Яуызлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яуызлыҡ
Ҡапма-ҡаршыһы Яҡшылыҡ, изгелек
Йәһүди-христиан традицияһында Иблис яуызлыҡтың кәүҙәләнеше булып тора
Уильям Блейк картинаһы

Яуызлыҡ (уҫаллыҡ, яманлыҡ) — изгелектең антагонизмы, «яҡшылыҡ» төшөнсәһенә ҡапма-ҡаршы, һәм ысынбарлыҡ тормошта кешеләрҙең ҡылыҡтарында һәм сәбәптәрендә дөйөмләштергән тиҫкәре әхлаҡи һәм ғәйепләрлек эштәрен аңлатҡан әхлаҡи аңдың норматив-баһалау категорияһы. Зыянды, ҡазаны, ғазапты ҡылыҡһырлауҙа, аңлатҡанда һәм баһалауҙа ҡулланыла[1][2][3].

Киң мәғәнәлә яманлыҡ был торошто тыуҙырыусы  негатив хәлдәрҙе индерә [4]. Был мәғәнәлә «яуыз» терминына кешеләр тарафынан кире баһа бирелгән һәм ниндәй ҙә булһа яҡтан шелтәләнгән нәмә ҡаратыла. Мәҫәлән, ялған да, әшәкәлек тә яуызлыҡ төшөнсәһенә тап килә. Тығыҙыраҡ мәғәнәлә яманлыҡ тере йән эйәләренең ғазабын һәм улар тарафынан әхлаҡи тәртипте боҙоуҙы аңлата. Донъяла яуызлыҡ йәки изгелек өҫтөнлөк итеүе тураһындағы мәсьәлә пессимист һәм оптимистар араһындағы бәхәс предметын тәшкил итә[5].

Һауа һәм Әҙәмдең яманлығы һәм түбән төшөүе. Тәүгонаһ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибраһими диндәрҙең изге яҙмаларында кешелек тарихы Йәннәттә кешенең ҡарышыуынан башлана: Әҙәм һәм Һауа искушение Иблистең аҙҙырыуына бирешә, һәм шулай итеп, тәүге гонаһ ҡылына.

Христианлыҡтағы тәүгонаһ концепцияһы бөтә кешелек өҫтөндә торған ырыу мөһөрө һәм яуызлыҡ мисәте характерын ала.

Иудаизмда Әҙәм һәм Һауа гонаһы күпкә йомшаҡ баһалана. Торала Иблис функцияһы — ул бары тик прокурор, ғәйепләүсе функцияһы, әммә бөтөнләй  персоналаштырылған яуызлыҡ түгел. Бынан тыш, иудаизмда беҙҙең донъя тәүге кешеләрҙе тоталь язалау булып, гонаһ — төҙәтерлек, ә Әҙәм һәм Һауаны ожмахтан ҡыуыу тап «матди», беҙҙең донъяны, йәнләндереү (күтәреү) кәрәклеге сиктәрендә уйланылған булып күҙ алдына баҫа.

Христианлыҡта яуызлыҡ концепцияһының үҙгәреүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Христианлыҡ, бөтә кешелек өҫтөнә мисәт итеп һуғылған тәүгонаһ тураһында күҙаллауҙар менән бергә, тыуҙырыусы Хоҙай тәбиғәте һәм кешенең мәхлүк тәбиғәте араһында аралашсы булып торған синтетик фигураны: Ғайса Мәсих бәйғәмбәр фигураһын индерә.

Ғайса Мәсих бәйғәмбәр бер юлы ике тәбиғәткә — хоҙайҙыҡына ла, кешенекенә лә эйә — һәм, христианлыҡҡа ярашлы, уның донъяла күренеүе ырыу ләғнәтен һәм кешелектең аҙыу гонаһы кисерелеүен һәм Алла менән яңы килешеүҙе, Инжилды белдерә.

Шулай итеп, донъяла яуызлыҡ бөтөрөлмәй, әммә кешегә мәхлүк төйәгенән ижад ҡосағына кире ҡайтарырға вәғәҙә бирелә. Мәхлүк донъяһы һәм яралтыусы араһында айырылыу юҡ ителмәй, әммә Ғайса Мәсихи бәйғәмбәр үҙе, яралтыусы һәм мәхлүк араһындағы йәшәйеш айырмаһын тултырып, ҡорбан һәм бүләк булараҡ сығыш яһай.

Яуызлыҡ проблемаһын хәл итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Христианлыҡтағы  — принципиаль тарихи. Ул Алланың ихтыяры буйынса барлыҡҡа килмәгән һәм башланғысҡа эйә. Һәм Алла ихтыяры буйынса яуызлыҡ еңелер һәм уның аҙағы булыр.

