Эстәлеккә күсергә

Яманһаҙ мәктәбе (Йылайыр районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яманһаҙ мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Йылайыр районы һәм Яманһаҙ
Рәсми сайт yamansaz13.02edu.ru
Карта

Яманһаҙ мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Яманһаҙ ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Яманһаҙ ауылы, Үҙәк урам, 4 адресы буйынса урынлашҡан

1930 йылда Яманһаҙ ауылында башланғыс мәктәп асыла. 30-сы йылдар аҙағында ул ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Тәүге директорҙар Анохин П. С., Стасеев Ғ.К. була.

50-се йылдар уртаһында мәктәп һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Уҡытыу ике сменала урыҫ һәм башҡорт телдәрендә алып барыла. Яманһаҙ мәктәбе районда иң ҙур мәктәптәрҙең була, унда400-гә тиклем бала уҡый.

1979 йылда Яманһаҙҙа ике ҡатлы заманса бина төҙөлә. 2013 йылда мәктәп ҡарамағында мәктәпкәсә төркөм ойошторола[1].

Мәктәптең ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Йәшел планета-2006» Дөйөм Рәсәй конкурсында Дөйөм Рәсәй балалар экологик хәрәкәте йәмғиәтенең Почет грамотаһы
  • 2007 йылғы Республика хәйриә акцияһында БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы грамотаһы
  • Анохин П. С.
  • Стасеев Г. К.
  • Мәктәп директоры — Сөләймәнова Фирүзә Йәдкәр ҡыҙы, Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы[2].
  • Ҡасимов Миниғәле Ирғәле улы — директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары
  • Иғдәүләтова Н. С. — РСФСР мәғарифы алдынғыһы
  • Наҙарғолова Р. А. — Рәсәй Федерацияның дөйөм белем биреү Почётлы хеҙмәткәре
  • Чекалов В. К. — Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Мущелёв С. И. — Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы
  • Сөләймәнов Ф. Я. — Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы
  • Таһирова М. Я.- Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы
  • Чекалов В. К. — Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы[3].

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Камалов Азат Әхмәҙулла улы — филология фәндәре докторы, профессор.
  • Солтангәрәев Миҙхәт Сәйфулла улы — цирк артисы. БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы[4].

Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]