Эстәлеккә күсергә

Ғ. Мүсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғ. Мүсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр театры
Нигеҙләү датаһы 1946
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Мусрепов, Габит Махмутович[d]
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 СССР
Административ-территориаль берәмек Алматы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры
Рәсми сайт musrepov.kz
Карта
 Ғ. Мүсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр театры Викимилектә

Ғ. Мүсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр театры (рус. Казахский государственный академический театр для детей и юношества им. Г. Мусрепова) — Алматы ҡалаһындағы йәш тамашасы өсөн ҡаҙаҡ телендә спектаклдәр ҡуя торған театр.

Театрҙың тарихы Алматы Йәш тамашасы театрынан башлана. Уны булдырыу тәҡдимен шул саҡта Алматыға һөргөнгә ебәрелгән Наталия Ильинична Сац индерә һәм артабан театрҙың етәксеһе булып китә. 1944 йылдың сентябрендә Ҡаҙағстан КП(б) ҮК Совнаркомы Алматыла Йәш тамашасы театры ойоштороу тураһында ҡарар сығара, 1945 йылдың ноябрендә театр тамашасыларға тәүге сектаклдәрен күрһәтә. Бында Наталья Ильинична Сац театрға кадрҙар әҙерләгән студия аса.

Башта спектаклдәр урыҫ телендә бара; 1946 йылда ҡаҙаҡ төркөмө төҙөлә.

1985 йылдың 24 февралендә Ҡаҙаҡ ССР-Ы мәҙәниәт министрлығының 50-се указы менән театр ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендәге үҙ аллы ике коллективҡа бүленә. Ҡаҙаҡ телендәге театрға билдәле яҙыусы һәм драматург Ғәбит Мүсирәпов һәм рус телендәгенә Наталья Ильинична Сац исемдәре бирелә. 1996 йылда Ғ. Мүсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр театрына академик театр тигән маҡтаулы дәрәжә бирелә.

2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһындағы дәүләт әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының яңы исемлеге раҫлана, шуға тиклемге ошоға бәйле барлыҡ ҡарарҙар көсөнән сығарыла [1]. Был ҡарарға ярашлы театрҙың урындағы әһәмиәттәге ҡомартҡы статусы һаҡлана. [2].

Театр алдына 2002 йылда Ғәбит Мүсирәпов һәйкәле ҡуйылған[3]

Һәйкәл шулай уҡ Алматы ҡалаһындағы дәүләт әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының яңы исемлегенә индерелгән[1]