Ярославль дәүләт театр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ярославль дәүләт театр институты
Нигеҙләү датаһы 1979[1]
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg Рәсәй[1]
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Административ-территориаль берәмек Ярославль
Рәсми сайт theatrins-yar.ru[1]

Ярославль дәүләт театр институты — Рәсәй Федерацияһы Ярославль ҡалаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәгебелгестәрҙе әҙерләү буйынса юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930-сы йылдарҙа Ярославлдә театр техникумы ойошторола. 1945 йылда Ф. Г. Волков исемендәге академия драма театры эргәһендә студия барлыҡҡа килә. 1962 йылда әлеге драма театрының баш режиссеры Фирс Ефимович Шишигин башланғысы менән Ярославль театр училищеһы ойошторола. 1980 йылда театр училищеһы юғары уҡыу йорто статусын ала һәм Ярославль дәүләт театр институты тип исемләнә башлай.

Институтта драма һәм ҡурсаҡ театрҙары өсөн режиссерҙар һәм рәссамдар (ҡуйыусылар һәм технологта) әҙерләнә. Ярославль дәүләт театр институты студенттары төрлө Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй театр фестивалдәрендә ҡатнашалар һәм һәм лауреат исемдәрен яулайҙар.

Уҡытыусылар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтәһе уҡытыусылар — 37 кеше.

— Фән докторҙары — 2 кеше
— Фән кандидаттары — 8 кеше
— Профессоҙар — 7 кеше
— Доценттар — 11 кеше.

Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Актерлыҡ сәнғәте (очный, очно-ситтән тороп формалары)
— Театр сәнғәте (очно-ситтән тороп)
— Театр режиссураһы (ситтән тороп)
— Театрлаштырылған тамашлар һәм байрамдар режиссураһы (ситтән тороп)

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡытыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Виталий Базин (1995—2007) — актер, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
— Маргарита Ваняшова (1980 йылдан) — әҙәбиәт һәм сәнғәт кафедра мөдире; 1980—1989 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор
— Глеб Дроздов (1983—1988) — театр режиссеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
— Елена Пасхина (1984—1987) — скульптор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы
— Владимир Солопов (1962—2015) — актер, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
— Фирс Шишигин (1962—1985) — СССР-ҙың халыҡ артисы

Актерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярославль театр институтында белем алған ҡайһы бер билдәле актерҙар:

  • Барабанова Лариса
  • Болтнев Андрей
  • Валентин Ганичев
  • Бойко, Марина Сергеевна
  • Игорь Волошин — режиссер, актер.
  • Денис Бондарков — алып барыусы, режиссер
  • Виктор Гвоздицкий — Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
  • Донгузов Александр Анатольевич — нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡорт филармонияһы артисты. Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы (2013).
  • Алексей Дмитриев — кино актеры.
  • Андрей Иванов
  • Замира Колхиева
  • Крылов Сергей— йырсы һәм шоумен.
  • Марина Куделинская
  • Евгений Марчелли — режиссер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Алтын битлек» премияһы лауреаты.
  • Евгений Мундум — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
  • Мухин Михаил — кино актеры [1]
  • Анна Назарова
  • Сергей Нилова — шағир, актер.
  • Алексей Ошурков
  • Яков Рафальсон РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
  • Анна Самохина
  • Андрей Сорока
  • Владимир Толоконник
  • Юрий Цурило
  • Алена Клюева — режиссер.
  • Прохор Дубравин
  • Александр Сигуев
  • Роман Курцын — актер- каскадер
  • Ирина Гринева

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286