст. Haapsalu)
Улустары:
- Вормси (эст. Vormsi vald)
- Кулламаа (эст. Kullamaa vald)
- Лихула (эст. Lihula vald); Лихула (эст. Lihula) ҡалаһын да индереп
- Ляэне-Нигула (эст.)баш.Ҡалып:Ref-etбаш. (эст. Lääne-Nigula vald)
- (эст. Martna vald)
- Ноароотси (эст. Noarootsi vald)
- Ныва (эст. Nõva vald)
- Ридала (эст. Ridala vald)
- Ханила (эст. Hanila vald)
Пылвамаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улустары:
- Ахья (эст. Ahja vald)
- Валгъярве (эст. Valgjärve vald)
- Вастсе-Куусте (эст. Vastse-Kuuste vald)
- Вериора (эст. Veriora vald)
- Вярска (эст. Värska vald)
- Канепи (эст. Kanepi vald)
- Кыллесте (эст. Kõlleste vald)
- Лахеда (эст. Laheda vald)
- Микитамяэ (эст. Mikitamäe vald)
- Моосте (эст. Mooste vald)
- Орава (эст. Orava vald)
- Пылва (эст. Põlva vald); Пылва (эст. Põlva) ҡалаһын да индереп
- Ряпина (эст. Räpina vald); Ряпина (эст. Räpina) ҡалаһын да индереп
Пярнумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
Улустары:
- Аре (эст. Are vald)
- Аудру (эст. Audru vald)
- Варбла (эст. Varbla vald)
- Вяндра (эст. Vändra alev)
- Вяндра (улус) (эст. Vändra vald)
- Кихну (эст. Kihnu vald)
- Коонга (эст. Koonga vald)
- Пайкузе (эст. Paikuse vald)
- Саарде (эст. Saarde vald); Килинги-Нымме (эст. Kilingi-Nõmme) ҡалаһын да индереп
- Сауга (эст. Sauga vald)
- Сурью (эст. Surju vald)
- Тахкуранна (эст. Tahkuranna vald)
- Тоотси (эст. Tootsi)
- Тори (эст. Tori vald)
- Тыстамаа (эст. Tõstamaa vald)
- Халинга (эст. Halinga vald)
- Хяядемеесте (эст. Häädemeeste vald)
Рапламаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улустары:
- Вигала (эст. Vigala vald)
- Кайу (эст. Kaiu vald)
- Кехтна (эст. Kehtna vald)
- Кохила (эст. Kohila vald)
- Кяру (эст. Käru vald)
- Мярьямаа (эст. Märjamaa vald)
- Райккюла (эст. Raikküla vald)
- Рапла (эст. Rapla vald); Рапла(эст. Rapla) ҡалаһын да индереп
- Юууру (эст. Juuru vald)
- Ярваканди (эст. Järvakandi)
Сааремаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
- Курессааре (эст. Kuressaare)
Улустары:
- Вальяла (эст. Valjala vald)
- Каарма (эст. Kaarma vald)
- Кихельконна (эст. Kihelkonna vald)
- Кярла (эст. Kärla vald)
- Лаймяла (эст. Laimjala vald)
- Лейси (эст. Leisi vald)
- Люманда (эст. Lümanda vald)
- Мустьяла (эст. Mustjala vald)
- Муху (эст. Muhu vald)
- Ориссааре (эст. Orissaare vald)
- Пёйде (эст. Pöide vald)
- Пихтла (эст. Pihtla vald)
- Рухну (эст. Ruhnu)
- Сальме (эст. Salme vald)
- Торгу (эст. Torgu vald)
Тартумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
Улустары:
- Алатскиви (эст. Alatskivi vald)
- Вара (эст. Vara vald)
- Вынну (эст. Võnnu vald)
- Камбья (эст. Kambja vald)
- Конгута (эст. Konguta vald)
- Лаева (эст. Laeva vald)
- Луунья (эст. Luunja vald)
- Меекси (эст. Meeksi vald)
- Мякса (эст. Mäksa vald)
- Ныо (эст. Nõo vald)
- Пейпсияяре (эст. Peipsiääre vald)
- Пийриссааре (эст. Piirissaare vald)
- Пухья (эст. Puhja vald)
- Ранну (эст. Rannu vald)
- Рынгу (эст. Rõngu vald)
- Тарту (эст. Tartu vald)
- Тяхтвере (эст. Tähtvere vald)
- Хааслава (эст. Haaslava vald)
- Юленурме (эст. Ülenurme vald)
Харьюмаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары
- Кейла (эст. Keila)
- Локса (эст. Loksa)
- Маарду (эст. Maardu)
- Палдиски (эст. Paldiski)
- Сауэ (эст. Saue)
- Таллин (эст. Tallinn)
Улустары:
- Аэгвийду (эст. Aegviidu vald)
- Ания (эст. Anija vald); Кехра (эст. Kehra) ҡалаһын да индереп
- Вазалемма (эст. Vasalemma vald)
- Виймси (эст. Viimsi vald)
- Йыэляхтме (эст. Jõelähtme vald)
- Кейла (эст. Keila vald)
- Керну (эст. Kernu vald)
- Кийли (эст. Kiili vald)
- Козе (эст. Kose vald)
- Куусалу (эст. Kuusalu vald)
- Нисси (эст. Nissi vald)
- Падизе (эст. Padise vald)
- Раазику (эст. Raasiku vald)
- Раэ (эст. Rae vald)
- Саку (эст. Saku vald)
- Сауэ (эст. Saue vald)
- Харку(эст. Harku vald)
Хийумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улустары:
- Кяйна (эст. Käina vald)
- Пюхалепа (эст. Pühalepa vald)
- Эммасте (эст. Emmaste vald)
- Хийу (эст. Hiiu vald); Кярдла (эст. Kärdla) ҡалаһын да индереп
Ярвамаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалалары:
- Пайде (эст. Paide)
Улустары:
- Албу (эст. Albu vald)
- Амбла (эст. Ambla vald)
- Вяятса (эст. Väätsa vald)
- Имавере (эст. Imavere vald)
- Кареда (эст. Kareda vald)
- Койги (эст. Koigi vald)
- Коэру (эст. Koeru vald)
- Пайде (эст. Paide vald)
- Роосна-Аллику (эст. Roosna-Alliku vald)
- Тюри (эст. Türi vald); Тюри (эст. Türi) ҡалаһын да индереп
- Ярва-Яаани (эст. Järva-Jaani vald)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Реформа местного самоуправления 2010 йыл 23 март архивланған. публикация эстонского института
- Реформа местного самоуправления 2005 йыл 14 октябрь архивланған. публикация института балтийских наук
- Administrative Территориальное деление Эстонии сайт института эстонского языка
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рийгикогу принял Закон об административной реформе - Рийгикогу (рус.) (15 ғинуар 2016). Дата обращения: 18 сентябрь 2016. 2016 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ Ссылки на решения Государственного суда, касающиеся автономии муниципалитетов (на эстонском)(недоступная ссылка)
- ↑ В Эстонии разрешены избирательные союзы
- ↑ Põhiseaduslikkuse järelevalve kohtumenetluse seadus
- ↑ Статья 158 Конституции Эстонии