Эстәлеккә күсергә

Яңы Сауҡалыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Сауҡалыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яңы Сауҡалыҡ ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Яңы Сауҡалыҡ ауыл советы[1]
Халыҡ һаны 563 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462118
Карта

Яңы Сауҡалыҡ (рус. Новосокулак)— Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Яңы Сауҡалыҡ ауыл Советына ингән ауыл.

Яңы Сауҡалыҡ ауыл Советының административ үҙәге.

Район үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан алыҫлығы туранан төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа яҡынса 32 километр.

Тарихи Башҡортостан ерҙәренә 19-сы быуатта сит тарафтарҙан күсеп килеүселәр ағымы көсәйә бара. Яңы Сауҡалыҡ ауылына 1866 йылда Рәсәйҙең һәм Украинаның үҙәк губерналарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған. Улар өлөшсә Иҫке Сауҡалыҡтан күсеп ултырған, шуға ла ауылға ла исемде унан алғандар. Күскенселәр бер-береһенә яҡын ғына таралышып ултырып, утарҙар, ауылдар барлыҡҡа килтергән. Шул рәүешле Беркутовка, Самодуровка, Оторвановка, Зацепиловка, Хохлы, Курмыш, Мещановка утарҙары барлыҡҡа килгән. Совет осоронда ауыл Советы биләмәһендә «Наша Победа», «Красный пахарь», «Новый свет», Шевченко исемендәге, Чапаев исемендәге, Ворошилов исемендәге һәм «Заря» колхоздары эшләп килгән[3].

2004 йылдың 2 сентябрендә Яңы Сауҡалыҡ ауылының яңы статусы барлыҡҡа килә — ул ауыл Советы биләмәһенең административ үҙәге итеп раҫлана. Ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре Ырымбур өлкәһенең 2004 йылдың 2 сентябрендәге 1424/211-III-ОЗ номерлы «Ырымбур өлкәһе муниципаль берәмектәренә муниципаль район, ҡала округы, ҡала биләмәһе статусы биреү, муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен билдәләү һәм үҙгәртеү тураһында» Закон менән билдәләнгән[4]

Ауылдың атамаһы буйынса 3 фараз йәшәп килә. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев бер нисә фараз буйынса ентекле тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында, атама башҡорт теленән ингән, тип яҙа. Ойконимды башҡорт телендәге «һалҡынлыҡ», «суҡалаҡ» һүҙҙәре менән бәйләүҙәрен әйтә. Тәүгеһен ул ауыл тирәләй аҡҡан инештәр, шишмәләрҙең һалҡын һыулы булыуы менән аңлаталар, ти. Мәгәр «һалҡынлыҡ» һүҙенең нисек «Сокулак» тип үҙгәреп китеүен аңлап булмай, тип яҙа. Күрәһең, ул һүҙҙең «һыуыҡлыҡ» тигән синонимы ла булыуын белмәгәндер.

Йылға тирәләй башҡорттар йәшәгән суҡалаҡтар булыуы менән дә топонимсы килешмәй, сөнки ундай торамалар булуы билдәле түгел, ти.

Өсөнсө фараз — «сауҡалыҡ» — дөрөҫлөккә нығыраҡ тап киләлер, тигән һығымта яһай. Был тирәлә элек төрлө урындарҙа ҡайын урмандары үҫкән, әле лә сауҡалыҡтар бар, ти ул[5][6].

2002 йылдағы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса даими рәүештә йәшәүселәр 583 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 95 %) , 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса — 563[7].

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Историческая справка. Администрация муниципального образования Новосокулакский сельсовет Саракташского района Оренбургской области. Официальный сайт.
  4. Закон Оренбургской области от 2 сентября 2004 года № 1424/211-III-ОЗ «О наделении муниципальных образований Оренбургской области статусом муниципального района, городского округа, городского поселения, установлении и изменении границ муниципальных образований»
  5. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  6. Многие местные жители уверены в том, что наименование Сокулак произошло от башкирского слова Саукалык, которое в переводе на русский означает «березняк, берёзовая роща». Автор согласен с таким объяснением и считает его правильным, во-первых, потому, что легко объяснить, в результате каких фонетических изменений башкирское саукалык зазвучало в речи русских жителей как Сокулак. В первоначальном произношении наблюдалось уподобление гласных в слогах и выпадение звука [у]: саукалык — сакулык — сакулак — сокулак. Во-вторых, это наименование действительно отражает особенность природы данной местности: в прошлом здесь росли в разных местах берёзовые ко́лки, берёза произрастает и сейчас. Башкирскому по происхождению названию села Сокулак в русском языке соответствуют Берёзовка, Березняки́ — Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  7. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.