Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Мәскәү)
Ғабдулла Туҡай һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урын | Мәскәү |
Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә |
Ғабдулла Туҡай һәйкәле — һәйкәл. Татар халыҡ шағиры, әҙәби тәнҡитсе, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Туҡай иҫтәлегенә ҡуйылған. Мәскәүҙә Новокузнецкий урамы һәм Кесе Татар тыҡрығы киҫелешендә урынлашған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл уңайы менән саралар программаһы сиктәрендә ҡуйыла. Туҡайға һәйкәл ҡуйыу Мәскәүҙә ҡала Думаһы тарафынан 2005 йылдың мартында — Ҡазан ҡалаһының мең йыллығын байрам иткәндә ҡул ҡуйыла. Шул ваҡытта һәйкәл өсөн Татар слободаһында урын билдәләнә. Әммә эш ошоноң менән туҡтап ҡала һәм тик 6 йылдан һуң ғына — , Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм Татарсан Республикаһы Миңлеханов Рөстәм Татарстан Республикаһы һәм Мәскәү араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйғас 2011 йылдың мартында яңынан башлана.
Һәйкәл бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 4 апрелдән 25 апрелгә тиклем күп кешеләр һәм ойошмалар ҡатнашлығында эшләнә. Махсуслашҡан идаралыҡ менән көндөҙ ҙә,төнөн дә ер аҫты эштәре башҡарыла һәм һәйкәлде асыуға бер көн ҡалғас тамамлана. Һәйкәл гранит постаментта ултырған шағирҙың бронза фигураһынан ғибәрәт. Картушына рус телендә һүҙҙәр яҙылған:
ТАТАРСКОМУ ПОЭТУ
ҒАБДУЛЛЕ ТУҠАЮ
Һәйкәлдең авторы Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Салауат Щербаков. Һәйкәлде Татарстан Республикаһы Хөкүмәте Мәскәүгә бүләк итеп тапшыра.
2011 йылдың 26 апрелендә һәйкәл асыу тантанаһында рәсми кешеләрҙән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, Мәскәң Думаһы рәйесе Владимир Платонов, Төркиә илсеһе Айдын Аднан Сезгин, Әзербайжан илсеһе Полад Бюль-бюль-оглы, Рәсәй мөфтөйҙәре Советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһынын 10 -дан ашыу субъекттары вәкилдәре, илселәр һәм 10 -дан ашыу илселәр вәкилдәре һәм Мәскәүҙең йөҙләгән татарҙары ҡатнагша.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Москве открыли памятник Габдулле Тукаю . Татар-информ (26 апрель 2011). Дата обращения: 27 октябрь 2013. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- В Москве пройдут Дни Габдуллы Тукая . Islam-News (14 апрель 2011). Дата обращения: 27 октябрь 2013.