Эстәлеккә күсергә

Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Старое Барышево[d], Теньковский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы (13 октябрь 1936 йыл15 февраль 2004 йыл) — БАССР Ҡарман ГРЭС-ы төҙөлөшө идаралығының штукатур-маляры, БАССР-ҙың Социалистик Хеҙмәт Геройы. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты (1975—1980).

Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы 1936 йылдың 13 октябрендә Татарстандың Теньков районы Барыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә 7 класс тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1953 йылда Свердловск өлкәһенең Үрге Тагил ГРЭС-ы төҙөлөш идаралығының «Уралэнергострой» тресында төрлө эштәрҙә эшләүсе булараҡ башлай. Производствонан айырылмайынса штукатур-малярҙар курсын тамамлай. 1958 йылда комсомол путевкаһы буйынса Белояр атом электр станцияһына (Свердловск өлкәһе) төҙөлөшкә штукатур-маляр итеп ебәрелә. 1964 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡарман ГРЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша.

СССР-ҙың энергетика һәм электрификация министрлығы төҙөлөш ойошмаларында эшләп, Ғаязова йылдан йыл етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Уның башланғысы менән Ҡарман ГРЭС-ы Төҙөлөш идаралығының «Уралэнергострой» тресында беренсе тапҡыр кесе механизациялауҙың киң ҡулланышы менән биҙәкләү эштәренең өҙлөкһөҙ ысулы эшләнә һәм ҡулланыуға индерелә, был биҙәкләү эштәренең башҡарыу сроктарын ҡыҫҡартыуға һәм үҙҡиммәтен кәметеүгә мөмкинлек бирә. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың тәүге өс йылында (1971—1975) 1 162 килограмм аҡ буяу, 1 886 килограмм олиф, 460 килограмм ҡырылған буяу экономиялана. ГРЭС-тың төп корпусының тик биҙәкләү эштәрен етештереүҙә өҙлөкһөҙ ысул ҡулланыу арҡаһында, срокты 2,5 айға ҡыҫҡартыуға ирешелә, иҡтисади эффект 29 892 һум тәшкил итә. Г. Х. Ғаязова тәҡдиме буйынса 1973 йылда лак-буяу материалдарын һәм замаскаларҙы әҙерләү механизацияһы үҙләштерелә һәм индерелә, төҙөлөштә тәүге тапҡыр һылау, замасканы әҙерләү, өҫтө олифлау өсөн эзбизле һөт, купорос һәм һабын ҡатнашмаларынан эмульсия ҡулланыла, шуның иҫәбенә йыллыҡ экономия 4 960 һум тәшкил итә һәм дефицит материал олифты ҡулланыу бөтә. Г.Х. Ғаязова ванналар системаһын индереү инициаторы була, был ысул менән деталдәр лак-буяу составына төшөрөлә, был алым хеҙмәт юғалтыуҙы 73 процентҡа ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

19 500 һум күләмендә билдәләнгән биш йыллыҡ планды 1973 йылдың 1 декабренә ҡарата 14 030 күләмендә, йәғни 72 процентҡа үтәй. Үҙенең өс йыллыҡ планын В.И. Лениндың тыуған көнөә ҡарата —1973 йылдың 22 апреленә, ә 1973 йылғы социалистик йөкләмәләрен — 7 ноябргә, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнөнә, 3 890 һум күләмендә үтәй.

Г.Х. Ғаязова ойошторған юғары квалификациялы малярҙар мәктәбе биш йыллыҡтың тәүге өс йылында 52 кеше әҙерләй, 1973 йылда Ҡарман ГРЭС-ы Төҙөлөш идаралығының 18 хеҙмәткәре квалификацияһын күтәрә.

1973 йылда социалистик йөкләмәләрҙе һәм пландарын үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 3 ғинуарындағы указы менән X. Г. Ғаязоваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1991 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем махсуслаштырылған «Башуралотделстрой» идаралығының «Башуралэнергострой» тресында эшләй.

2004 йылдың 15 февралендә вафат була.

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974)
  • Ленин ордены (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), миҙалдар.
  • Нефтекама ҡалаһының почетлы гражданы.
  • Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт Даны китабына индерелгән.
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. т. 2. В-Ж. 2006. — 624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. − 672 с. науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Сергей Каргапольцев. Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2016.