Болтнев Андрей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Болтнев Андрей Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Вафат булған көнө 12 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Инсульт
Ерләнгән урыны Востряковское кладбище[d]
Балалары Мария Андреевна Болтнева[d]
Һөнәр төрө актёр
Эш биреүсе Московский академический театр имени Владимира Маяковского[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Государственная премия РСФСР имени братьев Васильевых
Уҡыу йорто Ярославский государственный театральный институт[d]
Государственный институт искусств Узбекистана[d]

Болтнев Андрей Николаевич (5 ғинуар 1946 йыл — 12 май 1995 йыл) — совет һәм Рәсәй актеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Андрей Николаевич Болтнев 1946 йылдың 5 ғинуарында Өфөлә тыуған.

Уның ҡартатаһы, Добжинский Константин Андреевич (1889—1966), Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1954), ә өләсәһе Нина Леонидовна Иртеньева — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Буласаҡ артист тыуыу тураһындағы танытмаһында Андрей Вячеславович Тусов була. Тик Андрейҙың туған атаһы Тусов 1951 йылда вафат була, Андрейға 5 йәш тулғанда уның тормошона үгәй атаһы Николай Болтнев, алыҫ диңгеҙҙәргә йөҙөү капитаны, инә. Андрей үгәй атаһы менән бик ныҡ дуҫ була, бала сағын һәм үҫмер йылдарын Севастополь һәм Туапсе портлы ҡалаларында үткәрә.

Ярославль театр училищеһында 1970-1972 йылдарҙа уҡый. Театр училищеһын тамамлағандан һуң Уссурийск, Майкоп һәм Новосибирск театрҙарында эшләй. 1985 йылда ситтән тороп А. Островский исемендәге Ташкент театр-художество институтын тамамлай.

1983 йылда тәүге тапҡыр киноэкранда Семен Арановичтың «Торпедоносцы» фильмында капитан Гавриловичтың сағыу роле менән сыға.

Уны ысынлап популыр итеүсе Юлиан Семеновтың «Противостояние» романы буйынса ҡуйылған шул уҡ исемле телесериал (1985) була. Болтнев Андрей унда төп ролдәрҙең береһен — һатлыҡ йән Кротовты уйнай.

Актерҙың исеме 1984 йылда Алексей Германдың «Мой друг Иван Лапшин» фильмы сыҡҡандан һуң киң танылыу ала. Был фильмда ул төп ролде башҡара.

1985 йылда Новосибирск театры актеры баш ҡаланың Вл. Маяковский исемендәге Академия театрына саҡырып алына. Уның саҡырылыуында ул ваҡытта абруйлы һәм авторитетлы РСФСР-ҙың халыҡ артисы Наталья Гундарева ҙур роль уйнай. Ләкин Мәскәүҙә актерға йәшәргә прописка бирмәйҙәр һәм шунлыҡтан уның ҡатыны балаһы менән Новосибирск ҡалаһында ҡала. Актер вафат булғас, уны баш ҡалала ерләү өсөн, дуҫтары уға прописка юллап ала.

1995 йылдың 12 майында Болтнев Андрей йоҡлаған сағында инсульттан Мәскәүҙә вафат була. Востряковский зыяратында ерләнгән[2].

Болтнев Андрейҙың ҡыҙы — актриса Мария Болтнева «Глухарь» телесериалында Настя Клименко ролен башҡарыусы булараҡ билдәле.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. filmportal.de — 2005.
  2. Могилы знаменитостей. Андрей Болтнев, m-necropol.ru  (Тикшерелгән 17 апрель 2014)(Тикшерелгән 17 апрель 2014)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]