Эстәлеккә күсергә

Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 28 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (32 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө Еңел атлетика

Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы (28 август 1992 йыл) — спортсы, кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсе еңел атлет. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында Европа чемпионы (2013). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Гөлшат Иршат ҡыҙы Ғәйнетдинова (ҡыҙ фамилияһы Фазлетдинова) 1992 йылдың 28 авгусына хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған.

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Евгений һәм Татьяна Сенченко[2]тәрбиәләнеүсеһе. Гөлшаттың ифрат йылдам юғары күтәрелеүе 16 йәшендә, йәштәр Рәсәй беренселегендә ҡыҙҙар араһында (18 йәшкә тиклем) 5000 метрлыҡ дистанцияла — 16.01,31 яңы рекорд ҡуйғанынан һуң башлана.

Үҙ йәшендә илдә бәхәсһеҙ лидер була, ҙур халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй исеменән даими сығыш яһай. 2009 йылда Юниорҙар араһында кросс буйынса Европа чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ  булды, 2010 йылда юниорҙарҙың донъя чемпионатында кросс буйынса 16-сы урында һәм африкан сығышлы булмағандар араһында иң яҡшыһы булды[3]. Был ваҡытта уның специалләшеүе — 3000 һәм 5000 метрға йүгереү ине. 2010 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында ул ике дисциплина буйынса ла сығыш яһаны, тик артыҡ уңышҡа өлгәшә алманы.

Бер йылдан һуң Гөлшат үҙенең көсөн  3000 метрға ҡаршылыҡтар аша йүгереүҙә һынап ҡарай, Европа юниор чемпионатында 20 йәштән өлкән булмаған Рәсәй ҡыҙ спортсыларының рекорды — 9.56,98 менән «көмөш» яулай. Киләһе миҙгелдә лә, 10 000 метрлыҡ дистанцияға күскәндән һуң,  уның һөнәри тәжрибәләре дауам итә.

2013 йылда 20 йәшендә ил чемпионының ике титулын (6 км[4]  кроста һәм 10 000 метрға йүгереүҙә). 10 000 метрға йүгереү буйынса рәсәй чемпионатында еңеү (23 йәшкә тиклем) йәштәр араһында яңы милли рекорд менән — 32.01,83[5] яулана. Был триумф Гөлшатҡа Мәскәү  донъя чемпионатына һайланырға мөмкинлек бирә. Әммә тәү сиратта ул Тамперҙа, йәштәштәрен 1 минутҡа артта ҡалдырып[6], европа йәштәре беренселегендә бер һүҙһеҙ еңеү яулай. Тыуған илдәге чемпионатта үҙенең шәхси рекордына, 1,5 минутҡа (33.31,49) тиклем яҡынлаша алмай, еңелә һәм 17-се урын яулай.

2014 йылдың декабрендә Кросс буйынса европа йәштәре чемпионатында[7] бронза призёры була.

2015 йылдаСочиҙағы Рәсәй команда чемпионатында 5000 метрлыҡ дистанцияла шәхси рекорд менән 15.18,88 беренсе булып килә.

Көньяҡ Корея Кванджуһында уҙған йәйге Универсиадала, үҙенең ватандашы Алла Кулятинаны[8] ғына алға сығарып, 10 000 метрға йүгереүҙә көмөш миҙал яулай.

2015 йылғы донъя чемпионатында 5000 метрға алдан уҙғарылған йүгерештәрҙән һуң, сығыштарын 17-се һөҙөмтә (15.48,44) менән тамамлай.

2017 йылдың көҙөнән Ғәйнетдинова фамилияһы аҫтында сығыш яһай.

Гөлшаттың һеңлеһе Зөлфирә лә шулай уҡ ирле-ҡатынлы Сенченколар[9] етәкселегендә еңел атлетика менән шөғөлләнә һәм күнекмәләр ала.

Мельдонийға допинг-һынау ыңғай һөҙөмтә бирә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың мартында Фазлитдинова Рәсәй чемпионаты бинаһында[10] алынған мельдонийға ыңғай допинг-һынау менән бәйле эштәр буйынса тикшереүгә эләгә. Был матдә 2016 йылдың 1 ғинуарынан бирле Бөтә  донъя антидопинг агентлығы тарафынан тыйылған. Әммә өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң, ойошма, рөхсәт ителгән мөҙҙәт һәм организмда мельдоний тупланыу дәрәжәһен билдәләү буйынса төҙәтмәләргә таянып, апрелдә үк Гөлшаттан антидопинг ҡағиҙәһен[11] боҙоуҙа ғәйепләүҙәр алына.