Яҡшылыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡшылыҡ
Связанное изображение
Өлөшләтә тура килә ценности (этика)[d]
Ҡапма-ҡаршыһы Яуызлыҡ, уҫаллыҡ, яманлыҡ һәм badness[d]
 Яҡшылыҡ Викимилектә

Яҡшылыҡ — дөйөм әхлаҡи аң төшөнсәһе, ыңғай ҡиммәттәрҙе ҡылыҡһырлаған этика категорияһы [1].

Баштан уҡ һуд төшөнсәһенә ҡапма-ҡаршы (йәғни яуызлыҡ тәьҫире һөҙөмтәһенә ҡаршы булараҡ рәхәтлек тәьҫире һөҙөмтәһен аңлата) торған, ә һуңғараҡ, яҡшылыҡҡа, файҙалы эшкә, мәҫәлән, яҡын кешеңә, шулай уҡ таныш булмаған кешегә йә хайуандар һәм үҫемлек донъяһына аңлы рәүештә, эскерһеҙ һәм ихлас ярҙам  итеү ынтылышын аңлатып, яуызлыҡ төшөнсәһенең антонимы булараҡ ҡулланылған. Тормошсан мәғәнәлә был термин кешеләрҙең ыңғай баһаһына, йә теге йәки был кешенең бәхет, шатлыҡ, мөхәббәт тип күҙалланған һәр нәмәһенә ҡағыла, йәғни «яҡшы» релевант  төшөнсәһенә яҡын була бара.

Мәрхәмәтле ихтыяр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниәт булараҡ изгелек тик ирекле ихтыяр менән тормошҡа ашырылыуы мөмкин. Уңыш, хәлдең уңайлы тап килеүе изгелек түгел. Яуызлыҡтан айырмалы рәүештә, изгелек яҡшылыҡҡа ябай ынтылыш кеүек кенә сағылмай, сөнки бындай теләк үҙ файҙаһын күҙәткән, тимәк әхлаҡлылыҡҡа нейтраль торған, теләк булыуы мөмкин. Ысын изгелек эскерһеҙ булырға тейеш.

Изгелек тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изгелек һәм яуызлыҡ — антонимик төшөнсәләр, шулай итеп, бер-береһен инҡар итә. Европа традицияһында ғәҙәттә, яҡшылыҡты яҡтылыҡ, яҡты, аҡҡа оҡшаталар. Яуызлыҡты — ҡараңғылыҡ, ҡараңғы, ҡараға. Ҡайһы бер дин догматтарына ярашлы, изгелек менән  яуызлыҡ донъяла хакимлыҡ хоҡуғы өсөн мәңгелек көрәш алып барыусы автономиялы көстәр итеп ҡарала. Теологияла шуға оҡшаш ҡараштар системаһы дуализм тип атала.

Мәҙәниәттә изгелек төшөнсәһе.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус мәҙәниәтендә "яҡшылыҡ" һүҙе тәүҙә матди мөлкәтте аңлата. "Мәрхәмәтле кеше" - бай кеше. Үҙе аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге алып ауырлығын арттырған тулы кәүҙәле кешене лә "добрый", "раздобревший" (располневший) тиҙәр. "Изгелек" - был кешегә үҙ байлығы, мөлкәте менән бүлешергә мөмкинлек биргән холоҡ һыҙаты. Христианлыҡ ҡабул иткәндән һуң һүҙҙең башҡа, шул иҫәптән матди байлыҡҡа бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булмаған, мәғәнәләре барлыҡҡа килгән.

Яҡшылыҡҡа ҡағылған «Добро должно быть с кулаками» тигән тағы бер киң таралған фраза. Был фраза башҡа бер нисә шағирға шул юлдан башланған шиғыр яҙыуҙарын үтенеп өндәшкән М. Светлов авторлығына ҡайтарып ҡалдырыла [2]. Иң билдәле шиғырҙы Станислав Куняев яҙған:

Добро должно быть с кулаками
Добро суровым быть должно,
Чтобы летела шерсть клоками
Со всех, кто лезет на добро…

Изгелекте христианлыҡта баһалауға ҡарата скепсис ҡарашты сағылдырған «победа сил добра над силами разума» фразаһы быға тағы ла бер миҫал булып тора.

Изгелек баһалау, абстракция критерийы булып тора. Яҡшылыҡ тигәндә беҙ кешенең ынтылыштарын, уның мәҙәниәтен аңлайбыҙ. Мәҙәниәт һәм яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләре тығыҙ бәйләнгән. Әгәр мәҙәниәт — эшкәртеү» булһа, ә хәҙер беҙ был төшөнсә аҫтында кеше хеҙмәтенең һәм үҫешенең һөҙөмтәһе байлығын аңлаһаҡ, был үҫештең бер йүнәлеше — ул изгелек, икенсеһе — яманлыҡ.