Христианлыҡта кешелек тарихы тәүге тапҡыр ғаләм мәғәнәһенә эйә Тарих, Мистерия булып күҙ алдына баҫа.

Христиан догматы дәүер ахыры килер, яуызлыҡ еңелер, ә үлеләрҙән дөйөм терелеүе Ҡурҡыныс хөкөм менән бәйле булыр тип хәбәр итә.

Иудаизм яуызлыҡты эҙмә-эҙлекле сағыштырмаса үҙаллы тарихи көс булараҡ, әммә изгелектең булмауы кеүек, беҙҙең донъяла йәшәүҙе кире ҡылыҡһырлап ҡарай. (Был ҡараш бик күп христиан схоласт аҡыл эйәләренә хас). Иудаизмда тарих мәғәнәһе — заман ахырында түгел, ә «матди донъяны» (йәһүдтәр Мәсехтең тамамланыуын көткәнен дә билдәләп үтер кәрәк) алла ҡануны буйынса үҙгәртеп ҡороуҙа.

Алланы аҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр нәмәгә ҡөҙрәтле һәм изге Алла яралтҡан донъяла яуызлыҡ булыуын аңлатыу мәсьәләһе христиан мәҙәниәтендә үҙәк  мәсьәләләрҙең береһе булып тора: ниңә һәр нәмәгә ҡөҙрәтле Аллаһы тәғәлә донъяны яуызлыҡ булдырыу мөмкинлегенән башҡа барлыҡҡа килтергән?

Дөйөм алғанда, христианлыҡ был һорауға шулай яуап бирә: Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле, әммә Ул да ваҡыттан ситтә, шуға уға ҡарата ябай «бөйөклөк» тураһындағы күҙаллау ҡулланылмай, яуызлыҡ ҡотолғоһоҙ еңелә, әммә бының өсөн кешеләр (христиандар) бөтә тырышлығын һалырға тейеш. Яуызлыҡ был донъяла түгел, әммә уның ахырынан һуң еңеләсәк. Аллаһы тәғәлә үҙенең ихтыяр азатлығына эйә тере йәндәрен ярата, әммә яуызлыҡ ихтыяр азатлығы эҙемтәһе булып тора. Алланың юл ҡуйыуы буйынса Яуызлыҡ ҡотолғоһоҙ. Был шул уҡ фәрештә йәндәргә лә ҡағыла.

Гонаһ һәм яуызлыҡ бар, әммә Аллаһ бар иткән кеүек түгел, ә Аллаһы тәғәлә бар итмәгән кеүек һәм  Аллаһы тәғәләнең ижад емештәрен күрергә ҡамасаулай, уны ышыҡлай. Гонаһ һәм яуызлыҡ Метафораһы, христианлыҡта ысынды күреүгә ҡамасаулаусы шаршау кеүек бик ныҡ таралған һәм ул изгелекте ҡараңғылатҡан айыра белмәү һәм наҙанлыҡ, платонизм, веданта, буддизм концепцияларына формаль (һәм тик формаль) яҡын.

Теодицея Аллаһы тәғәлә кәсебе менән бәйле: христианлыҡта һәр кешегә ҡарата Алланың үҙ фекере бар, тип фараз ителә, әммә кеше үҙе һайларға ирекле.

Европа секуляризацияһы һәм яуызлыҡ төшөнсәһенең үҙгәреше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттар аҙағынан башлап Европала дини тормоштоң кеше йәшәйешен айырым һәм үҙаллы өлкәгә айырыу процесы көсәйә. Бөтә Европала XVII быуат аҙағына секуляризация процестары, христианлыҡты донъяуи тормоштан ғәмәлдә айырыу тамамлана. Секуляризациялау ижтимағи социаль процестары менән бер үк ваҡытта яуызлыҡ тәбиғәте тураһындағы яңы күҙаллауҙар барлыҡҡа килә һәм рәсмиләштерелә. Яралтыусы Аллаһ урынына донъяла хәрәкәт итә һәм донъя менән фәнни һәм техник прогресс, кешенең әүҙемлеге, шәхси ҡыҙыҡһыныусанлығы етәкселек итә. Аллаһ кешенең көндәлек тормошонан юҡҡа сыға, ә фәлсәфәлә уның урынына «фәйләсуфтар аллаһы» (Паскаль аңлатмаһы буйынса) һәм Тәүэтәргес Алла (Ньютон, Бэкон) килә.

Төшөнсә булараҡ Яуызлыҡ үҙенең берҙәм йөкмәткеһен, өҙлөкһөҙ актуаллеген юғалта һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләре буйынса тарала. Яуызлыҡ ҡурҡыныс хөкөм тигән христиан киләсәген һәм үҙенең ваҡытлыса, тарихи, әммә ғаләм мәғәнәһен юғалта.

