Эстәлеккә күсергә

Юша (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юша
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку!
Характеристики
Оҙонлоғо9 км
Киңлеге3 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеҠайынтүбә 
Абсолют бейеклеге1109 м
Урынлашыуы
54°39′39″ с. ш. 57°53′48″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Юша

Юша  — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Көньяҡ Урал тау һырты. Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан.

Юша һырты Көньяҡ Уралдың Белорет районы өлөшөндә Кесе Инйәр һәм Инйәр йылғалары араһында ята. Ул Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһенә инә.

Оҙонлоғо — 9 км, киңлеге — 3 км. Иң бейек түбәһе — 1109 Ҡайынтүбә тауы. 857-нән 1109 метрға еткән 5 түбәһе бар — Ҡараташ (1103 м), Дүнәнһуйған (1093 м) — Аҡһарыҡ, Васильевская Поляна.

Юша түбәнге һәм урта рифей свиталарын тәшкил иткән машаҡ һәм юша тау тоҡомдарынан тора. Тәүгеһендә — кварц ҡомлоҡтар, конгломераттар, аргиллиттар, базальттар, риолиттар өҫтөнлөк итһә, юша тоҡомдарына алевролиттар, ҡомташтар, балсыҡлы һәүерташтар (сланцтар) инә.

Юша һыртынан Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары Көҙйылға, Мәйгәште йылғалары баш ала.

Ландшафты — күләгәлә үҫә алған ылыҫлы ағас урмандары, бейек ҡаялар аҫтындағы тундра тупраҡлы болондар, тупрағы көрәнһыу, урмандарға хас сифатлы.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы күренеше

Башҡорт телендә юша һүҙенең ике мәғәнәһе бар:

1) ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге балсыҡлы тау тоҡомо;

2) йүшә һүҙенең диалект варианты — Ағас башына боҙланып ҡатҡан ҡар, лүшә.

Был төбәктең балсығы ҡыҙыл икәнен хәтерҙә тотҡанда, атама тап шунан сығып бирелгәндер тип фараз итергә ҡала[1].

Шулай уҡ урындағы диалекттарҙа йәшмә һүҙенең синонимы булараҡ билдәле. Учалы районын шуға күрә Юшалы тип атарға тәҡдим итәләр

Юша тауының иң бейек түбәләренең береһе Дүнәнһуйған тураһында халыҡ хәтерендә әсе тарихты бәйән иткән риүәйәт бар[2]:

« Ололар һөйләүенсә, беҙҙең Илмәш (Татлы) ауылы халҡы Оло Инйәргә яҡын Минйәк тигән ерҙә көн иткән. Төрлө эштәр башҡарғанда килеп сыҡҡан йорт-ҡаралты ҡалдыҡтары, шунда табылған һауыт-һаба быны раҫлай. Илмәштәрҙең иҫке ҡәберлеге лә һаҡланған.

Әлеге көндә унда кәсепкәрҙәр быуала балыҡ үрсетеп һата. Төбәктә тау сәнәғәте үҫә барған. Завод хужалары тимер рудаһына, урманға бай “күндәй генә” ерҙәрҙе күпләп, буш ҡына хаҡҡа һатып алған осорҙа башҡорттар үҙ ерҙәренән ҡыуыла, ауылдары юҡҡа сыға. Минйәктә көн иткәндәр ҙә ошондай уҡ яҙмышҡа дусар ителгән. Улар, бер нисә төркөмгә бүленеп, яңы урындарға китергә мәжбүр булған. Ололарҙан ишеткән риүәйәттәр буйынса, бер өлөшө Беҙәк-Әхмәр яғына киткән. Иҫке Минйәктән киткәндәре Ҡаҙмаш буйында Айыс ауылын нигеҙләгән, өсөнсөләре Тоҡанбаш, Хәбир, Балаянған йылғалары Бағараштыға ҡойған урынға килеп урынлашҡан, ошонда ауыл һалған. Быныһы инде Илмәш (Татлы) ауылы.

Илмәштәр ауыл тарихын былай тип һөйләй: “Старейшина Илмәш бер ваҡыт, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып, бөтөнләй хәлдән тайған кешеләрҙе тау башында туҡтатып, артабан нисек йәшәргә, тип кәңәшләшә. Артабан китмәҫкә, ә зимләмирҙәрҙе һыйларға ҡарар ҡабул ителә. Йылҡы көтөүенән бер елле дүнәнде һайлап алалар, рус сауҙагәрҙәрен саҡырып һыйлайҙар һәм шул урында тороп ҡалалар. Тауҙы Дүнәнһуйған тип атайҙар.” Ә урыҫтар уны Юша тип йөрөтә. Ауылды Илмәш, аҙаҡ Татлы тип үҙгәртәләр»
»
  • Юша. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йыл 26 апрель архивланған.
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге, 2 том. — Мәскәү, 1993. — 442-се бит
  2. Зәкиә Фәтҡелисламова.Ҡарурманлы төбәктә — «Ағиҙел»