Изгелекте аңлауҙа төп мәҙәни конфликт, әгәр кеше түҙемле һәм баҫалҡы ғына инаныу һәм хаҡлыҡ менән хеҙмәт итһә, Аллаһы тәғәлә уны үҙе тулыһынса һәм бөтөнләйгә азат итә, тип ышаныуҙа  һәм фаразлауҙа һәм, шунан сығып изгелеккә агрессия хас түгел тиеүҙән тора. Башҡалар Алла бөтөнләй юҡ тигәнгә ышана йә фаразлай, һәм шуның өсөн үҙеңә яманлыҡҡа ҡаршы көрәшергә кәрәк һәм шунан сығып яҡшылыҡ — рәхәтлек булдырыу ихтыяры ғына түгел, шулай уҡ, үҙе кешене яманлыҡ менән көрәшергә саҡырғанлыҡтан, Аллаһы тәғәләнең зыянды һәм яуызлыҡты юҡ итеү ихтыяры ла.

Буддизмда изгелек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буддизмда европалыларға ғәҙәти булған «Изгелек — Яуызлыҡ» антагонизмы юҡ.  Буддист өсөн иң юғары «яуызлыҡ» — Сансара, аллаларҙы, кешеләрҙе, хайуандарҙы кәүҙәләндергән сылбыр ... (башланғысһыҙ йәшәгән Сансарала алты төр йән эйәһе — аллалар, асуралар, кешеләр, хайуандар, преттар һәм наракалар булған). Тормош ниндәй генә ғәҙел булмаһын, ул нисек булһа ла теләктәр арҡаһында барлыҡҡа килгән (үҙенеке һәм сәбәпсе булған) ғазаптарҙан тора. Мәҫәлән, хайуандар, балыҡтар, ҡоштарҙың итен ҡулланғанлыҡтан, ашау теләге уларға ғазаптар килтереүсе сәбәп булып тора. Ғазаптарҙы еңеп сығыу теләктән азат булыу  ярҙамында мөмкин була. Шулай итеп, кешенең  (шулай уҡ хоҙайҙың, хайуандарҙың) теләктәрен буддист өсөн яуызлыҡ тип атарға мөмкин.

Будда Гаутама тормошо тураһында яҙмаларҙа шәхсиләштерелгән яуызлыҡ тураһында — «Мөхәббәт һәм Үлем рухы» тип аталған иблис Мара иҫкә алына. Нигеҙҙә Мар үҙендә бөтә донъяуи теләктәрҙе туплаған.

Даосизм динендә яҡшылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даосизм концепцияһына ярашлы, абсолют изгелек һәм абсолют яуызлыҡ, абсолют хәҡиҡәт һәм абсолют ялған юҡ — был сағыштырма төшөнсәләр һәм ҡиммәттәр. Анализ үҙенең сикһеҙлеге сәбәпле емешһеҙ була.

Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тигеҙ һәм тигеҙ бәйле тигән идея ян һәм инь тураһындағы тәғлимәттән килә. Тимәк, яҡшылыҡ та, хәйер, яуызлыҡ та донъяның тәбиғи хәле. Яҡшылыҡҡа ынтылған Даос, тормошҡа яуызлыҡ саҡыра. Төп яҡшылыҡ тип нәфсене тыйыу һанала; был әхлаҡи камиллаштырыу башы була.

Индуизм динендә изгелек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Индуизмда Яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белеүгә  йомшаҡ күңелле Анахата чакраһы етәкселек иткән. Индуизм күҙлегенән ҡарағанда, был чакраның үҫеш дәүмәле (башҡа чакраларға ҡарата) Яҡшылыҡты яуызлыҡтан айырыу планкаһы сиген билдәләй. Чакраһы көсһөҙ үҫешкәндә кеше ҡылығында  яҡшылыҡ аҙ була («Талағанға шатлан, үлтермәгәнгә рәхмәт әйт»). Артыҡ дәрәжәлә үҫешкән чакраға эйә кеше һәр ғәмәлдән һәм ситуациянан донъяға изгелек алырға һәм килтерергә тырыша («Әгәр уң яңағыңа һуҡһалар, һул яңағыңды ҡуйырға кәрәк»).

Индуизм ҡапма-ҡаршылыҡтың икеһен дә хупламай, башҡа диндәрҙә хупланыуы мөмкин.

Чакра ҡапыл ябыла башлаһа (мәҫәлән, яҡын кешеләребеҙҙе юғалтҡанда йәки хыянат кисергәндә, күкрәк ауыҙы тәңгәлендә даими һыуыҡ тойолһа), кешенең башына үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһындағы уйҙар килә. Шул саҡта, чакраны яңынан асыу өсөн, кемгә булһа ла яҡшылыҡ эшләү ысулдарын табырға кәрәк. Әгәр ҙә был мөмкин түгел икән, ул ашауҙан баш тарта, бер нисә көндән ябыға башлай, һәм кеше организмы (уның хистәренә ҡаршы тороп) иҫән ҡалыу теләге чакраһын — Муладхарҙы әүҙемләштерә.