Шуға ярашлы, хәҙер яуызлыҡ кеше әүҙемлегенә, мөмкин булған оптималь социаль ойошманы боҙоусы тип, прогресҡа ҡамасаулаусы, шәхси мәнфәғәттәргә һәм интим ихтыяждарға аяҡ салыусы тип ҡарала.

Яманлыҡҡа тураһында төшөнсә булараҡ ҡарағанда, аңлайышһыҙ тәбиғи осраҡлыҡ, афәт, кеше затының ҡотолғоһоҙ көйһөҙлөгө, социаль ҡабул ителерлек норманан физиологик, психик, социаль һ. б. тайпылыш эҙемтәләре тураһында боронғонан ҡалған күҙаллауҙарға кире ҡайтыу була.

XX быуатта этик кризис [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағына — XX быуат башына европа мәҙәниәтендә дөйөм мәҙәни, сәйәси һәм социаль көрсөк менән бер рәттән изгелек һәм яуызлыҡтыҡты айырыу нигеҙе булған әхлаҡи көрсөк өлгөрә. Әммә йөкмәткеһе буйынса бөлдөрөлгән Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡ төшөнсәләренән кешеләр урынлаштыра алмаған шәхси тормошонда ла, дәүләттең социаль һәм сәйәси ҡоролошо сиктәрендә лә баш тартыу ҙа  килеп сыҡмай.

Кешеләргә файҙалы йәки зыянлы ҡарашынан сығып, этика менән әхлаҡты нигеҙләүгә йүнәлтелгән утилитар этикалар булдырырға тырышыу көсәйә. Этика тураһында кеше ҡиммәттәре ижады емеше тигән төшөнсә (Ницше) тарала. Рәхәтлектең антитезаһы яуызлыҡ түгел, ләкин рәхәтлек тә мәғлүмәтһеҙлек тә түгел тигән көнсығыш фәлсәфәһе һәм тәжрибәһе киң тарала. Бер үк ваҡытта төрлө ҡараш яҡлыларҙы үҙ-ара тәнҡитләү арта.

XIX быуат аҙағы — XX  быуат башындағы художество мәҙәниәтендә донъяны фажиғәле ҡабул итеүгә художестволы кире ҡайтыуға (Ницше, Достоевский)тырыша, һәм бер үк ваҡытта һәм «имморалистик» тип аталыусы (ҡәһәрләнгән шағирҙар, Уайльд) художество күренештәре барлыҡҡа килә. Ғәйәт ҙур художество тырышлығы төрлө мәҙәниәттәр һәм мәҙәниәт элементтары (мәҫәлән, Вагнер) синтезына өлгәшеүгә йүнәлтелә, һәм бер үк ваҡытта кеше тарҡалыуының (мәҫәлән, Золя) масштаблы художестволы картиналары күрһәтелә.

Яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ төшөнсәләре, үҙенең берҙәм йөкмәткеһен юғалтып, йәшәүен дауам итә.

XX быуат аҙағында — XXI быуат башында европа художество мәҙәниәтендә яуызлыҡ [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Антонен Артоның китаптары уҡыу һәм «Ҡанһыҙлыҡ театры» булдырыуҙы ғәмәли башҡарыу тырышлығы.
  •  Ж Батай фекере буйынса — Жан Жене үҙ ижадында Яуызлыҡ эҙләргә йүнәлә. Ә Ж. П . Сартр был ваҡытта Жан Женены «изге» тип атап йөрөтә.
  • Килтерелгән ике миҫалдың художестволы логикаһы ницше метафизикаһы юлағында ята: әгәр ҙә кеше ысын яҡшылыҡҡа «бара алмаһа», ихтимал, уның яҙмышы яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтың аръяғында яталыр.
  • Альфред Хичкоктың һуңғы осорҙағы кинематографы билдәһеҙлек, ләкин шомло ҡурҡыныс һәм яуызлыҡ менән бик көслө респектабелле аллаһыҙ донъяны күрһәтә.
  • Ҡурҡыныс фильмдарҙың сериялы сығарылышы уртаһында үҙенсәлекле неоромантик шедевр әҫәрҙәре (миҫалға, Ридли Скоттың «Сит» әҫәре) барлыҡҡа килгән.
  • Ағалы-энеле Вачовскиҙарҙың «Матрица»һында уйлап сығарылған, ихтыяр азатлығынан мәхрүм машиналы «мәрхәмәтле» донъя картинаһы күрһәтелә. 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Зло // Философский энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1989.
  2. Зло // Соловьёв В. С. Толковый словарь по философии.
  3. Зло // Философский энциклопедический словарь / Ред.-сост. Е. Ф. Губский и др. — 2003.
  4. Скрипник А. П. Зло // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  5. Соловьёв В. С. Зло // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]