Ғиниәтуллин Марат Ғиндулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиниәтуллин Марат Ғиндулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Балыкчи[d], Андижанская область[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Тышҡы һүрәттәр
М. Г. Гиниятуллин

Ғиниәтуллин Марат Ғиндулла улы (8 март 1953 йыл) — ғалим-зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999), профессор (2006), 1989—1991 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының умартасылыҡ кафедраһы мөдире[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Ғиндулла улы Ғиниәтуллин 1953 йылдың 8 мартында Үзбәк ССР-ының Әндижан өлкәһе Балыкчи районы Балыкчи ауылында тыуған.

1975 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) зоотехния факультетын отличие менән тамамлай. Академик Д. Т. Шәкировтың уҡыусыһы[2].

1979—1981 йылдарҙа умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында көндөҙгө бүлектә аспирант (Рыбное ҡалаһы), унда 1982 йылдан кесе, ә 1985-88 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1986 йылда Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында «Бал ҡорттарын йыл әйләнәһенә павильондарҙа тотоу» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1988 йылдан үҙе белем алған юғары уҡыу йортонда уҡыта, унда 1989—1991 йылдарҙа умартасылыҡ һәм зоология кафедраһы мөдире[3], 2002 йылдан мал үрсетеү һәм умартасылыҡ кафедраһында профессор, хәҙер умартасылыҡ, хайуандарҙы үрсетеү һәм шәхси зоотехния кафедраһы профессоры[4], университетта докторлыҡ диссертация советы Д 220.003.03 ғилми секретары булып тора. Бер үк ваҡытта Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләй.

1999 йылда «Бал ҡорттарын комплекслы файҙаланыу технологияһының теоретик һәм практик аспекттары: Apis mellifera L.» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Апитерапия өлкәһендә эшләй[5].

Өс фән кандидаты әҙерләгән.

Башҡортостан Республикаһы умартасылар һәм апитерапевтар Ассоциацияһы вице-президенты, «Прополис» гәзитенең баш мөхәррире, «Умартасылыҡ һәм апитерапия» журналының редколлегия ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы Министрлығының (2003, 2005), Башҡорт дәүләт аграр университетының (2003, 2013) Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 8 китап, монографиялар, практикумдар, уҡыу әсбаптары авторы, 2 патентҡа эйә.

  • Комплексное использование пчелиных семей (рекомендации) / А. М. Ишемгулов, М. Г. Гиниятуллин, И. И. Буранбаев и др. — Уфа, 2004. — 48 с.
  • Практикум по переработке продуктов пчеловодства: учеб. пособие. — Уфа: БГАУ, 2008. — 95 с .
  • Практикум по производству продуктов пчеловодства: учеб. пособие / М. Г. Гиниятуллин, Н. М. Губайдуллин, А. А. Саттарова. — Уфа: БГАУ, 2008. — 120 с.
  • Гиниятуллин М. Г., Ишемгулов А. М., Мишуковская Г. С., Туктаров В. Р. Пчеловодство Башкортостана. — Уфа, 2012.
  • Смольникова Е. А., Гиниятуллин М. Г., Шелехов Д. В. Практикум по биологии пчелиной семьи. — Уфа, 2012.
  • Гиниятуллин М. Г., Саттарова А. А. Практикум по производству продуктов пчеловодства. — Уфа, 2013.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]