Ислам динендә изгелек.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Ислам традицияһына ярашлы, яҡшылыҡ - ул кешенең тыуғандан алып һаҡланған эске сифаты (асылы), ә яуызлыҡ уның гонаһтары эҙемтәһе, йәғни яуызлыҡ Алланан түгел, ә уның үҙенән килә. Быны Ҡөрьән аяттары менән дәлилләргә мөмкин: «һиңә килгән бар изгелек  -Аллаһы тәғәлә бүләге. Ә яҙмышыңа яҙған бөтә насарлыҡ һинең үҙеңдән килә» (4:79).

Конфуцианлыҡта яҡшылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конфуций, кеше үҙе өсөн изгелек тип нимәне һанай, шул уға яҡшылыҡ тигән.

Ниндәй насарлыҡты үҙеңә теләмәйһең, башҡаға шуны эшләмә

Изгелекте субъектив аңлауҙы камиллаштырыу, уны коллектив яҡшылыҡҡа яҡынлаштырыуҙы Конфуций тейешле әжер, үҙ-ара социаль мөнәсәбәттәр аша кире ҡайтарыуға ҡалдыра.

Берәү һораған: «Уҫаллыҡҡа изгелек менән түләр кәрәк, - тип  дөрөҫ әйтәләрме?» Уҡытыусы әйткән: «Ә Изгелек өсөн тағы ла нисек түләргә? Яуызлыҡҡа ғәҙеллек талап иткәнсә түләргә кәрәк, ә изгелек өсөн — яҡшылыҡ менән».

Конфуцианлыҡта йыш ҡына яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ мәсьәләһе түгел, ә «аҫыл ир» сифаты алға ҡуйыла.

Христианлыҡта изгелек.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изгелек —бәхет килтереүсе һәм бер кемгә лә зыян, зарар, һыҙланыуҙар, ғазаптар килтермәүсе ғәмәл. Христиан динендә иң төп яҡшылыҡ вәкиле һәм сығанағы булып Хоҙай иҫәпләнә. Изгелектең  (шулай кеүек именлектең) объектив критерийы булып уның алла ихтыярына ярашлы булыуы тора. Яҡшылыҡ башҡарыу торошо йәки хис-тойғоһо — ул мөхәббәт. Камил мөхәббәт тик аллаға ғына хас. Тимәк, яуызлыҡ саҡ ҡына ла ҡушылмаған камил изгелекте, бары тик Ул ғына йәки уның ихтыярын үтәүсе йән эйәләре генә ҡыла ала.

Христиан дине яуызлыҡты үҙ аллы асыл итеп түгел, ләкин изгелекте кәметеп күрһәтеү тип ҡарай.

XIX быуат аҙағында рус христиан фәйләсуфы  Владимир Соловьев «Изгелекте аҡлау» трактатында изгелекте «һәр кемдең бөтәһенә һәм бөтәһенең һәр кемгә тейешле һәм һис шикһеҙ яҡшы мөнәсәбәтен белдереүсе ысын әхлаҡи тәртип» булараҡ билдәләгән һәм уны Алла батшалығына тиңләштергән[3].

Инжилда яҡшылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инжилда яҡшылыҡ — был тәү сиратта шәфҡәтлелек эштәре. Тән шәфҡәтлелеге менән бәйле эштәр: асты ашатыу, һыуһағанға һыу эсереү, илсене ҡундырып сығарыу, яланғасҡа кейем биреү, силе йәки тотҡондоң хәлен белешеү (Мф. 25:35-36). Шулай уҡ рухи мәрхәмәтлелек: гонаһлыны ялған юлдан (йәнен ҡотҡарыу) дөрөҫ йүнәлешкә бороу (Иак. 5:20).

Шулай уҡ христианлыҡта, бер яҡшылыҡты ла, хатта иң бәләкәй изгелекте лә, ахыр сиктә хоҙай бүләкһеҙ ҡалдырмаҫ тигән раҫлау бар[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Объектив изгелек
  • Изгелек һәм яуызлыҡ
  • Мөхәббәт
  • Изгелек
  • Яуызлыҡ
  • Тотҡон дилеммаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Добро и зло // Большой энциклопедический словарь.
  2. Добро должно быть с кулаками // Энциклопедический словарь крылатых слов и выражений / Автор-составитель: Вадим Серов. — М.: Локид-Пресс, 2005. — 880 с. — 2000 экз. — ISBN 5-320-00323-4.
  3. Соловьев В. С. Оправдание добра. 3,10,I
  4. (Мф. 10:42, Мк. 9:41)