Эстәлеккә күсергә

Янина Ирина Юрьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янина Ирина Юрьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 27 ноябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Талдыҡорған, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 31 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (32 йәш)
Вафат булған урыны Карамахи[d], Буйнакский район[d], Дағстан, Рәсәй
Һөнәр төрө медсестра
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Первая чеченская война[d] һәм Вторжение боевиков в Дагестан[d]
Ғәскәр төрө Внутренние войска МВД России[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Янина Ирина Юрьевна Викимилектә

Янина Ирина Юрьевна (27 ноябрь 1966 йыл — 31 август 1999 йыл) — Рәсәй Эске эштәр министрлығының контракт буйынса хеҙмәткәре, шәфҡәт туташы, сержант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң).

Ирина Юрьевна Янина Ҡаҙаҡ ССР-ы Талдыҡорған ҡалаһында тыуған. Медицина училищеһын тамамлап, туберкулёз диспансерында һәм бала табыу йортонда шәфҡәт туташы һәм санитарка булып эшләй.

1995 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәтен башлай һәм артабан оператив тәғәйенләнештәге бригаданың Дондағы Ҡалас ҡалаһындағы медицина ротаһының процедура кабинетында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәте ваҡытында ире менән айырыла, бәләкәй ҡыҙы вафат була.

Беренсе чечен һуғышы барышында ике тапҡыр хәрби хәрәкәттәр барған районға командировкала була.

Икенсе чечен һуғышы ваҡытында 1999 йылдың июленән Дағстанда була.

1999 йылдың 31 авгусында Карамахи ауылын таҙартыу ваҡытында Янина Ирина эвакуация төркөмө составында яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтә. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, 15 яралыға ярҙам итә. Өс тапҡыр бронетранспортёрҙа туранан-тура ут һыҙығына сыға, унан тағы федераль көстәрҙең 28 яралы һалдатын алып сыға.

Дүртенсе тапҡыр сығыуында боевиктар контрһөжүмгә күсә, һәм Ирина Янина, яралыларҙы тейәүҙе ойоштороп, автомат уты менән ошо операцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Сигенгәндә БТР-ға ике граната эләгә, һөҙөмтәлә көслө янғын сыға. Ирина Янина яныусы машинанан яралыларға сығырға ярҙам итә. Уның арҡаһында капитан А. Л. Кривцов, рядовойҙар С. В. Гольнев һәм И. А. Лядов тере ҡала. Ирина үҙе яныусы машинанан сығып өлгөрмәй, көтмәгәндә хәрби комплект шартлай. Шартлау шул тиклем көслө була, унан һуң Иринан бер нәмә лә ҡалмай тиерлек. Уның улы ҡала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдың 14 октябрендә Янина Иринаға үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә. Ул хәрби частың шәхси составы исемлегенә мәңгелеккә индерелә.

Ирина Янина Төньяҡ-Кавказ төбәгендә контртеррористик операцияларҙың хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан һәм Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.

  • 2012 йылда Рәсәй почтаһы «Рәсәй Федерацияһы Геройы» серияһында И. Ю. Янина фотоһүрәте менән почта маркаһы сығара.