Я. П. Бакланов һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Я. П. Бакланов һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Скульптор Н. В. Набоков
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101098000№ 6101098000
Материал бронза, гранит

Я. П. Бакланов һәйкәле — Новочеркасскта Кавказ һуғышы ветераны, генерал Яков Петрович Бакланов хөрмәтенә ҡуйылған монумент. Архитекторы һәм скульпторы — Н. В. Набоков. Һәйкәл тәүҙә Санкт-Петербургта, Воскрксенск ҡатын-ҡыҙҙар Смольный монастырендә, Яков Петрович ҡәберендә, иркеле хәйриә ҡуйыла, ләкин 1909 йылда, бөйөк полководецтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу билдәләнгәндә, уның ҡалдыҡтарын Дондың баш ҡалаһында ерләү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1911 йылда Ғәскәри Вознесенск кафедраль собор усыпальницаһында ҡайтанан ерләү менән бер рәттән скульптура, нигеҙенә һәм пьедесталына бер аҙ үҙгәрештәр индерелеп, Новочерскасскка, Ермак майҙанында күсерелә. Монумент Вознесенск соборының һул яғында урынлаша[1]. Һәйкәл 1911 йылдың 5 октябрендә тантаналы асыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бакланов һәйкәле революцияға тиклемге открыткала
Файл:Памятник Бакланову в Новочеркасске.jpg
Бакланов һәйкәле, 2013 йыл

Я. П. Бакланова вафат булғандан һуң, 1873 йылда ғәскәр атаманы М. И.Черткова юллауы буйынса һәйкәл өсөн аҡса йыйыуға рөхсәт бирелә. 1875 йыл башына 314 һум 2 тип средство йыйыла. Ғәскәр атаманы Н. А. Краснокутский проектты эшләүҙе ойоштороу буйынса ике офицерҙы бирә. Бакланов һәйкәленең эскиз проектын эшләүҙә Н. В. Набоковтың эше еңеп сыға һәм Новочеркасск Дворяндар йыйылышы залында күрһәтеү өсөн ҡуйыла. Дон етәкселеге тарафынан хуплау тапҡан проектты тормошҡа ашырыу баш ҡаланың әйҙәүсе оҫталарына йөкмәтелә. Гранит ҡаяны эшкәртеү һәм ҡәбер кәшәнәһен биҙәүгә Петербург оҫтаһы Ефимов тотона. Бронза ҡойолмаға бәйле эштәрҙе сәнғәт ҡойоуы буйынса Европала танылған белгесе Феликс Шопен башҡара. Улар икеһе лә эскизды һыҙмалары буйынса ғына эшкә тотонорға йөрьәт итмәй, шуға күрә скульптура моделен тәбиғи дәүмәлдә гипстан эшләргә ҡарар ителә. Скульптор Дылеевтың варианты берәүҙе лә ҡәнәғәтләндермәй (ҡая фрагментынан башҡа), шуға һәйкәлсе Гавриловтың моделендә туҡталалар. 1877 йылдың яҙына ул әҙер була.

Йыйылған сумма етмәү сәбәпле, ҡоймаға сылбыр менән тоташтырылған суйын пушкалар гранит шарҙар менән алмаштырыла. 1911 йылда һәйкәл Новочеркасска килтерелә[2]. 1930 йылдарҙа бронзанан торған һәм алтын ялатылған өлөштәре ҡуптарылып алынып, төҫлө металға тапшырыла. 1995 йылдың 4 июнендә, Новочеркасска нигеҙ һалыныуҙың 190 йыллығын байрам иткәндә скульптор А. В. Тарасенко тарафынан реставрацияланған һәйкәл тәүге рәүешендә ҡабат асыла[3].

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монумент гранит ҡаянан ғибәрәт. Уның өҫтөндә хәрби байраҡ һәм казак буркаһы ята. Хәрби генералдың шашкаһы ла күренә. Ҡоролманы бронза папаха тамамлай, ә ҡабырғаларында Баклановтың һоҡланғыс еңеүҙәр яулаған ерҙәре соҡоп яҙылған. Һәйкәлдең алғы яғында уйымға: «Дон ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Яков Петрович Бакланов, тыуған йылы −1809, үлгән йылы — 1873, 18 октябрь» тип яҙылған бронза медальон ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Памятник Якову Петровичу Бакланову. Novocherkassk.net. Дата обращения: 6 ғинуар 2017.(урыҫ.). Novocherkassk.net. 6 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  2. Городская скульптура. Rostov Region. Дата обращения: 6 ғинуар 2017.
  3. Памятник Я.П.Бакланову в г.Новочеркасске. Памятники Дона. Дата обращения: 6 ғинуар 2017.(урыҫ.). Памятники Дона. 6 ғинуар 2017 тикшерелгән.