Донгузов Александр Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Донгузов Александр Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Донгузов Александр Анатольевич (4 ғинуар 1951 йыл) — артист. 1977 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Анатольевич Донгузов 1951 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 64-се мәктәптә (рус теле һәм тарих уҡытыусылары А. Ф. Мязина һәм А. А. Федорова) урта белем ала.

Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура факультетында уҡый. Институтты тамамлағас Стәрлетамаҡ драма театрында эшләй башлай. Армияла хеҙмәт итә. Армиянан һуң Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрында эшләй. Театрҙа бер сезон эшләгәс, Ярославль дәүләт театр институтының «Драматик театр һәм кино актеры» бүлегенә уҡырға инә. Практиканы Ярославлдә Ф. Волков исемендәге театрҙа үтә. 1977 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тел жанры артисы булып эшләй. Александр Анатольевич филармонияла шиғырҙар уҡый, XIX—XX быуаттың рус һәм башҡорт әҙәбиәте вәкилдәренең тормошона һәм ижадына арналған әҙәби концерттар менән сығыш яһай.

112-се башҡорт атлы дивизия музейын асыуҙа, Еңеүҙең 50-йыллығы исемендәге скверҙа Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына иҫтәлекле стела асыу тантанаһында, Өфөнөң В. И. Ленин исемендәге майҙанында 9 май көнө Еңеү Парадында диктор сифатында ҡатнаша. Мифтахетдин Аҡмулла һәм Мәжит Ғафури тураһындағы документаль фильмдәрҙе тауышлы итә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт шағирҙары Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Ғәлимов Сәләм, Шәйехзада Бабич, Назар Нәжми һәм көмөш быуат шағирҙары Александр Блок, Мария Цветаева, О.Мандельштам, Б.Пастернак һәм башҡаларҙың шиғырҙарын, сатириктар Л.Измайлов, Г.Горин, А.Каневский әҫәрҙәрен һәм Б.Окуджава, Е.Евтушенко, К.Симоновтарҙың хәҙерге поэзияһын уҡыу.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]