Юрий Гагарин һәйкәле (Ташкент)
Юрий Гагарин һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1979 |
---|---|
Дәүләт | Үзбәкстан |
Административ-территориаль берәмек | Чиланзар[d] |
Урын | Ташкәнт |
Төп тема | Гагарин Юрий Алексеевич |
Жанр | паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Постников, Григорий Николаевич[d] һәм Адылов, Сабир Рахимович[d] |
Бағышланған | Гагарин Юрий Алексеевич |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза, Цемент һәм мәрмәр[d] |
Һүрәтләнгән объект | Гагарин Юрий Алексеевич |
Етештереү ысулы | круглая скульптура[d] |
Мираҫ статусы | oбъект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d] |
Указания, как добраться | Chilonzor koʻchasi |
Юрий Гагарин һәйкәле (Ташкент) Викимилектә |
Юрий Гагарин һәйкәле Ташкентта совет осоусы-космонавты, Советтар Союзы Геройы — донъя тарихында йыһан арауығына осош яһаған беренсе кеше Юрий Алексеевич Гагарин хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың 60-сы йылдар башында Ташкентта, беренсе ботаника баҡсаһы территорияһында, Анхор каналының һул яры буйында, Юрий Алексеевич Гагарин хөрмәтенә аталған парк ойошторолған була[1]. 1969 йылда паркта обелиск ҡуйыла, ул бетон куб ҡаҙап ҡуйылған стела күренешендә була, кубтың бер яғында космонавтың портреты рәүешендә барельеф эшләнгән.
1979 йылда обелиск һәйкәл менән алыштырыла, һәйкәлдең скульпторы космос темаһына эштәре менән билдәле Григорий Постников, архитекторы Сабир Адылов. Һәйкәл асыу тантанаһында космонавтар Георгий Береговой һәм Владимир Джанибеков[2] ҡатнаша.
1995 йылда һәйкәл ҡаланың Чиланзар районына, Юрий Гагарин исемен йөрөткән урамға, «Чайка» кинотеатры ҡаршыһына күсерелә, һуңғараҡ кинотеатрҙың исеме лә беренсе космонавт хөрмәтенә үҙгәртелә[3].
Һәйкәлдең тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бронза скульптура Юрий Гагаринды йыһан скафандрында, шлемһыҙ, ракетаның конденсацияланған эҙе рәүешендә стилләштерелгән 28 метрлыҡ стела фонында, Ер шары түбәһендә баҫып тора итеп һүрәтләй. Юғары күтәрелгән уң ҡулында Ерҙең беренсе яһалма юлдашы макетын тотоп тора[4]. Һәйкәлдең алһыу гранит менән көпләнгән постаментында металл хәрефтәр менән «ЮРИЙ ГАГАРИН»исеме теҙеп яҙылған.
Һәйкәл композицияһы менән һәм стилистик Мәскәүҙә 1958 йылда, Рига метро станцияһы вестибюле янында урамда ҡуйылған Беренсе Ер юлдашы монументы (скульпторы С. Ковнер) менән оҡшаш[5].
Һәйкәл тәүге асылған урында, Ю. А. Гагарин исемендәге паркта, постамент бейек ҡалҡыулыҡҡа ҡуйылған була, уның итәгенән түбәһенә киң гранит баҫҡыс илтә. Яңы урында һәйкәлдең постаменты тигеҙ бетон майҙансыҡҡа ҡуйыла.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Гагарин һәйкәле һәм уның эргәһендәге майҙан, Рәсәй дипломаттары һәм дәүләт власы вәкилдәре ҡатнашлығында, Халыҡ-ара авиация һәм космонавтика көнөнә бағышланған тантаналы саралар үткәреү урыны булып хеҙмәт итә[6][7]
Үзбәкстан киң мәғлүмәт сараларында байрам саралары үтмәгән көндәрҙә монумент тирәһендәге йәмһеҙ күренешкә ҡағылышлы бер нисә мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуң, урындағы власть һәйкәл янындағы территорияны матурлау эшенә тотона[3][8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Прогулки по Ташкенту. Маршрут 3. Набережная Анхора. Площадь Мустакиллик 2015 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ С именем Юрия Гагарина
- ↑ 3,0 3,1 Пьяная площадь имени Гагарина
- ↑ Памятник Юрию Гагарину
- ↑ Памятник создателям первого спутника 1957 года 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Церемония возложения цветов к памятнику Ю.А.Гагарину в Ташкенте . 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Около ста человек возложили цветы к памятнику Гагарину в Ташкенте .
- ↑ Улицу Гагарина в Ташкенте благоустроят