Эстәлеккә күсергә

Юлдашев Хисмәт Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисмәт Юлдашев
Исеме:

Юлдашев Хисмәтулла Хәсән улы

Тыуған көнө:

1 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе Амангилде районы Өрпәк ауылында

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Премиялары:

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһыһың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1]

Юлдашев Хисмәт Хәсән улы (1 апрель 1957 йыл) — башҡорт шағиры, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1]

Хисмәт (Хисмәтулла) Хәсән улы Юлдашев 1957 йылдың 1 апрелендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе Амангилде районы Өрпәк ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Ырымбур өлкәһе Александров районы Иҫәнгилде ауылында үтә. Ошонда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Күрше ауыл Карл Маркста урта мәктәп бөтөрә. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары белем ала. Хисмәт Юлдашев Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шиғырҙары рус, төрөк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

1984 йыл — Мәскәүҙә М Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1984—1987 йылдар — Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир булып эшләй. 1987—1988 йылдар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында мөхәррир, баш мөхәррир, әҙәби тапшырыуҙарҙың баш мөхәррире, «Ижад» ижад берекмәһенең етәксеһе була. 1998—1999 йылдар — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директорҙың репертуар һәм реклама буйынса урынбаҫары. 1999—2002 йылдар — Өфө Быраулау эштәре идаралығында (Көнбайыш Себер) эшләй. 2002—2005 йылдар — «Ағиҙел» журналының публицистика бүлеге мөдире. 2005—2006 йылдар — М. Ғафуриҙың йорт-музейы директоры. 2006 йылдан алып әлегәсә — «Өфөнефть» НГДУ-һының «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә технологик насостар һәм компрессорҙар машинисы (Көнбайыш Себер).

  • Көмөш йүгән. 1983.
  • Убаларҙа — ҡылған. 1989.
  • Сәнскеле йондоҙ. 2007.
  • Себер еле. 2012.
  • Һуҡмаҡ. 2017.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.