Юнысов Марат Сабир улы
Уҡыу көйләүҙәре
(Юнусов Марат Сабирович битенән йүнәлтелде)
Юнысов Марат Сабир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 18 март 1940[1] (84 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Юнусов, Сабир Юнусович[d] |
Һөнәр төрө | химик |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның химия факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы |
Юнысов Марат Сабир улы (18 март 1940 йыл) — үзбәк һәм Рәсәй химик ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016). Химия фәндәре докторы (1974), профессор (1983).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Сабир улы Юнысов 1940 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә тыуған. Ташкенттың Үҫемлек матдәләре химияһы институтына нигеҙ һалған билдәле ғалим Сабир Юныс улы Юнысовтың улы; Марат Сабир улы ла Өфөгә күскәнсе шул институтта эшләй.
- 1962 йылда Мәскәү дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.
- 1962—1990 йылдарҙа Үзбәкстан Республикаһы Фәндәр академияһының Үҫемлек матдәләре химияһы институтында эшләй.
- 1966 йылда — кандидатлыҡ, 1973 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
- 1990 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтында эшләй.
- 1991 йылда— Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, 2003 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана.
- 1994 йылдан — РФА Өфө фәнни үҙәге Органик химия институты директоры, 2006—2010 йылдар — бер үк ваҡытта РФА ӨФҮ Президиумы рәйесе.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биоорганик химия. Үҫемлек матдәләре химияһы. Алкалоидтар химияһы. Аритмияға ҡаршы Аллапинин средствоһын, аконитин һәм ос-бикукулин биореактивтарын таба.
Монографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Строение нового дитерпенового алкалоида зераконина и его N. окиси. М., 1987
- Реакции ликоктониновых алкалоидов с 7,8-метилен-диоксигруппой с Na в жидком аммиаке, 1989
- Строение таласамина, таласимидина и таласимина. М., 1991.
- Diterpenoid Alkaloids, 1991
- Diterpenoid Alkaloids,1993
- Химия изохинолиновых алкалоидов, 2007
- Алкалоиды растений Аконита зеравшанского и аконита Аконита корейского. М., 2008
- Алкалоиды изохинолинового ряда, М., 2011
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике улы бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница на сайте РАН
- Страница на сайте УНЦ РАН 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.
- «Академику Юнусову Марату Сабировичу — 70 лет!»
- Ученого с мировым именем выгоняют на улицу
- ↑ Юнусов Марат Сабирович // https://www.biografija.ru/biography/junusov-marat-sabirovich.htm