Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлбарыҫ (лат. Panthera tigris) — пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡараған ҡара һыҙыҡлы, ҡыҙғылт һары төҫтәге һөтимәр эре йыртҡыс йәнлек[1]; бик ҙур йыртҡыс урман хайуаны. Ул Көнсығыш һәм Көньяҡ Азияла йәшәй.
Юлбарыҫ, арыҫлан менән бер рәттән, әлеге көндә йәшәүсе иң ҙур бесәй булып һанала. Юлбарыҫ иң ҙур йыртҡыс йәнлектәргә инә, ауырлығы буйынса аҡ һәм һоро айыуҙарҙан ғына ҡалыша.
Һәр йыл 29 июлдә Халыҡ-ара юлбарыҫ көнө билдәләнә. Уның маҡсаты — донъя йәмәғәтселеген был хайуандарҙың юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булыуы тураһында киҫәтеү һәм уларҙы артабан һаҡлау ысулдары тураһында мәғлүмәт биреү.
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)