Коковихин Юрий Иванович
Коковихин Юрий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 22 декабрь 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны |
Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | металлург |
Эш урыны | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Уҡыу йорто | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Коковихин Юрий Иванович (22 декабрь 1936 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы. Техник фәндәр докторы, профессор.[1]
220-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән бер нисә монография, шулай уҡ күп авторлыҡ таныҡлыҡтары һәм патенттары бар.[2][3]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Иванович Коковихин 1936 йылдың 22 декабрендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1959 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы баҫым менән эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1966 йылда ошо уҡ юғары уҡыу йортонда «Исследование прокатки проволоки в многовалковых калибрах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1974 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтында «Теория и практика применения роликовых волок в сталепроволочно-канатном производстве» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4] 1978 йылда Ю. И. Коковихинға «профессор» ғилми исеме бирелә. Ғалим булараҡ уның үҫешенә техник фәндәр докторҙары, профессорҙар М. И. Бояршинов һәм М. Г. Поляков етди йоғонто яһай.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йылдан алып 1981 йылға тиклем Ю. И. Коковихин Магнитогорск тау-металлургия институтында аспирант булып эшләй, ике диссертация яҡлай, шул уҡ йылда ойошторолған «Машина-автоматтар сым һәм канат етештереүҙә» кафедраһының беренсе мөдире була[5]. 1981 йылда Украина ССР-ына күсеп китә һәм Днепродзержинск индустриаль институтында (хәҙер Днепр дәүләт техник университеты) эшләй, 1988 йылдан алып 1995 йылға тиклем «Металдарҙы өйрәнеүсе фән һәм термик юл менән эшкәртеү» кафедраһының мөдире була[1] Һуңынан бер нисә ойошма директоры булып эшләй. Күп кенә хеҙмәттәр авторы, шулар иҫәбендә:
- Технология сталепроволочного производства. (Учебник, 1995).
- Производство низкоуглеродистой проволоки. (Учебник, 1995, в соавторстве).
- Биметаллы и защитные покрытия. Теория и практика. (1997, в соавторстве).
- Проектирование сталепроволочных цехов. (Учебник, 1999, в соавторстве).
Юрий Иванович Коковихиндың ғилми тикшеренеүҙәре метиз етештереүенең махсус технологияһы өлкәһе менән бәйле моно-биметалл сымын эшләү ысулдары, шулай уҡ әҙ пластикалы материалдарҙан: бериллий һәм уның иретмәләренән, алюмин, баҡыр, титан, цирконий, тутыҡмай торған ҡоростан таҫмалар һәм фольга эшләү. Уның етәкселегендә өс докторлыҡ һәм 20-нән артыҡ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Ул «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе һәм миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары бар.
Әлеге ваҡытта Украинаның Днепродзержинск ҡалаһында йәшәй.