Ғүмәров (йыр)
«Ғүмәров» | |
Йыр Ғ. Х. Ирназарова, Ғата Сөләймәнов | |
---|---|
Яҙҙырылған |
1930 йыл |
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле |
башҡорт телендә |
Авторы |
халыҡ |
«Ғүмәров» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районында И. В. Салтыков тарафынан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Заһир Исмәғилев яҙмаһында баҫылып сыға. Йыр варианттарын С. Ә. Ғәлин, Р. Л. Ғәбитов, Х. С. Ихтисамов, Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, К. Й. Рәхимов, Н. Д. Шоңҡаров, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡалар яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр.
Йырҙың риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың тексы (1-се варианты)
Ғүмәревкәй кейгән бүре тунын,
Яғаһынан һелкеп тә кем кейер?
Ғүмәревтән ҡалған яңғыҙ улын,
Арҡаһынан һыйпап та кем һөйөр?
Күк күгәрсен тигән ҡошҡонайҙың
Аяҡтары ҡыҙыл да, үҙе күк.
Ғүмәрев тә тигән ир кешенең,
Йырғынайы ҡалды ла, үҙе юҡ.
[1]
Йырҙың тексы
Бесән генә саптым күбәләп,
Ылау гына саптым түбәләп.
Тиләү менән Табын мәхрүм ҡалды,
Старшина булды Күбәләк.
Аяҙ гына көндө саңҡ-саңҡ итә
Урал гына тауҙың бөркөтө.
Ҡараңгы ла төндә ҡайырып үпкән,
Һай, афарин, Күбәләк егете.
Йырҙың тексы (өҫтәмә варианты)
- Боғаҙаҡҡай күлдең, ай, буйында
- Сәйфелмөлөк күрҙе ятҡаным.
- Түрәләргә барып ошаҡлаған
- Өйкәйемә кире ҡайтҡаным.
- Боғаҙаҡҡай күлде өс ураным,
- Ҡамыштары уның бәйләнгән.
- Хуш бул инде, Боғаҙаҡ күлдәре,
- Инде һиңә килеп әйләнмәм.
.
Беренсе вариант
Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Рәхмәт ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы) кешеһе Ғәлиәкбәр Ғүмәров исеме менән аталған. Ғүмәров (версияларҙың береһе буйынса, күбәләк һәм тиләү ырыуҙарының старшинаһы булған), халыҡты ҡыҫырыҡлауҙарҙан яҡлап, урындағы власть менән низағҡа инә һәм Боғаҙаҡ күле янында йәшенеп йөрөргә мәжбүр була. Йырҙы ул вафаты алдынан сығара.
Йырҙы 1961 йылда Н. Д Шоңҡаров магнит таҫмаһына Куйбышев өлкәһе Больше-Глушицкий районы Ташбулат ауылы кешеһе Ғәбдрәшит Ибраһимовтан (1916 йылғы) яҙып ала. Нотаға К. Ю. Рәхимов һала. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 23/6, л.33[3].
Икенсе вариант
Ғүмәров Күбәләк-Тиләү волосында бик данлыҡлы һәм билдәле шәхес, уҡымышлы, зиһенле, белемле, тапҡыр, тәүәккәл кеше була. Шуға күрә лә уны 48 ауылды берләштергән Күбәләк-Тиләү волосы йыйынында старшина итеп һайлайҙар. Уға был ваҡытта ни бары 17 йәш була. Ә бит элек иң тәүҙә аҡһаҡалдарҙың, ололарҙың һүҙе үткән. Тимәк, егет ысынлап та хәтәр зирәк булған. Ғүмәровты старшина итеп һайлау ваҡиғаһы ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһына тура килә. Ғүмәровты Боғаҙаҡ күленә батырып үлтерәләр, ә уның ҡатыны Мәүлиха өс бала менән тол ҡала, дүртенсеһенә ауырлы була. Дүртенсе балаһы тыуғас, уның бер апһыны таныша килгән һәм, сәй эскәндә сәйгүнгә ағыу һалып, Мәүлиханы ағыулап үлтерә. Был ваҡытта уға ни бары 26 ғына йәш була. Уның балалары Бибиямал, Ғәлиастан, Маһира, Хәйҙәр үкһеҙ етем ҡала. Ғүмәровтың әсәһенең исеме Гөлзар була.
1-се строфаның өсөнсө юлын: «Тиләү менән Табын тотто һабын», — тип тә йырлайҙар. Ғөмүмән, был йырҙы Күбәләк-Тиләү яҡтарында белмәгән кеше һирәктер. 2-се куплет Ғүмәров менән Мәүлиханың мөхәббәте хаҡында.
Хәҙерге көндә старшина Ғүмәровтың нәҫелдәре Рәхмәт һәм башҡа ауылдарҙа йәшәй.
«Ғүмәров» йырының һуҙып йырланған төп ижеге ике тапҡыр үҙгәртеп ҡабатлана, ул мажор пентатоникаһының төп тондарын һалмаҡ характерҙа уратып йырлауҙан ғибәрәт. Һуңғы фраза йырҙың драматизмын көсәйтеп ебәрә. Йырҙы Заһир Исмәғилев һәм Хөсәйен Әхмәтов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.
Йырҙың өҫтәмә варианты ла башҡорт халыҡ ижадының тарихи йырҙар төркөмөнә ҡарай.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ғүмәров» йырын Ғ. Х. Ирназарова, Ғата Сөләймәнов башҡара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте/1983/Т. 7 000 экз./312 бит
- ↑ Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бикҡолов. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. Т. 50 000 экз/ 1984 йыл. — 624 бит
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән/Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө. 1983 йыл/Т. 7 000 экз./312 бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрский период). Уфа, 1995
- Ғүмәров (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте/1983/Т. 7 000 экз./312 бит
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте/1983/Т. 7 000 экз./312 бит